Забелин Леонид Васильевич
Забелин Леонид Васильевич (30 ғинуар 1932 йыл — 24 сентябрь 2015 йыл) — совет дәүләт эшмәкәре, инженер, ғалим-химик. Ленин премияһы лауреаты (1984).
Забелин Леонид Васильевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 30 ғинуар 1932 |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Западно-Сибирский край[d], Зырянск районы[d], Чердаты муниципаль берәмәге[d], Иловка[d] |
Вафат булған көнө | 24 сентябрь 2015 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы |
Ерләнгән урыны | Федераль хәрби мемориаль зыярат[d] |
Эш биреүсе | Рәсәй химия-технология университеты |
Уҡыу йорто | Томск политехник университеты |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
Леонид Васильевич Забелин Томск өлкәһе Зырянка районы Иловка ауылында донъяға килгән. Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң, 1936 йылда әсәһе менән Томскиға күсә. 1955 йылда отличие менән Томск политехник институтының физика-техник факультетын тамамлай.
Ростов өлкәһендәге Каменск-Шахта химик комбинатында эшләй (дары һәм ҡаты ракета яғыулығы етештереүҙә): мастер, участка начальнигы, производство начальнигы, баш инженерҙың урынбаҫары була.
1964—1969 йылдарҙа — Бийск химик комбинаты директоры.
1969 йылдан — СССР Машиналар эшләү министрлығының баш идаралығы начальнигы, 1975—1989 йылдарҙа — машиналар эшләү министры урынбаҫары, 1989—1991 йылдарҙа — СССР оборона сәнәғәте министры урынбаҫары.
1991—1992 йылдарҙа — «Техник химия» фәнни-техник концерны президенты.1992 йылдан — «Техник химия» АЙ-ы президенты.
Һыу аҫты флоты һәм ҡаты ҡатышмалы яғыулыҡтан зарядтар етештереүҙе ойоштороу өсөн беренсе ҡаты яғыулыҡлы континенталь-ара баллистик ракетаны төҙөү буйынса эштәрҙең ҡатнашыусыһы һәм етәкселәренең береһе.
Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия-технология университетының ИХТ факультетында уҡыта[1]. Химия фәндәре докторы, почетлы профессор. (1999 йылдан)[2].
2015 йылдың 24 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була. Федераль хәрби мемориал зыяратында ерләнгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Ленин ордены,
- Октябрь Революцияһы ордены,
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- «Почёт Билдәһе» ордены,
- Ленин премияһы лауреаты (1984)
- СССР Министрҙар Советы премияһы (1976)
- Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһы (1998, 2004)
- Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған химигы (1993).
- миҙалдар
БиблиографияһыҮҙгәртергә
- Аликин В. Н., Кузьмицкий Г. Э., Забелин Л. В., Клячкин Ю. С., Федченко Н. Н. Конверсия специальной технической химии : пороха, топлива, заряды — Пермь, 1999. — 176 б.
- Забелин Л. В. Очистка воздуха от кислотных выбросов в производствах нитратов целлюлозы // Известия Томского политехнического университета [Известия ТПУ]. — 2003. — Т. 306. — № 1. — С. 83—88.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ История инженерного химико-технологического факультета / Под общ ред. А. П. Денисюка. М.: РХТУ им. Д. И. Менделеева, 2005, 432 с. С. 231—233.
- ↑ Почётный профессор РХТУ. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 июнь 2016. 24 апрель 2016 тикшерелгән.
- ↑ На ФВМК прошла церемония прощания с одним из руководителей советской оборонной промышленности Леонидом Забелиным.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- https://web.archive.org/web/20151121023528/http://sml.vmkros.ru/news/1199371/
- Леонид Васильевич Забелин
- http://gordzer.monnet.ru/zabelin.htm
- Забелин Леонид Васильевич [Текст] / а. ефанов, в. / / Бийск : энциклопедия. — Бийск, 2009. — 109—110 с. : ил.