Жувасин Павел Алексеевич
Жувасин Павел Алексеевич (1908 йыл — 4 октябрь 1944 йыл) — 307-се гвардия уҡсылар полкының (110-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 37-се армия, Дала фронты) автоматсылар взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты, Советтар Союзы Геройы.
Жувасин Павел Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1908 |
Тыуған урыны | Подгорный, Күгәрсен районы, СССР |
Вафат булған көнө | 4 октябрь 1944 |
Вафат булған урыны | Румыния |
Ерләнгән урыны | Румыния |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Жувасин Павел Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1908 |
Тыуған урыны | Подгорный, Күгәрсен районы, СССР |
Вафат булған көнө | 4 октябрь 1944 |
Вафат булған урыны | Румыния |
Ерләнгән урыны | Румыния |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЖувасин Павел Алексеевич 1908 йылда Башҡортостандың Күгәрсен районы Подгорный ауылында тыуған.
Урыҫ. Башланғыс белемле. Армияға саҡырылғанға тиклем Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында шофер булып эшләй.
1939 йылда Магнитогорск ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Совет Армияһына саҡырыла, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
Өлкән сержант П. А. Жувасин 1943 йылдың 1 октябрендә Кировоград өлкәһенең Онуфриевский районы Куцеволовка ауылын азат итеү өсөн яуҙа батырлыҡ күрһәтә.
1944 йылдың 4 октябрендә Румынияның Турда ҡалаһы районында барған һуғыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. Турда ҡалаһында (Румыния) ерләнгән. Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында, Левобережный зыяратына кенотаф ҡуйылған[1].
Батырлығы
үҙгәртергә307-се гвардия уҡсылар полкының (110-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 37-се армия, Дала фронты) автоматсылар взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты П. А. Жувасин 1943 йылдың 1 октябрендә, Кировоград өлкәһенең Онуфриевский районы Куцеволовка ауылын азат итеү өсөн һуғышта, взводтың башында барып, беренсе булып ауылға бәреп инә һәм граната менән дошмандың пулемёт расчетын юҡҡа сығара. Шуның менән беҙҙең пехотаның артабан да алға барыуын тәьмин итә. Шулай уҡ ул немец орудиеһын ҡулға төшөрә.
1943 йылдың 6 октябрендә 167,8 бейеклеге өсөн алышта ул беренсе булып немецтарҙың окобына бәреп инә һәм граната менән 7 гитлерсыны юҡ итә, икеһен әсирлеккә ала. 1943 йылдың 12 октябрендә 177,0 бейеклегендә дошман контратакаһын кире ҡағып, П. А. Жувасиндың подразделениеһы ҡамауҙа ҡала. П. А. Жувасин взводын контратакаға күтәрә, быны көтмәгән немецтар ҡаушап ҡала һәм сигенергә мәжбүр була.
П. А. Жувасинға Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылдың 22 февралендә бирелә.[2]
Наградалары
үҙгәртергә- "Алтын Йондоҙ" миҙалы Советтар Союзы Геройы (22.02.1944)[3][4].
- Ленин ордены.
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (21.07.1943)[5].
Хәтер
үҙгәртергә- Магнитогорск ҡалаһында урам Советтар Союзы Геройы П. А. Жувасин исеме менән аталған. Ҡала йорттарының береһенә Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Башҡортостан Республикаһы Мораҡ ауылының Төньяҡ биҫтәһендә Жувасин урамы бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Жувасин Павел Алексеевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 22 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 5 марта (№ 13 (273)). — С. 1
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 16, л. 212, 213).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 22, л. 32).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1074, л. 294, 295).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Республиканский музей Боевой Славы: Жувасин Павел Алексеевич 2017 йыл 16 ғинуар архивланған..