Жариков Николай Михайлович
Николай Михайлович Жариков (1920—2013) — совет ғалимы һәм педагогы, психиатр, медицина фәндәре докторы, профессор, И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университетының атҡаҙанған профессоры (2005), СССР медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1978). СССР Медицина фәндәре академияһының С. С. Корсаков исемендәге премияһы лауреаты (1977).
Жариков Николай Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1920 |
Тыуған урыны | Липецк өлкәһе |
Вафат булған көнө | 19 июль 2013 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим, табип |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1920 йылдың 20 авгусында Липецк өлкәһенең Уваровка ауылында тыуған.
1939 −1943 йылдарҙа Икенсе Мәскәү дәүләт медицина институтының дауалау һәм хәрби-медицина факультетында уҡый. 1943 йылдан алып 1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында 5-се танк армияһының 19-сы танк корпусының медицина санитар батальонында хәрби табип булараҡ ҡатнаша. Курск алышында, Прохоровка эргәһендә алышта һәм Днепр өсөн һуғышта ҡатнаша, ике тапҡыр ауыр яралана. 1944—1946 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Баш ракета-артиллерия идаралығының Юғары хәрби курстарында уҡый.
1946 йылдан алып 1950 йыл буйынса профессор В. А. Гиляровский етәкселегендә СССР Медицина фәндәре академияһының Психиатрия институты аспирантураһында уҡый. 1950—1960 йылдарҙа Икенсе Мәскәү дәүләт медицина институтының психиатрия кафедраһы ассистенты һәм доценты вазифаһында уҡытыу эшендә. 1960—1961 йылдарҙа В. П. Сербский исемендәге Бөтә Рәсәй суд психиатрия ғилми-тикшеренеү институтында был институттың фән буйынса директоры урынбаҫары вазифаһында эшләй. 1961—1971 йылдарҙа СССР Медицина фәндәре академияһының Психиатрия институтында, 1961—1962 йылдарҙа — был институттың директоры вазифаһын башҡарыусы һәм 1962—1971 йылдарҙа — невроз һәм психоз эпидемиологияһы бүлеге мөдире вазифаларында, фәнни эштә.
1972—1999 йылдарҙа И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетында психиатрия кафедраһы мөдире вазифаһында педагогик эштә[1][2].
Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге
үҙгәртергәН.M. Жариковтың төп фәнни-педагогик эшмәкәрлеге психиатрия өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле була. Н.M. Жариков етәкселегендә Советтар Союзында тәүге тапҡыр эпидемиология ысулдары менән психик ауырыуҙарҙың таралыу законлылыҡтары өйрәнелә. Н.M. Жариков Бөтә Союз нейропатологтар һәм психиатрҙар ғилми йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының (ингл. World Health Organization, WHO) дөйөм эпидемиология һәм психиатрия мәсьәләләр буйынса консультанты була.
1950 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы һәм 1960 йылда «Клиника ремиссий при шизофрении в отдаленном периоде заболевания» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1963 йылда профессор ғилми исеме бирелә. 1978 йылда ул СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. 2005 йылда уға И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университетының атҡаҙанған профессоры почетлы исеме бирелә. Н. M. Жариков етәкселегендә йөҙгә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән өс монография яҙылған, уның ҡатнашлығында һәм уның етәкселегендә 11 докторлыҡ һәм 19 кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән. 1977 йылда уның «Эпидемиологические исследования в психиатрии» монографияһы СССР медицина фәндәре академияһының С. С. Корсаков исемендәге премияһына лайыҡ була. Н. М. Жариков «Невропатология и психиатрия» журналының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы һәм Ҙур медицина энциклопедияһының өсөнсө баҫмаһының «Психиатрия» мөхәрририәт бүлеге мөхәррире булып тора[1][2].
2013 йылдың 19 июлендә Мәскәүҙә вафат була.
Библиография
үҙгәртергә- Эпидемиологические исследования в психиатрии / Н. М. Жариков ; МЗ СССР. Всесоюз. науч. о-во невропатологов и психиатров. — Москва : Медицина, 1977. — 168 с.
- Психиатрия : Учеб. для студентов мед. вузов / Н. М. Жариков, Ю. Г. Тюльпин. — М. : Медицина, 2000. — 539 с. — (Учебная литература для студентов медицинских вузов). ISBN 5-225-04189-2
- Психиатрия : Учеб. для студентов мед. вузов / Н. М. Жариков, Ю. Г. Тюльпин. — Москва : Медицина, 2002. — 539 с. — (Учебная литература для студентов медицинских вузов). ISBN 5-225-04189-2
- Судебная психиатрия : учебник для студентов высших учебных заведений, обучающихся по специальности «Юриспруденция» / Н. М. Жариков, Г. В. Морозов, Д. Ф. Хритинин. — 4-е изд., перераб. и доп. — Москва : НОРМА, 2008. — 549 с. ISBN 978-5-89123-980-7
- Справочник по психиатрии / Н. М. Жариков, Д. Ф. Хритинин, М. А. Лебедев. — Москва : Медицинское информационное агентство, 2014. — 434 с. ISBN 978-5-9986-0182-8
Маҡтаулы исмдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены (1986)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 8. — 576 с.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Айриян А. П. Николай Михайлович Жариков (1920—2013)(недоступная ссылка) / ПСИХИАТРИЯ // 2013. — № 3 (59) — С. 59-60
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 8. — 576 с.