Евразия иҡтисади берләшмәһе

элекке СССР-ҙың бер нисә республикаһынан торған халыҡ-ара иҡтисади ойошма

Евразия иҡтисади берлеге менән бутамаҫҡа.

Евразия иҡтисади берләшмәһе
Нигеҙләү датаһы 10 октябрь 2000
Логотип
Кем хөрмәтенә аталған Евразия
Барлыҡҡа килеү урыны Астана
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Алматы, Ҡаҙағстан
Производная работа Евразия таможня берлеге
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Евразийский экономический союз[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2015
Рәсми сайт evrazes.com
Урынлашыу картаһы
 Евразия иҡтисади берләшмәһе Викимилектә

Евразия иҡтисади берләшмәһе (рус. Еврази́йское экономи́ческое соо́бществоЕврАзЭС[1]) (2001—2014) — элекке СССР-ҙың бер нисә республикаһынан торған халыҡ-ара иҡтисади ойошма. Таможня берлеген һәм Берҙәм иҡтисади киңлекте булдырыу, шулай уҡ иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә башҡа бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ойошторола[2]. Евразия иҡтисади берлеген төҙөгәндән һуң бөтөрөлә.

 
     ЕврАзЭС-та ҡатнашҡан илдәр      Элекке ҡатнашыусылары      Күҙәтеүселәр      БДБ-ның башҡа илдәре

Күҙәтеүсе дәүләттәр

үҙгәртергә

ЕврАзЭС Уставына ярашлы, теге йәки был дәүләткә йә дәүләт-ара (хөкүмәт-ара) ойошмаға уның үтенесе буйынса күҙәтеүсе статусы бирелә ала. Күҙәтеүсе ЕврАзЭС органдарының асыҡ ултырыштарына килергә, рәйес рөхсәте менән был ултырыштарҙа сығыш яһарға, ихтыяж булһа, ЕврАзЭС органдары ҡабул иткән асыҡ документтарҙы һәм ҡарарҙарҙы алырға хоҡуҡлы. Күҙәтеүсе статусы ЕврАзЭС органдары ултырыштарында ҡарарҙар ҡабул иткәндә тауыш биреү хоҡуғын һәм ЕврАзЭС органдары документтарына ҡул ҡуйыу хоҡуғын бирмәй. Түбәндәгеләр күҙәтеүсе дәүләт була:

Берләшмәнең бурыстары

үҙгәртергә
  • Ирекле сауҙаны формалаштырып бөтөү, дөйөм таможня тарифын һәм тарифһыҙ көйләүҙең берҙәм үлсәмдәр системаһын булдырыу
  • Капиталдың ирекле хәрәкәтен тәьмин итеү
  • Дөйөм финанс баҙарын булдырыу
  • ЕврАзЭС сиктәрендә берҙәм валютаға күсеү принциптары һәм шарттары буйынса үҙ-ара килешеүгә килеү
  • Тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән сауҙа итеү һәм уларҙың эске баҙарҙарға инеүен көйләгән дөйөм ҡағиҙәләр ҡабул итеү
  • Таможня көйләүенең дөйөмләштерелгән системаһын эшләү
  • Дәүләт-ара маҡсатлы программаларҙы эшләү һәм тормошҡа ашырыу
  • Етештереү һәм йүнселлек эшмәкәреге өсөн тиң шарттар булдырыу
  • Дөйөм транспорт хеҙмәттәре баҙары һәм берҙәм транспорт системаһы булдырыу
  • Дөйөм энергетика баҙары булдырыу
  • Яҡтарҙың баҙарҙарына сит ил инвестицияларының инеүе өсөн тиң шарттар булдырыу
  • ЕврАзЭС эсендә Берләшмә дәүләттәре граждандарының ирекле хәрәкәтен тәьмин итеү
  • Дөйөм хеҙмәт баҙары, берҙәм белем алыу мөхите, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт миграцияһы һ. б. мәсьәләләрҙе хәл итеүгә берҙәм ҡарашты күҙҙә тотҡан социаль дәүләттәр берләшмәһен булдырыу маҡсатында социаль сәйәсәтте яраштырыу
  • Дәүләттәрҙең ҡануниәтен үҙ-ара яҡынайтыу һәм яраҡлаштырыу
  • Берләшмә сиктәрендә уртаҡ хоҡуҡи киңлек булдырыу өсөн ЕврАзЭС дәүләттәренең хоҡуҡ системаларының үҙ-ара бәйләнешен тәьмин итеү
  • БМО менән бәйләнештә тороу

Ойошторолоу тарихы һәм төп үҫеш баҫҡыстары

үҙгәртергә

1994 йылда Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев дәүләттәрҙең Евразия берлеге проектын тәҡдим итә.

1995—2000 йылдарҙа хеҙмәттәшлектең ҡулай юлдарын эҙләү бара.

2000 йылдың 10 октябрендә Астанала (Ҡаҙағстан Республикаһы) дәүләт башлыҡтары (Беларусь, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Тажикстан, Ҡырғыҙстан) Евразия иҡтисади берләшмәһен ойоштороу тураһында договорға ҡул ҡуя (2001 йылдың 30 майында көсөнә инә).

2001 йылдың майында Берләшмәнең төп органдары — ЕврАзЭС-тың Халыҡ-ара Советы һәм ЕврАзЭС-тың Интеграциялашыу Комитеты эшен көйләгән документтар ҡабул ителә.

2003 йылда ЕврАзЭС Судының Статуты раҫлана.

2004 йылда ЕврАзЭС менән БДБ араһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Иҡтисади Судының Евразия иҡтисади берләшмәһе Суды функцияларын башҡарыуы тураһында Килешеү төҙөлә.

2003 йылдың декабрендә ЕврАзЭС-ҡа БМО-ның Генераль Ассамблеяһында күҙәтеүсе статусы бирелә.

2005 йылдың сентябрендә ЕврАзЭС илдәре премьер-министрҙары Дүшәмбелә Берләшмә илдәренең яғыулыҡ-энергетика балансын булдырыу буйынса база документына, Берләшмә баҙарҙарына бойҙай сығарыуҙы көйләү тураһында килешеү проектына ҡул ҡуя.

2005 йылдың 7 сентябрендә Санкт-Петербургта Үҙәк Азия хеҙмәттәшлеге ойошмаһы саммитында «Үҙәк Азия хеҙмәттәшлеге» ойошмаһын ЕврАзЭС менән берләштереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

2005 йылдың ноябрендә ЕврАзЭС-тың Финанс-иҡтисади сәйәсәт буйынса советы эш башлай.

2006 йылдың 24 ғинуарында 2006 Үзбәкстанды ЕврАзЭС-ҡа алыу тураһында Протоколға ҡул ҡуйыла.

2006 йылдың авгусында ЕврАзЭс-тың Дәүләт-ара советында Белоруссия, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан составында Таможня берлеге ойоштороу тураһында ҡарар сығарыла.

2007 йылдың 6 октябрендә Душәмбелә үткән ЕврАзЭС саммитында Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белоруссияның Таможня берлеге концепцияһы ҡабул ителә.

2008 йылдың октябрендә Үзбәкстан ЕврАзЭС-та ағзалығын туҡтатып торорға теләк белдерә. 2008 йылдың 12 ноябрендә ЕврАзЭС Үзбәкстандың был ойошма ағзаһы булыуҙан туҡтауын рәсми раҫлай.

2009 йылда Таможня берлегенең дәүләттәрҙән өҫтөн органы — Таможня берлеге комиссияһы эшләй башлай, ЕврАзЭС-тың Кризисҡа ҡаршы фонды асыла, ЕврАзЭС-тың Юғары технологиялар үҙәге ойошторола.

2011 йылдың октябрендә БДБ сиктәрендә ирекле сауҙа зоналары булдырыу тураһында договорға ҡул ҡуйыла[3].

2012 йылдың декабрендә ЕврАзЭС-ты үҙгәртеп ҡороу һәм функцияларының бер өлөшөн Евразия иҡтисади комиссияһына тапшырыу тураһында һөйләшеп килешелә. ЕврАзЭС яғында гуманитар, транспорт, энергетика өлкәләрендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм 15 дәүләт-ара программа ҡала.

2013 йылдың 24 октябрендә Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев Юғарғы Евразия иҡтисади советы ултырышында Евразия иҡтисади берләшмәһен (ЕврАзЭС) таратырға тәҡдим итә, сөнки Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандың Евразия иҡтисади берлеген төҙөгәс, күп йәһәттән уның эшмәкәрлеген ҡабатлаған ЕврАзЭС-тың кәрәге ҡалмай[4].

2014 йылдың 10 октябрендә Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан башлыҡтары Минскиҙа Евразия иҡтисади берләшмәһен (ЕврАзЭС) бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул итә[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Истомин С. И., Моравек Я. И. Таможенный союз стран ЕврАзЭС (комментарий в документах). «Экономика», М., 2001
  • Шишков Ю. В. Интеграционные процессы на пороге XXI века. Почему не интегрируются страны СНГ. М., 2001. Гл. 7.
  • Барков А. В. Проблемы гармонизации в Евразийском экономическом сообществе. — Журнал российского права. 2003, № 8

Һылтанмалар

үҙгәртергә