Берҙәм иҡтисади киңлек
Берҙәм иҡтисади киңлек — 2012 йылдың 1 ғинуарында булдырылған дөйөм баҙар. Дөйөм баҙарға Белоруссия,Ҡаҙағстан һәм Рәсәй инә, бынан элегерәк, 2010 йылдың 1 июлендә, улар таможня берлеген төҙөй.
Берҙәм иҡтисади киңлек | |
Нигеҙләү датаһы | 1 ғинуар 2012 |
---|---|
Нигеҙендә эшләнгән | Евразия таможня берлеге |
Рәсми сайт | eurasiancommission.org/r… |
Берҙәм иҡтисади киңлек Викимилектә |
Берҙәм иҡтисади киңлек дәүләт-ара интеграция формаларының береһе булып тора, уның маҡсаты — берекмә эсендә тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе либералләштереү һәм унан ситтә күмәк протекционизм булдырыу. Берҙәм иҡтисади киңлек унда ҡатнашҡан илдәр араһында «дүрт иреклелек» — тауарҙар, капиталдар, хеҙмәттәр һәм эшсе көсө хәрәкәте иркен — тәьмин итергә, шулай уҡ ҡатнашыусы илдәрҙең макроиҡтисад һәм финанс секторына, транспорт һәм энергетикаһына, сәнәғәт һәм агросәнәғәт комплексына һәм башҡаларға ҡағылышлы иҡтисади сәйәсәтте координацияларға саҡырылған[1][2].
Ағза дәүләттәр
үҙгәртергәҠатнашыусылар
үҙгәртергә- Белоруссия (2012 йылдың 29 майынан)
- Ҡаҙағстан (2012 йылдың 29 майынан)
- Рәсәй (2012 йылдың 29 майынан)
- Әрмәнстан (2014 йылдың 10 октябренән)
- Ҡырғыҙстан (2015 йылдың 23 майынан)
Ихтимал кандидаттар
үҙгәртергә- Тажикистан
- Абхазия Республикаһы
- Үзбәкстан