Четвергов Евгений Владимирович

(Евгений Четвергов битенән йүнәлтелде)

Четвергов Евгений Владимирович (псевдонимы — Нуянь Видяз; 30 март 1934 йыл — СССР-ҙың агроном-ғалимы[1], эрзә һәм рус яҙыусыһы, 1994 йылдың декабренән Мордва Республикаһының баш ҡалаһы Саранскийҙа рус һәм эрзә телдәрендә «Эрзянь Мастор» исеме менән нәшер ителгән бойондороҡһоҙ ижтимағи-сәйәси гәзиттең баш мөхәрире.

Четвергов Евгений Владимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Псевдоним Нуянь Видяз
Тыуған көнө 30 март 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (90 йәш)
Тыуған урыны Ардатово[d], Дубёнский район[d], Мордовская автономная область[d], Урта Волга крайы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, мөхәррир, новеллист
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d]
Жанр хикәйә һәм публицистика[d]
 Четвергов Евгений Владимирович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Евгений Владимирович Четвергов 1934 йылдың 30 мартында Мордва АССР-ының Дубёнский районы Ардат ауылында тыуған. 1952 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Әзербайжан ССР-ының баш ҡалаһы Баҡыла Максим Горький исемендәге Йәш тамашасы театрында сәхнә эшсеһе булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1953 йылдан тыуған ауылында клуб мөдире була.

1954—1959 йылдарҙа Евгений Четвергов Пенза ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡый. Юғары һөнәри белем алғандан һуң алты йыл Мордва АССР-ының Ардатов һәм Ковылкин райондары совхоздарында агроном булып эшләй.

1965 йылда Н. П. Огарёв исемендәге Мордва дәүләт университетының аспирантураһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлағандан һәм «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлағандан һуң артабан 28 йыл дауамында (19681996) ошо юғары уҡыу йортонда уҡыта, доцент.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Четвергов Е. В., Гербициды — на хлебном поле. — 1980
  • Четвергов Е. В., Слагаемые качества зерна. — 1985
  • Четвергов Е. В., Сиреневая луна. . Рассказы о природе. — 1989
  • Эрзянь Масторонть седейсэ. Имена их бессмертны: Килангонь тешкст, нурька статьят ине эрзятнеде / Нуянь Видяз. — Саранск, 2007. — 86 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История Мордовии в лицах: Биографический сборник. Кн. 2. — Саранск: Тип. «Красный Октябрь», 1997.—592 с., стр. 545