Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы

башҡорт яҙыусыһы
(Дәүләтшина Һәҙиә битенән йүнәлтелде)

Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (5 март (иҫке ст. 21 февраль) 1905 йыл5 декабрь 1954 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.

Һәҙиә Дәүләтшина
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы
Тыуған көнө:

21 февраль 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылы

Вафат булған көнө:

5 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (49 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы-прозаик

Ижад йылдары:

1926—1952

Йүнәлеше:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Һылыуҡай — пионерка», 1926

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.

Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .

Биографияһы

үҙгәртергә

1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған.

1920 йылдарҙа Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай ауылында уҡытыусы булып эшләй.

1921 йылда Һамар татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. 1924—1925 йылдарҙа Педагогия институты рабфагында уҡый.

1932 йылда Редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институтында белем ала.

1934 йылда 1-се СССР яҙыусыларҙың съезында делегат булып ҡатнаша.

1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инеп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай.

1936 йылда Минск ҡалаһында үткән яҙыусыларҙың 3-сө Пленумында ҡатнаша. Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш X Бөтә Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана.

1937 йылдың 20 ноябрендә Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы булараҡ ҡулға алына һәм НКВД-ның Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм ителә.

1937—1942 йылдарҙа Мордовиялағы Темников лагерҙарында ултыра.

1954 йылдың 5 декабрендә — Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була.

1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға «Ырғыҙ» романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде [1]

Әҙип тураһында

үҙгәртергә

Фотогалерея

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы [1](недоступная ссылка)
  2. Өфөлә «Һәҙиә» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды [2]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады. 1905-1954 [төҙ. Г. Н. Ҡасҡынова]. - Өфө : Китап, 2010. - 157 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Гөлнур Ҡасҡынова. Ырғыҙ буйҙарында.[5]
  • В Большой Черниговке прошел областной башкирский праздник Йыйын http://www.samddn.ru/novosti/novosti/v-bolshoy-chernigovke-proshel-oblastnoy-bashkirskiy-prazdnik-yyyyn/
  1. Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫма. — Өфө, 2005.
  2. Башҡортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996.
  3. Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [6] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 108-109 с. ISBN 5-295-02294-3. Дом, где жила Хадия Давлетшина. Кирова улица, 5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар