Дәүләтйәров Муллайән Хәбибйәр улы

Дәүләтйәров Муллайән Хәбибйәр улы (2 ноябрь 1957 йыл — 7 июль 2015 йыл) — рәссам. 2002—2015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).

Дәүләтйәров Муллайән Хәбибйәр улы
татар. Муллаҗан Хәбибулла улы Дәүләтьяров
Тыуған:

2 ноябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Ишмәмәт, Борай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Үлгән:

7 июль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (57 йәш)

Үлгән урыны:

Неаполь[d], Италия

Ил:

 СССР
 Рәсәй

Жанр:

пейзаж, портрет

Уҡыған урыны:

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты

Исемдәре:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010)

Биографияһы

үҙгәртергә

Муллайән Хәбибйәр улы Дәүләтйәров 1957 йылдың 2 ноябрендә Башҡорт АССР-ы-ның Борай районы Ишмәмәт ауылында тыуған.

2000 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлай.

2002 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының дизайн кафедраһында эшләй, доцент.

1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы һәм «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), «Мираҫ» Нефтекама картиналар галереяһында (Нефтекама), «Янғантау» картиналар галереяһында (Башҡортостан Республикаһының Салауат районы, «Янғантау» курорты), Яр Саллы ҡалаһы картиналар галереяһында һаҡлана.

2015 йылдың 7 июлендә Неаполь ҡалаһында (Италия)[1] вафат булып ҡала.

Ижади эштәре

үҙгәртергә

Картиналар серияһы: «Халыҡ көйҙәре буйынса» (1996—2003), «Ауыл мотивтары» (1999—2003), «Йома», «Бал-бабай» (1998), «Байрамда» (1998), «Өләсәйем» (1997), «Тамырҙарым» (1998), «Көнсығыш мотивтары» (1999), «Яҙ» (2001), «Көҙ» (2001), «Иртә» (2001), «Кис» (2001), «Йонсоу көн» (2001), «Түңәрәк күл» (2002), «Ер төшө» (2003), «Түбә» (2003).

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

1984 йылдан алып Республика, шул иҫәптән махсус (графика; декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте), зона, төбәк, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашсыһы.

Улар араһында: «Рәсәй тарихында һайлауҙар: боронғонан алып беҙҙең көндәргә тиклем» республика лубок күргәҙмәһе (2011)[2], Италиялағы «Рәсәйҙән ҡараш» күргәҙмәһе (2012)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).
  • Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзының һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының бронза миҙалы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В Неаполе скончался заслуженный художник Башкортостана. Уфимская государственная академия искусств. Дата обращения: 2 июль 2015.(недоступная ссылка)(рус.). Уфимская государственная академия искусств. 2 июль 2015 тикшерелгән.
  2. Художники в политике 2015 йыл 12 июль архивланған.
  3. «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная рекламно-информационная газета 2015 йыл 12 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә