Дар әл-хәрб

(Дәр әл-хәрб битенән йүнәлтелде)

Дар әл-хәрб (ғәр. دار الحرب‎ — хәрбилек территорияһы‎; рус. Дар аль-харб, дар аль-куфр — хәрбилек территорияһы, көфөрлөк территорияһы) — башлыҡтары ислам динен ҡабул итергә саҡырылған Дар әл-ислам (Ислам биләмәһе) менән сиктәш биләмәләрҙе билдәләү. Дар әл-хәрбкә мосолмандарҙың һөжүм итмәү һәм тыныслыҡ (солох) тураһында килешеүе булған территориялар, йәғни Дәр әс-сүлх (ғәр. ‎ — «Дар әл-әхед»‎- «тыныслыҡ биләмәһе») инмәй.

Дар әл-хәрб
Ҡапма-ҡаршыһы Дар әл-ислам һәм Дар әс-сүлх
Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге һәм Кордова әмирлеге (ҡуйы йәшел) территорияһы, VIII быуат

Хоҡуҡ белгестәре (фаҡиһтар) Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманынан алып Дар әл-хәрб концепцияһын күҙәтә, Ул фарсы, абиссин һәм византия императорҙарына ислам ҡабул итеү йәки һуғыш (хәрб) араһында һайлау талабы менән хәбәрҙәр ебәргән булған.

Дар әл-хәрб лидерҙары ислам динен ҡабул иткәндән һуң, уларҙың территорияһы ислам законы өҫтөнлөк иткән Дар әл-Ислам өлөшөнә әүерелә. Күпселек мосолман дин белгестәре фекеренсә, ислам территорияһында ислам хоҡуғы мосолман булмағанға алмаштырылһа, ул һуғыш территорияһына әүерелә.

Башҡа классик хоҡуҡи концепциялар кеүек үк, Дар әл-хәрб төшөнсәһен индереү тарихи үҙгәрештәр менән бәйле. Был концепция бөгөн етди әһәмиәткә эйә түгел[1].

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Колониаль осорҙа колониялға әүерелгән территорияларҙың статусы тураһында бәхәстәр булған. Һиндостан мосолмандары Британия Һиндостаны Дар әл-хәрбтең бер өлөшө, шуға күрә инглиздәргә ҡаршы йыһат алып барылырға тейеш, тип һанаған. Ислам тәғлимәтселәре колонияға әйләнгән Алжирҙы Дар әл-хәрб тип һанаған, шуға күрә Дар әл-исламға һижрәт тураһында фекерҙәр булған[2].

Хәҙерге ваҡытта «дар әл-ислам» термины күбеһенсә мосолмандар йәшәгән донъяуи дәүләттәргә ҡарата ла ҡулланыла"[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Dar al-Harb. The Oxford Dictionary of Islam (инг.)баш.. Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
  2. Dar al-Islam. Oxford Islamic Studies Online. Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 22 ғинуар 2021 года.
  3. Гогиберидзе, 2009, с. 47
урыҫ телендә
  • Али-заде, А. А. Дар аль-ислам и Дар аль-харб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ионова А. И. Современный ислам и панисламизм // Вопросы научного атеизма. Вып. 39 / Редкол. В. И. Гараджа (отв. ред.) и др.; Акад. обществ. наук ЦК КПСС. Ин-т научного атеизма. — М.: Мысль, 1989. — С. 120—139. — 335 с. — 18 870 экз.
башҡа телдәрҙә