Һыу кимәле - (рус. Уровень воды) — һыу өҫтө бейеклеге, ул билдәле бер даими яҫылыҡҡа ҡарата сағыштырып иҫәпләнә (ҡағиҙә булараҡ - ординарға ҡарата).

Һыу кимәле
Сибай быуаһы. Быуа һыуы һәм унан ағып сыҡҡан һыу (ординар) кимәле

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һыу кимәле төшөнсәһе тәбиғи һәм яһалма һыу ағымдары, һыуһаҡлағыстар, шулай уҡ улаҡтар өсөн ҡулланыла.

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә йылғаларҙағы һыу кимәле гидрологик режимға ярашлы рәүештә минималь (түбәнге) һәм максималь (үрге) кимәлдәргә етә.

Яҙ ташҡын ваҡытында һыу кимәле юғары күтәрелеүе күҙәтелә. Көҙ һыу кимәле күтәрелеү ямғыр яуыуға бәйле, шулай уҡ ташҡындар була. Ҡыш һәм йәй һыу кимәле төшә (ru:межень). Йыш ҡына шишмәләр һәм йылғалар кибә. Башҡа тәбиғәт зоналарында һыу кимәле үҙгәреүе башҡаса булыуы мөмкин, был ул тарафтарҙағы яуым-төшөм һәм температура режимына бәйле.

Һыу кимәлен билдәләү

үҙгәртергә

Һыу кимәле гидрологик постарҙа үлсәнә. Һыу кимәле үҙгәреше графигы гидрограф тип атала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Чеботарев А. И. Гидрологический словарь. Л.: Гидрометеоиздат, 1978.

Һылтанмалар

үҙгәртергә