Доденко Матрёна Кирилловна
Доденко Матрёна Кирилловна (10 май 1913 йыл — 31 октябрь 2000 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Украина ССР-ы Днепропетровск өлкәһе «Ҡыҙылармеец» совхозында звено башлығы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Доденко Матрёна Кирилловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 10 май 1913 |
Тыуған урыны | Павлоградский уезд[d], Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 октябрь 2000 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Владимировка[d], Акимовский район[d], Запорожье өлкәһе, Украина |
Һөнәр төрө | помолог, nursery gardener |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМатрёна Кирилловна Доденко 1913 йылдың 28 апрелендә (10 май) Хащевое ауылында, хәҙер Украинаның Днепропетровск өлкәһе Яңы Мәскәү районында тыуған. Ата-әсәһен бик иртә юғалта, бала саҡтан эшләй — сит балаларҙы ҡарай. Үҙ аллы уҡырға, яҙырға өйрәнә. Белем ала алмай. 1920 йыл аҙағында урындағы колхозда эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1942 йылдың февралендә, ғаиләһе менән Сталинград өлкәһенә эвакуациялана, унда Калинин районындағы «Страховский» иген совхозында (хәҙер Волгоград өлкәһенең Новоаннинский районы) төрлө эштәрҙә эшләй. Ире, Доденко Макар Афанасьевич, 1943 йылда фронтҡа китә, 1944 йылдың декабрендә Венгрияла һәләк була[1].
1944 йылдың апрелендә улы менән бергә Днепропетровск өлкәһенә ҡайта һәм тиҙҙән Юрьевский районының Новоивановское ауылындағы «Ҡыҙылармеец» орлоҡсолоҡ совхозына эшкә урынлаша (1959—1991 йылдарҙа — Павлоград районы). Бер аҙҙан йәшелсәселек бригадаһының звено башлығы була.
1947 йылда звено 29,1 гектар майҙанда 31 центнер бойҙай уңышын ала. СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 3 майындағы Указы менән 1947 йылда совхоз дәүләткә ауыл хужалығы продукттарын тапшырыу планын үтәгәндә юғары бойҙай уңышы алыуы һәм 1948 йылда яҙғы сәсеү өсөн иген культуралары орлоғо менән тәьмин итеүе өсөн Доденко Матрена Кирилловнаға Ленин ордены һәм "«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[2]
Артабанғы йылдарҙа бер нисә тапҡыр хеҙмәтсәндәр депутаттарының Юрьевский район советы депутаты була, йәмәғәт эштәрен әүҙем алып бара.
Хаҡлы ялда булып, 1995 йылда Запорожье өлкәһенең Акимовский районы Владимировка ауылына күсеп китә. 2000 йылдың 31 октябрендә вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Информация из донесения о безвозвратных потерях // ОБД «Мемориал»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Социалистического Труда работникам совхозов Министерства совхозов СССР по Украинской ССР» от 3 мая 1948 г. // Ведомости Верховного Совета СССР. — 16.05.1948. — № 18 (517). — С. 1
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Доденко Матрёна Кирилловна . «Герои страны» сайты.