Әбү Ғәмер Дирар ибн Ғәмер әл-Ғатафани әл-Күфи (ғәр. ضرار بن عمرو‎; 728—815) — ислам ғөләмәһе, тәүге мөғтәзилиҙәрҙең береһе.

Дирар ибн Ғәмер
ғәр. ضرار بن عمرو
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 728[1]
Тыуған урыны Әл-Күфә, Ираҡ[2]
Вафат булған көнө 815[1][3]
Вафат булған урыны Бәсра, Ираҡ
Һөнәр төрө дин белгесе, Ҡаҙый
Эшмәкәрлек төрө Кәләм
Уҡыусылар Хусейн ибн Мухаммед ан-Наджжар[d]
Кемдә уҡыған Васил ибн Ата[d][4]
Әүҙемлек урыны Бәсра[5]

Биографияһы үҙгәртергә

Дирар ибн Ғәмер Бәсра һәм Бағдад мөғтәзили мәҙһәбтәре рәсмиләштерелгәнгә тиклемге осорҙа йәшәгән. 786 йылдан һуң ул Бағдадта бармаҡиҙар даирәһендә була; Яхъя ибн Хәлит әл-Бармаҡи ойошторған атаҡлы диспуттарҙа ҡатнаша.

Ҡараштары үҙгәртергә

Ул кәләмдең бер нисә теорияһын, атап әйткәндә, «ике эш итеүсе» һәм кешенең Аллаһ ҡылғандарҙы үҙләштереүе («кәсеп») теорияһын башлап ебәрә. Ҡөрьәнде кеше телдән әйтә, әммә Аллаһ уны юҡтан барлыҡҡа килтергән тип иҫәпләй[6].

Имамлыҡ мәсьәләһендә ул, әгәр ҡорайыш менән ҡорайыш түгел тап килһә, ҡорайыш булмағанды һайлау яҡшыраҡ, сөнки уның туғандары аҙ һәм бәйләнеше көсһөҙ, ә закон боҙолған осраҡта мосолмандар уны ҡолата ала, тип иҫәпләй[7].

Дирарҙың күпселек әҫәрҙәре бәхәсле характерҙа була. Үҙенең әҫәрҙәрендә ул "бидғәтселәрҙең ": манихей, натурфилософ, антропоморфист, хәрижиҙәр, хәшвиҙәр, рафидиҙәр, христиан һ. б. төрлө категорияларын кире ҡаға[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Издательство Чикагского университета — 1891.
  2. Энциклопедия ислама (второе издание)Лейден: Koninklijke Brill.
  3. Schmidtke S. The Oxford Handbook of Islamic Theology (ингл.)OUP, 2014. — P. 55. — doi:10.1093/OXFORDHB/9780199696703.001.0001
  4. https://www.journals.uchicago.edu/doi/full/10.1086/690653
  5. Badawi A. R. Histoire de la philosophie en Islam (фр.) // Études de Philosophie MédiévaleParis: Librairie philosophique J. Vrin, 1972. — Vol. 60. — P. 244. — 886 с. — ISSN 0249-7921
  6. Ихван ас-Сафа’: между ал-Кинди и ал-Фараби // Главный редактор Янис Эшотс Ишрак : ежегодник исламской философии. — Издательская фирма «Восточная литература», 2013. — Т. 4. — С. 40—41. — ISBN 978-5-02-036543-8.
  7. 7,0 7,1 аш-Шахрастани. Джабариты // Книга о религиях и сектах.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Thomas, David. Abū ʿAmr Ḍirār ibn ʿAmr al-Ghaṭafānī l-Kūfī // Christian-Muslim Relations. A Bibliographical History / General Editor David Thomas. — Brill Online, 2014.
  • Ḍirār b. ʿAmr / van Ess, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)