Динар (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Динар — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Динар исеме бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәДинар исеме башҡорт теленә ғәрәп һәм фарс теленә боронғо алтын аҡса атамаһынан килеп ингән[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҒилметдинов Динар Заһит улы (10 август 1969 йыл) — юрист, дәүләт хеҙмәткәре, запастағы полиция полковнигы, йәмәғәт эшмәкәре. 2005—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Мишкә районының почётлы гражданы (2015).
Хәлитов Динар Дидар улы (18 август 1959 йыл) - архитектор, дәүләт эшмәкәре. 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (2004). Рәсәйҙең почётлы архитекторы (2010)[2].
Йомағужин Динар Ҡәнзәфәр улы (1954 йыл) - хеҙмәт ветераны. 1996—2011 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының цех начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы районы Мәрйәмғол ауылынан.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСерб Республикаһының динары (сер. Динар Републике Српске Динар Републике Српске) — Серб Республикаһының 1992—1998 йылдарҙағы аҡса берәмеге.
Балҡан ярымутрауы (слов. Balkanski polotok, хорв. Balkanski poluotok, босн. Balkansko poluostrvo, сер. һәм черногор. Балканско полуострво, рум. Peninsula Balcanică, болг. һәм макед. Балкански полуостров, грек. Βαλκανική χερσόνησος, төр. Balkan Yarımadası, итал. Penisola Balcanica, лат. Paeninsula Balcanica) Европаның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Майҙаны — 505 км² тирәһе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәДенары (макед. македонски денар) — Төньяҡ Македонияның милли валютаһы, атамаһы боронғо римса денарий һүҙенән алынған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |