Баязит Дим

(Дим Баязит битенән йүнәлтелде)

Баязит Дим (Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24 ғинуар 1909 йыл — 10 октябрь 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-яҙыусы, журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).

Баязит Дим
Тыуған көнө

24 ғинуар 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Вафат булған көнө

10 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (36 йәш)

Ил

 СССР

Эшмәкәрлеге

журналист, яҙыусы

Биографияһы

үҙгәртергә

Баязит Дим 1909 йылдың 24 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Әлшәй волосының Иҫке Айыухан ауылында[1] урта хәлле крәҫтиәндең күп балалы ғаиләһендә беренсе булып тыуған. Ваҡытына ҡарата алдынғы ҡарашлы була, 1923 йылда йәштәр ойошмаһы РКСМ (1926 йылдан — ВЛКСМ) сафына алына. 1924 йылда ауыл мәктәбенең ете синыфын тамамлағас, Бәләбәй педагогия техникумына уҡырға инә. Бында ул комсомол ячейкаһы етәксеһе була, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары тәҡдиме менән республика гәзиттәренә хәбәрҙәр яҙа башлай. Уның тәүге ижад өлгөләре уҡыусы йәштәр тормошон һәм ауылдағы яңылыҡтарҙы сағылдыра һәм Өфөлә сыҡҡан «Яңы ауыл» (хәҙерге «Ҡыҙыл таң») гәзитендә «Баязит Дим» псевдонимы менән даими баҫылып тора. 1928 йылда махсус урта белемле уҡытыусы һөнәре алған һәм әүҙем йәш хәбәрсе булып танылған егетте «Коммуна» гәзетенә (хәҙерге «Ҡыҙыл таң») эшкә саҡыралар. 1929 йылда ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән Баязит Дим республика райондарында тәүгеләрҙең береһе булып сыға башларға тейешле «Ленин юлы» гәзитен ойошторорға Туймазыға ебәрелә. Баҫма донъя күрә башлағас, уның редакторы була. Баязит Дим гәзиттә буласаҡ күренекле башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбай (яуаплы секретарь) һәм аҙаҡтан «Башҡортостандың халыҡ шағиры» исемен алған Рәшит Ниғмәти менән бергә эшләй. Нәҡ ошо осорҙа матбуғатта ауылдағы коллективләштереү, комсомол йәштәрҙең яңы тормош төҙөүҙәге роле тураһындағы көнүҙәк мәҡәләләре менән бер рәттән әҙип хикәйәләр ҙә ижад итә. Уның «Яҙ йыры», «Йәшлек», «Барыбер яҙ килер», «Ауылым тураһында» тип исемләнгән әҫәрҙәре бер-бер артлы баҫылып сыға. 1930 йылда коллективлаштырыу темаһына арналған «Ҡыуыштағы тормош» повесы донъя күрә. Туймазы район гәзитендә эшләгәндә Баязит Дим ВКП(б) сафына ҡабул ителә.

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

1931 йылда ул Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Алыҫ Көнсығышҡа, Сик буйы ғәскәрҙәренә ебәрелә. Бер нисә йылдан офицер дәрәжәһе ала, ә 1934 йылда политрук вазифаһына тәғәйенләнә, аҙаҡтан полк комиссары була, Хәсән күле буйында һәм Монголияғы Халхин-Гол янындағы хәрби хәрәкәттәрҙең уртаһында була. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Баязит Дим хеҙмәт иткән дивизия СССР-ҙың көнбайыш сигенә күсерелә. 1941 йылдың 22 июнендә ул комиссар булған полк немец-фашист ғәскәрҙәренең беҙҙҙең илгә һөжүмен тәүгеләр рәтендә ҡаршылай, аҙаҡтан һуғыша-һуғыша көнсығышҡа сигенергә мәжбүр була. Смоленск янындағы бер алышта Баязит Дим ҡаты яралана. Госпиталдән һуң Мәскәү эргәһендәге яуҙарҙа ҡатнаша. Унда алған икенсе ауыр яраһы уға һуғышты дауам итергә мөмкинлек бирмәй, дауаланғандан һуң әҙерәк һаулығы нығынһа ла, уны хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табалар һәм инвалидлыҡ бирәләр. Яугир Өфөгә ҡайта һәм ВКП(б) өлкә комитетында хәрби бүлек мөдире булып эшләй башлай.

һуғыш яраларынан сәләмәтлеге ныҡлап ҡаҡшаған Баязит Дим 1945 йылдың 10 октябренә Өфөлә вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Быға тиклем әҙәби ижадта етәрлек тәжрибә туплап өлгәргән журналист-яҙыусы Сик буйы ғәскәрҙәре сафында хәрби хеҙмәт үткән йылдарында ла ҡәләмен ташламай, киреһенсә, үҙенең әүҙемлеге арҡаһындауны артабан ныҡлап шымарта. Әҙәби тәнҡитселәр һуңынан билдәләүенсә, Баязит Дим башҡорт әҙәбиәтенә үҙенең яңы темаһы менән килеп инә. Был — беҙҙә бығаса бөтөнләй тип яҡтыртылмаған хәрби тема — һалдат һәм офицерҙар тормошо, күп милләтле совет халҡының ил сиген уяу һаҡлаусы йәш вәкилдәре. Әҙиптең сик буйы хеҙмәте йылдарында яҙылған хикәйәләренең төп геройҙары, авторҙың үҙе кеүек үк, хәрбиҙәр. Күп образдар, тормоштоң үҙенән алынғанлыҡтан, үҙенсәлекле һәм ышаныслы итеп һүрәтләнә. Шуға ла Баязит Димдең был осорҙағы башлыса һалдат тормошона арналған мәҡәлә һәм хикәйәләре үҙенең дивизия матбуғатында ғына түгел, ул саҡта уҡ илдә киң билдәлелек яулаған әҙәби-нәфис һәм ижтимғи-сәйәси булып иҫәпләнгән «Октябрь» журналында ла йыш ҡына донъя күрә. Яҙыусы әҫәрҙәрен үҙ телендә нәҫер итеү өсөн тыуған яҡтарына ла ебәрә. Уның «Хәрби хикәйәләр» тип аталған тәүге йыйынтығы 1938 йылда Өфөлә баҫылып сыға. «Комиссар Лавров», «Беҙҙең ҡыҙ», «Беренсе бәрелеш» повестары һәм «Тимер кешеләр» хикәйәһе ингән икенсе китабы «Фронт хикәйәләре» исеме аҫтында 1941 йылда нәшер ителә. Баязит Дим үлгәндән һуң, ҡасандыр Туймазы гәзитендә бергә эшләгән хеҙмәттәше Баязит Бикбайҙың баш һүҙе менән әҙиптең тағы ла бер йыйынтығы («Хикәйәләр») 1948 йылда уҡыусыға тәҡдим ителә. Был йыйынтыҡ әҫәрҙәре башҡорт прозаһының һуғыш тураһындағы тәүге ҡарлуғастары булды. Автобиографик һыҙаттар күренеп ятыу менән бер рәттән уларҙа хәл-ваҡиғалар эсендә булыусының уй-кисерештәре һәм уйланыуҙары төп урынды биләй. Баязит Дим дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғыш алып барған күп милләтле совет халҡының фашистарҙан бар яҡлап та өҫтән булыуын ышанырлыҡ итеп һүрәтләй. Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған һалдат һәм офицерҙарға һәр хикәйәлә нигеҙле дан йырлана. Яугир-яҙыусының тормошсан әҫәрҙәре уҡыусыла юғары патриотик тойғолар тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Башҡорт әҙәбиәте тарихында үҙенсәлекле урын алған Баязит Димдең яҡты иҫтәлеген яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай. Уның тыуған ауылы Айыухандың бер урамы әҙип исемен йөрөтә.

Баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Хәрби хикәйәләр. — Өфө, 1938. — 162 бит.
  • Фронт хикәйәләре. — Өфө, 1941. — 86 бит.
  • Хикәйәләр. Б. Бикбай баш һүҙе менән. — Өфө, 1948. — 100 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (15.12.1944)[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник. Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр.
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Библиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө; Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә