Даян (исем)

(Даян(исем) битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Даян — башҡорт, шул иҫәптән төрки телдәрҙә киң таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Даян исеме ғәрәпсәнән «хөкөм эйәһе» тигәнде аңлата[1]. Ҡылған эштәргә,гөнаһтарға күрә язаһын биреүсе, юғары хөкөм.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ҡадир Даян (тулы исеме Ҡадир Хәким улы Даянов) (14 февраль 1910 йыл — 19 октябрь 1975 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), ике «Почёт Билдәһе» (1945, 1955) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969).

Мурзин Даян Баян улы (20 ғинуар 1921 йыл, Иҫке Балыҡлы, Баҡалы районы, Өфө губернаһы — 9 февраль 2012 йыл, Өфө) — Икенсе донъя һуғышында һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1972). Чехия һәм Словакияның 16 ҡалаһының Почетлы гражданы. Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы.

Фамилияла

үҙгәртергә

Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙы (1948) — башҡорт балалар яҙыусыһы, уҡытыусы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Даян Мурзин исемендәге урам — Өфөнөң Киров районындағы урам.

Даян Мурзин майҙаны — Словакияның Злин ҡалаһының үҙәк майҙаны.

Даян Мурзин урамы — Словакияның бер урамы майор Даян Мурзиндың исемен йөрөтә.

Даян — яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй» әҫәрендәге кире герой.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ