Гөлфиә

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Гөлфиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Татар ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Гөлфиә

Этимологияһы үҙгәртергә

Гөлфиә исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда килеп ингән, фарс. — гөлгә оҡшаш мәғәнәһен аңлата[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10 сентябрь 1948 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015) журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).

Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы (16 октябрь 1953 йыл) — башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары.

Исхакова Гөлфиә Заһит ҡыҙы (Вәлиева) (15 февраль 1957 йыл, ТАССР, Әлмәт районы, Кәләй) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, ансамбль етәксеһе, шағирә, Удмуртияла (Воткинск) йәшәп, татар телендә ижад итә. Татарстан (2007) һәм Удмурт Республикаһы (2007) яҙыусылар, РФ журналистар (2014) союзы ағзаһы. Сәжидә Сөләймәнова (2016), Риза Шәфи (2008) исемендәге премиялар лауреаты.

Динисламова Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы (1963) — Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡалаһы мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы.

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
  • Башҡорт исемдәре /Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. — 224 бит.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә