Гәрәев Дабир Батыр улы
Гәрәев Дабир Батыр улы (10 декабрь 1934 йыл — 13 февраль 2006 йыл) — ғалим-агроном. 1980—2000 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылға тиклем — бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
Дабир Батыр улы Гәрәев | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡортостан АССР-ы, Туймазы районы, Алпай ауылы | |
Вафат көнө |
13 февраль 2006 (71 йәш) | |
Вафат урыны |
Башҡортостан, Өфө ҡалаһы | |
Ил | ||
Ғилми даирәһе | ||
Эшләгән урыны |
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты | |
Альма-матер | ||
Ғилми дәрәжәһе |
фән кандидаты | |
Награда һәм премиялары |
| |
Биографияһы
үҙгәртергәДабир Батыр улы Гәрәев 1934 йылдың 10 декабрендә Башҡортостан АССР-ы Туймазы районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы) Алпай ауылында тыуған.
1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
1959 йылдан Балтас районында Балтас дәүләт сорт һынау участкаһында агроном булып эшләй.
1960 йылдан Әбйәлил районында Әбйәлил дәүләт сорт һынау участкаһы мөдире вазифаһын башҡара.
1966 йылдан Башҡорт АССР‑ының Ауыл хужалығы культураларының сортын һынау буйынса дәүләт комиссияһы инспекцияһы начальнигы вазифаһын үтәй.
1980—2000 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, бер үк ваҡытта 1999 йылға тиклем бүлек мөдире була[1].
2006 йылдың 13 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була, туған яғында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге сорттарҙы өйрәнеүгә, орлоҡсолоҡҡа һәм яҙғы бойҙайҙы, ужым арышын, һолоно һәм һыра ҡайнатыуҙа ҡулланыла торған арпаны Башҡортостан Республикаһы шарттарында үҫтереүҙең орлоҡсолоҡ технологияларын өйрәнеүгә арналған. Дабир Гәрәев иген культураларының сорттарын Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы зоналарында урынлаштырыуҙың оптималь структураһын эшләй. 100-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр һәм китаптар авторы[1].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Опыт возделывания яровой пшеницы в Зауралье. — Уфа, 1964.
- Сорт, семена, урожай. — Уфа, 1981.
- Характеристика сортов сельскохозяйственных культур, включённых в Госреестр по Республике Башкортостан: пособие для агрономов. — Уфа, 1997.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976)
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982)
- Башҡорт ССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Бәхтизин Н. Р. Гәрәев Дабир Батыр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Гәрәев Дабир Батыр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)