Греция тарихы
Дәүләт  Греция
 Греция тарихы Викимилектә

Грецияның тарихҡаса осоро

үҙгәртергә

360 мең йәштәге бик боронғо архантроптар мәйеттәре Петралон[1]. мәмерйәһендә табылған. Пелопоннес[2]. территорияһында 40 мең йыл элек йәшәгән неандерталсылар мәйеттәре табылғаны ла билдәле, Греция тарихының иғтибарға лайыҡ тағы бер нимәһе булып, үрге палеолиттан алып мезолитҡа[3].тиклемге кеше йәшәүен раҫлаған табылдыҡтар араһындағы өҙөклөк (разрыв) тора. Греция неолиты анатолий сығышлы һәм Сескло, Неа Никомедия һәм Димини (Винчатың көньяҡ варианты) мәҙәниәттәрендә сағыла. Грециялағы иң боронғо неолит тораҡтарының береһе булып б.э.т. 7 мең йыл менән билдәләнгән Франхти (грек. Σπήλαιο Φράγχθι) мәмерйәһе иҫәпләнә, һәм ул бында йәшәгән кешеләрҙә үҫешкән диңгеҙҙә[4] йөрөү мөмкинлеге булғанын хәбәр итә[5]

Грек тарихынаса булған эгей цивилизацияһы (иртә һәм урта осор)

үҙгәртергә

Тәүге мәҙәни үҙәктәр Микеныла Генрих Шлиман (1876), Крит утрауында Артур Эванс (с 1899) алып барған ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәһендә табылған . XIX быуаттан бер нисә йөҙ һәйкәл: ҡәберлектәр, ултыраҡтар, Лемнос утрауындағы 5 м бейеклегендәге таш диуарлы Полиохна тибындағы ҙур ҡалалар, Милос утрауындағы Филакопи; батша резиденциялары — Троя, Крит һарайҙары (Кносс, Маллия, Фест), Микенылағы акрополь тикшерелгән.

Был осорҙоң иң билдәле археологик мәҙәниәттәре — миной, йәки крит, һәм микен, осорҙоң атамаһы ла шунан алынған, шулай уҡ бер нисә локаль, айырым алғанда, киклад һәм эллин мәҙәниәттәре бар.

Гре́к осорона тиклемге субстра́т — самалап әйткәндә, протогрек телен йөрөтөүселәр килгәнгә саҡлы Боронғо Греция территорияһында таралған билдәһеҙ тел йәиһә бер нисә телде аңлатҡан термин. Грек һүҙҙәренең күҙгә ташланған бер өлөшөн, протоһинд-европа тамырҙарын һәм морфемаларын яңынан ҡороп ҡарағанда ла аңлатып булмағанлыҡтан, грек теле бик күп һүҙ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙе грек теленә тиклемге телдән йә телдәрҙән алғандыр тип фаразлайҙар.

Грек осорона тиклемге субстрат археологияла материк Грецияһы эллада цивилизацияһының иртә һәм өлөшләп урта периоды, шулай уҡ Эгей диңгеҙе утрауҙарының миной һәм киклад цивилизацияһы менән оҡшашлығы бар (ассоциируется). Алдағы өс дәүерҙе йотҡан Микен цивилизацияһы барлыҡҡа килгәс, грек осорона тиклемге халыҡ бик тиҙ арала ассимиляцияланған. Геродот эпохаһында уҡ инде ул иҫкә алған күп халыҡтар тик легендаларҙа ғына һаҡланған булып сыға.

Микен цивилизацияһы

үҙгәртергә

Асылда Греция территорияһында грек халҡы өҫтөнлөк алған тәүге мәҙәниәт — ул алдағы эгей мәҙәниәттәрен берләштергән Микен мәҙәниәте. Фаразлау буйынса, Балҡанға хәҙерге Румыния, Молдавия һәм Көньяҡ Украина[6] региондарынан күсеп килгән (миграциялаған) усат мәҙәниәте тоҡомдары грек телен йөрөтөүселәр булған. Һуңғы бронза быуаты дауамында йәшәп килгән микен мәҙәниәте, яҡынса б.э.т. 2100 йылдан башлап (шахта кәшәнәләре периоды) һәм б.э.т. 1100 йылда цивилизация ҡолағанға саҡлы, эгей регионына ахейсылар килгәнгә тиклем дауам иткән. Был тарихи дәүер Гомерҙың эпик поэмаларында һәм грек мифологияһының төп өлөшөндә сағылыш тапҡан. Микен периоды атамаһын Пелопоннес өлкәһендә, Арголиданың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан микен археологик участкаһынан (Микены) алған. Был эпоха тураһында мөһим мәғлүмәт биреүсе башҡа урындарға Афины, Пилос, Фивы һәм Тиринф ҡарай.

Микен цивилизацияһы менән хәрби аристократия идара иткән. Яҡынса б.э.т. 1400 йылда Крит, миной цивилизацияһы үҙәге миной һыҙымлы A яҙмаһын үҙләштергән микенлылар контроленә күскән, ә яҙма боронғо грек теленең иртә формаларын яҙырға мөмкинлек биргән һыҙымлы яҙмаһына әүерелгән (трансформацияланған).

Микендар юғары ҡатлам кешеләрен«умарта-ҡәберлектәр», бейек көмбәҙле һәм таштан һалынған дүрткел инеү урынынан торған ҙур түңәрәк ерләү камераларында ерләгәндәр. Ҡәберлектә мәйет эргәһендә ҡорал һәм хәрби кәрәк-яраҡ ҡалдырғандар. Юғары ҡатлам вәкилдәрен йыш ҡына алтын битлектәрҙә, диадемалар, хәрби кейемдәр һәм затлы таштар менән уйып биҙәлгән ҡоралдар менән ерләгәндәр. Мәйеттәрҙе ултырған килеш ерләгәндәр, ҡайһылары мумификацияланған.

Яҡынса б. э. т. 1100 йылда микен цивилизацияһы көтөлмәгәндә емерелгән, күп һанлы ҡалалар бөлгөнлөккә төшкән һәм Греция тарихсылары ҡараңғы быуат тип атаған эпохаға сумған. Грецияла тыуым кәмегән һәм яҙма мәҙәниәте түбәнгә тәгәрәгән. Гректар үҙҙәре был ваҡиғаны баһалағанда, археологик материал менән раҫлау бик ярлы булһа ла, традиция буйынса, төшөнкөлөк сәбәпсеһе тип башҡа эллин ҡәбиләләрен — дорийлыларҙы ғәйепләйҙәр, фажиғәне уларҙың яңы тулҡын баҫып инеүе менән бәйләйҙәр.

Грецияның ҡараңғы быуаттары

үҙгәртергә

Ҡараңғы быуаттар, Гомер Грецияһы— Боронғо Греция тарихындағы яҡынса б.э.т. 1200—800 йй. периоды, ул микен мәҙәниәте байыған осорҙан һуң һәм, фараздар буйынса, дорий баҫып инеүе осоронан башланған, һәм грек полистары үҫешә башлағанда (архаика периодында) тамамланған.

Был период тураһында бик аҙ билдәле, ул дәүерҙә мәҙәниәт бөлгөнлөккә төшкән һәм хатта яҙма юғалған. Микен (ахей) цивилизацияһының ҡалдыҡтары тулыһынса емерелгән, яңынан ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килгән һәм өҫтөнлөк алған, ләкин шул уҡ ваҡытта уларҙың иртә синыф мөнәсәбәттәренә әүерелеүе, шулай уҡ уникаль полис алды йәмәғәт структураларының формалашыуы күҙәтелгән.

Был көрсөк осороноң аҙағында грек цивилизацияһы яңыра башлаған, был грек донъяһының Ҡара диңгеҙҙән Испанияға саҡлы киңәйеүенә килтергән. Яҙманы грек теленә яраҡлашҡан, алфавит нигеҙендә финикийлылар яңынан тыуҙырған, һәм ул Италия һәм Галлияның төньяғына таралған.

Боронғо Греция: б. э. т. 776—323 йылдар

үҙгәртергә

Тарихтың боронғо периодында грек телендә һөйләшкән илдәрҙе Боронғо Греция тип атайҙар. Был Пелопоннес — хәҙерге Греция территорияһы ғына түгел , ә эллин (йәғни грек), уға боронғо замандарҙа гректар йәшәгән эллин мәҙәниәтле башҡа өлкәләр ҙә: Кипр, Төркиәнең Эгей яры (ул саҡта Иония тип билдәле булған), Сицилия һәм көньяҡ Италия (ул саҡта Бөйөк Греция тип билдәле булған), шулай уҡ хәҙерге Албания, көньяҡ Франция яр буйҙарында, көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш Испанияла, Ливияла, Мысырҙа, Болгарияла, Румынияла, Украинала һәм көньяҡ Рәсәйҙә таралған грек ултыраҡтары ла инә.

Боронғо грек периодының төгәл башын һәм аҙағын билдәләү буйынса килешеү юҡ. Ғәҙәттә Греция Рим тарафынан баҫып алынғанға тиклемге бөтөн грек тарихын шулай атайҙар, ләкин тарихсылар был терминды талапсан ҡулланалар. Ҡайһы бер авторҙар уға яҡынса б.э.т. 1100 йылдарҙа тарҡалған Микен цивилизацияһын индерәләр, ә ҡайһылары, Миной цивилизацияһы һуңғы грек мәҙәниәтенән шул тиклем ныҡ айырылып торғанын белгәнлектән, уларҙы бер төшөнсә менән бәйләп булмай тип раҫлайҙар.

Хәҙерге заман грек дәреслектәрендә «боронғолоҡ» — ул римлеләр баҫып ингәнгә саҡлы сәнғәт, мәҙәниәт һәм сәйәсәт стилдәре менән айырылып торған дүрт өлөшкә бүленгән яҡынса 1000 йыл (Микен фажиғәһенән һуң) оҙонлоғондағы период. Беренсе булып грек ҡараңғы быуаттары килә (б.э.т. 1100 й. — б.э.т. 800 й.). Был ваҡытта рәссамдар амфораларҙы һәм башҡа балсыҡ эшләнмәләрҙе, геометрик формалар — квадраттар, түңәрәктәр, һыҙыҡтар менән биҙәгәндәр. Архаик периодта (б.э.т. 800 й.—б.э.т. 500 й.) скульпторҙар ерҙә булмаған туң "архаик йылмайыу"лы хәрәкәтһеҙ позала баҫтырып ҡуйылған һындар (статуи) яһағандар. Классик периодта (б.э.т. 500 й.— б.э.т. 323 г. й.) хәҙерге көнгә тиклем өлгөлө тип һаналған стиль камиллыҡҡа еткерелгән (мәҫәлән, Парфенон). Эллинистик периодта (б.э.т. 323 й. — б.э.т. 146 й.), Искәндәр Зөлҡәрнәй йәки Александр Македонский, (шулай уҡ александрийский тип йөрөткәндәр) яулап алыуҙарынан һуң, эллинистик цивилизацияның ҡайһы бер һыҙаттары Мысырға һәм Бактрияға саҡлы таралған. Ҡайһы саҡта грек цивилизацияһын III быуатҡа, христианлыҡ таралғанға саҡлы, дауам иткән тип иҫәпләйҙәр.

Традиция буйынса, асылда боронғо грек периоды б.э.т. 776 й., беренсе Олимпия уйындарынан, башланған һәм б.э.т. 323 й. Искәндәр Зөлҡәрнәй вафатына саҡлы дауам иткән.

Күпселек тарихсылар боронғо Грецияны Көнбайыш цивилизацияһының мәҙәни нигеҙе тип иҫәпләй. Грек мәҙәниәте уны Европаның күп өлөштәренә еткергән Рим империяһына ҡеүәтле йоғонто яһаған. Боронғо грек цивилизацияһы, бигерәк тә Көнбайыш Европала Яңырыу осоронда һәм шулай уҡ һуңғараҡ, XVIII быуат һәм XIX быуат бб. төрлө неоклассик хәрәкәттәр дәүерендә хәҙерге заман донъяһының теленә, сәйәсәтенә, мәғарифына, фәлсәфәһенә, сәнғәтенә һәм архитектураһына ғәйәт ҙур өлөш индергән

Эллинистик Греция: б. э. т. 323—146 йылдар

үҙгәртергә

Греция тарихының Эллинистик периоды б. э. т. 323 йылда Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең вафатынан алып б. э. т. 146 йылда Пелопоннес ярымутрауының һәм грек утрауҙарының Римгә ҡушылған дәүеренә саҡлы арауыҡты биләгән. Рим хакимлығы урынлашыуы эллинистик йәмғиәт һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыуға ҡамасауламаһа ла, сөнки улар Христианлыҡ килгәнсегә саҡлы ғәмәлдә үҙгәрешһеҙ ҡалған, ул грек сәйәси бойондороҡһоҙлоғон юҡҡа сығарған.

Эллинистик периодта асылда Грецияның грек цивилизацияһы өсөн әһәмиәте киҫкен рәүештә түбәнгә төшкән. Эллинистик мәҙәниәттең бөйөк үҙәктәре булып Птолемейҙар Мысырының баш ҡалаһы Искәндәриә һәм Селевкидтар Сүриәһенең баш ҡалаһы Антиохия торған. Грециянан сиктәренән тыш грек мәҙәниәте тарихы тураһында Эллинизм мәҡәләһенән уҡып белергә мөмкин.

Рим Грецияһы: б. э. т. 146 йыл — б. э. 330 йылы

үҙгәртергә

Рим Грецияһы — рим императоры Бөйөк Константин Iнең б.э.т. 330 й. Византия ҡалаһын Яңы Рим тип үҙгәрткәненә һәм Рим империяһы баш ҡалаһын унда күсергәнгә тиклемге, һуңғараҡ Константинополь, Римдең коринфлыларҙы б.э.т. 146 й. Коринф янында еңгәндән һуңғы грек тарихы периоды.

  • Ахайя (б.э.т. 146 йылда барлыҡҡа килгән)
  • Фессалия (III быуатта барлыҡҡа килгән)
  • Крит һәм Киренаика (б.э.т. 27 йылда барлыҡҡа килгән)
  • Кипр (б.э.т. 58 йылда барлыҡҡа килгән)
  • Эпир (б.э.т. 168 йылда барлыҡҡа килгән)
  • Македония (б.э.т. 146 йылда барлыҡҡа килгән)
  • Фракия (б.э.т. 146 йылда барлыҡҡа килгән)
  • Азия (б.э.т. 133 йылда барлыҡҡа килгән)
  • Вифиния
  • Понт
  • Ликия
  • Памфилия
  • Писидия
  • Ликаония
  • Каппадокия

Византия Грецияһы

үҙгәртергә

Диоклетиан Рим империяһында тетрархия индергәндән һуң аҡрынлап икегә — көнбайыш һәм көнсығыш өлөшкә айырымлана барған. 395 йылда Бөйөк Феодосий үлгәндән һуң Рим империяһы бөтөнләй айырымланған, ә 476 йылда Көнбайыш рим империяһы тарҡалған. Пелопоннес ярымутрауы һәм грек телендә һөйләшкән донъяның күп өлөшө Көнсығыш Рим империяһы, һуңғараҡ Византия империяһы тип йөрөтөлгән, власы аҫтында ҡалған. VII быуатта были созданы новые единицы территориаль бүленештнең яңы берәмектәре — фемалар — Фракисиялар барлыҡҡа килгән: (Анатолия), Анатолик (Каппадокия), Армениак (Понт), Опсикий (Вифиния), VIII—IX быуаттарҙа тағы ла бер нисә фема — Эллада (Аттика һәм Үҙәк Эллада), Пелопоннес (Пелопоннес), Никополь (Көнбайыш Эллада һәм Эпир), Фракия (Көнсығыш Фракия), Македония (Көнбайыш Фракия), Стримон (Көнсығыш Македония), Фессалоники (Көнбайыш Македония), Эгей диңгеҙе (Эгей утрауҙары), Самос (Анатолия), Херсон (Таврида), Крит (Крит), Кипр (Кипр) һ.б. Фемалар менән стратигтар идара иткән, фемалар башында мерархтар торған мераларға бүленгән. 1204 йылда Константинополь тәре йөрөтөүселәр тарафынан баҫып алынған, ә Византияның тәре йөрөтөүселәр баҫып алмаған өлөшө бер нисә дәүләткә тарҡалған:

  • Никей империяһы (1261 йылда Анатолия, Латин Империяһын юҡҡа сығарып, Фракия һәм Константинополде үҙенә ҡушып, Византия Империяһын тергеҙгән, һуңғараҡ тағы присоединила Македонияны ҡушҡан)
  • Трапезунд империяһы (Понт)
  • Эпир батшалығы (Эпир)
  • Морей деспотаты (Пелопоннес) — Никей Империяһының апанажы

1334 йылда сербтар Македонияны баҫып алғандар. 1345 йылға сербтар шулай уҡ Албания һәм Эпирҙы баҫып алғандар. 1346 йылда король сербтар короле Стефан тәхеткә ултырған һәм получил титул «Батша һәм сербтар һәм гректар самодержецы (сикләнмәгән власлы хаким)» тигән титул алған, ә архиепископ Иоанникий патриарх тип иғлан ителгән. 1348 йылдың һуңына сербтар шулай уҡ Этолияны, Фессалияны һәм Акарнанияны яулаған.

Греция тәре йөрөтөүселәр һәм венецианлылар власы аҫтында

үҙгәртергә

Империялар

үҙгәртергә
  • Латин империяһы (Константинополь менән Фракия)

Короллектәр

үҙгәртергә
  • Албания короллеге (Эпир)
  • Фессалоники короллеге (Македония)
  • Кипр короллеге (Кипр) (Венеция вассалы)
  • Крит короллеге (Крит) (Венеция вассалы)

Герцоглыҡтар

үҙгәртергә
  • Неопатрия герцоглығы(Фессалия)
  • Афина герцоглығы (Аттика) (Латин Империяһы вассалы)
  • Наксос герцоглығы (Киклады)

Сеньориялар

үҙгәртергә
  • Негропонта сеньорияһы (Эвбея)
  • Хиос сеньорияһы (Эгей утрауҙары)

Кенәзлектәр

үҙгәртергә
  • Ахей кенәзлеге (Пелопоннес) (Латин Империяһы вассалы)

Графлыҡтар

үҙгәртергә
  • Кефалония һәм Закинф графлығы (Ионик утрауҙары)

Ғосман Грецияһы: 1453—1821 йылдар

үҙгәртергә

XIV быуаттан башлап 1821 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәнгә саҡлы Грецияның күп өлөшө Ғосман империяһының бер өлөшө булған. Төрөктәр Европала 1354 йылда тәүләп күренгән. Грек телендә һөйләшкән бөтөн донъя менән алдағы 1100 йыл хакимлыҡ иткән Византия империяһы, 1204 йылда 4-се Тәре яуы һөҙөмтәһендә Константинополь алынғандан һуң, ҡотолғоһоҙ көсһөҙләнгән булған. Болгарияны 1371 й. һәм Сербияны 1389 й. ҡыйтратҡандан һуң, төрөктәр көньяҡҡа, 1458 йылда Афинаны алып, асылда Грецияға табан хәрәкәт иткән. Гректар держались в Пелопоннеста 1460 й. саҡлы ҡаршы тора алған, ә Венеция һәм Генуя бер нисә утрауҙы ғына һаҡлап ҡала алған, ләкин 1500 йылға тигеҙлек Грецияһының күп өлөшө һәм утрауҙар төрөктәр ҡулына күскән. Төрөктәр нигеҙҙә тауҙарҙы яуламаған, шуның өсөн тау райондары гректар өсөн йәшеренеү урыны булып хеҙмәт иткән. Кипр 1571 й. ҡолатылған, ә Венеция 1670 й. саҡлы Критҡа эйә булған. Венеция хакимлығында булған Ионик утрауҙары ғына төрөктәр тарафынан яуланмай ҡалған.

Хәҙерге заман Грецияһы: 1821 йылдан

үҙгәртергә

1821 йылдың 25 мартында Европа илдәре ярҙамы менән гректар төрөктәргә ҡаршы ҡораллы ихтилалға күтәрелгәндәр, шуның һөҙөмтәһендә улар башында немец сығышлы король Оттон торған короллек булдырғандар. Гректарҙың бойондороҡһоҙлоҡ яулауында Наварин эргәһендә төрөктәрҙе ҡыйратҡан урыҫ флотының да әһәмиәте ҙур. Константинополь патриархынан бойондороҡһоҙ булған милли православие сиркәүен булдырыу артабанғы аҙым булып торған. Греция етәкселеге немец һәм британ ориентацияһы араһында икеләнгән.

Беренсе донъя һуғышы Грецияны Төркиә менән һуғышҡа алып килгән, һәм был бәрелеш гректарҙы Анатолиянан ҡыуып ебәреү менән тамамланған. Уңышһыҙлыҡта, бер яҡтан, йыш ҡабатланған хәрби түңкәрелештәргә һәм коммунистик партизан хәрәкәтенең көсәйеүенә алып килгән; бының юғары нөктәһе (кульминацияһы) — 1940-сы йылдарҙағы граждандар һуғышы һәм һөҙөмтәлә ҡара полковниктар власы урынлашыуы. Кипрҙы уңышһыҙ аннексияларға маташыу йәмғиәтте демократизациялауға һәм Грецияны Евросоюз составына килтергән. 2001 йылда ил милли валютанан баш тартҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә