Бубулина Ласкарина
Ласкари́на Бубули́на (грек. Λασκαρίνα Μπουμπουλίνα; 11 май 1771, Константинополь — 25 май 1825) — 1821 йылғы грек революцияһы батыры.
Ласкарина Бубулина | |
грек. Λασκαρίνα Μπουμπουλίνα | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Константинополь, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Спеце, Сароник утаруҙары, Греция |
Подданлығы | |
Атаһы |
Ставрионис Пицонис |
Тормош иптәше |
Димитроис Бубулис |
Автограф | |
Бубулина Ласкарина Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергә1769—1770 йылдарҙа ғосман хакимлығына ҡаршы Пелопонес ихтилалында ҡатнашыусы арнаут сығышлы капитан Ставрионис Пиноцистың ҡыҙы. Константинополдә төрөк төрмәһендә тыуа. Атаһы үлгәндән һуң төрмәнән әсәһе менән азат ителә һәм Идра утрауына ҡайта. Дүрт йылдан һуң уның әсәһе ҡабаттан кейәүгә сыға һәм улар Спеце утрауына күсенәләр.
Ласкарина Бубулина үҙе ике тапҡыр кейәүҙә була. Ире Димитриос Бублис Алжир юлбаҫарҙарына ҡаршы алышта үлгәндән һуң, ул иренең предприятиеһын һәм караптарын мираҫҡа алып ҡала.
Үҙ аҡсаһына ун һигеҙ пушкалы «Агамемнон» корветын төҙөй. 1816 йылда Ғосман властары Бубулинаның мөлкәтен тартып алырға тырыша, сөнки уның икенсе ире 1806—1812 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында Рәсәй яғында ҡатнашыусы була,ошоға бәйле ул рус илсеһе граф Строганов менән осрашыу өсөн Константинополгә сығырға мәжбүр була. Унан граф уны, хәүефһеҙлек күҙлегенән сығып, Ҡырымға ебәрә. Ҡырымда өс ай йәшәгәндән һуң Бубулина Спецеға әйләнеп ҡайта.
Ласкарина Бубулина бай ҡатын була, үҙ аҡсаһына экипаждар менән ҙур булмаған флот һәм баш күтәреүселәр армияһын тота, йәшерен грек «Филики Этерия» ойошмаһын («Дуҫтар союзы») финанслай, уға ҡорал һәм аҙыҡ-түлек һатып ала.
1821 йылда, Паламиди ҡәлғәһен ҡамау ваҡытында баш күтәреүселәрҙе цитаделде ҡыйыу яуларға штурмға күтәреп, ҙур батырлыҡ күрһәтә. Грек тарихсыһы Филимон былай тип яҙа:
«Уның эргәһендә ҡыйыуһыҙҙар көслө булып китәләр, ә ҡыйыуҙар уның алдында сигенәләр...»
«Агамемнон» карабында Бубулина тәүге тапҡыр Грецияның милли флагын күтәрә. Рәсәйҙә уның батырлығын юғары баһалайҙар — император Александр Бубулинаға Рәсәй флоты адмиралы исемен бирә һәм ҡаҙаныштарын таныу сифатында монгол ҡылысын бүләк итә. Шулай итеп, ул тарихта беренсе ҡатын-ҡыҙ — Рәсәй флоты адмиралы була[3][4].
1825 йылда Куцистар ғаиләһе менән ыҙғышҡанда һәләк була. Уның беренсе никахта тыуған улы уларҙың ҡыҙҙарына ғашиҡ була, ләкин атаһы Иоаннис был никахҡа риза булмай. Ғауға ваҡытында кемдер уға пистолеттан ата. Үлтереүсе табылмай.
Хәтер
үҙгәртергә- Бубулина вариҫтары «Агамемнон» корветын Греция хөкүмәтенә тапшыра. Ул «Спеце» тип үҙгәртелә һәм грек флотының флагманы була. 1831 йылда грек граждандар һуғышында Порос хәрби-диңгеҙ базаһында яндырыла.
- Спеце ҡалаһында шул уҡ исемле утрауҙа Ласкарина Бубулина музейы урынлашҡан.
- Бубулина һына Спеце портында ҡуйылған
- Грецияның һәм Кипрҙың күп ҡалаларында уның хөрмәтенә урамдар аталған
- Николай Гоголдең «Мертвые души» романында автор, Собакевич йортон һүрәтләп, грек батыры Бобелинаны айырып күрһәтә, уның бер аяғы хәҙерге ҡунаҡ бүлмәләрен тултырған ҡупшыҡайҙарҙың бөтә кәүҙәләренән ҙур булып күренә».
- Гректарҙың Бубулина фильмында (1959 йыл) төп ролде Ирен Папас башҡара.
- Бубулина 1988, 1990, 1992—1994, 1998 һәм 2000 йылдарҙа һуғылған 1 драхма дәрәжәле грек баҡыр тәңкәһе реверсында һүрәтләнгән. Тәңкә аверсында — 18 пушкалы «Агамемнон» корветы.
- Бубулина художестволы әҫәрҙәрҙә йәки хаттарҙа, шул иҫәптән Рәсәйҙең бөйөк яҙыусылары Виссарион Белинский, Иван Тургенев һәм Николай Лесков, рәссам Иван Айвазовский, шулай уҡ һирәк осраған уникаль скульптура әҫәрҙәрендә урын алған.
Галерея
үҙгәртергә-
Билдәһең рәссамдың Бубулина портреты
-
Бубулина Петер фон Гесс картинаһында
-
Ласкарина Бубулина. XIX быуат лубогында
-
Спецела Бубулинаның йорт-музейы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ласкарина Бубулина (ингл.). Дата обращения: 10 сентябрь 2021. Архивировано 10 сентябрь 2021 года.
- ↑ Ласкарина Бубулина . Дата обращения: 10 сентябрь 2021. Архивировано 10 сентябрь 2021 года.
- ↑ Museum Bouboulina Laskarina (Spetses). www.bouboulinamuseum-spetses.gr. — «the Russians gave her the honorary title of admiral, an honour unique even now in world naval history for a female figure.». Дата обращения: 20 января 2018. Архивировано из оригинала 4 марта 2016 года.
- ↑ Philip Demertzis-Bouboulis, Laskarina Boubulina biography Архивная копия от 10 сентябрь 2016 на Wayback Machine,↵↵Manager, Bouboulina’s Museum, Spetses Island
- ↑ ♥Бюст адмирала Российского флота Бобелина Λασκαρίνα Μπουμπουλίνα Bouboulina Франция 19 век . Дата обращения: 26 июль 2022. Архивировано 26 июль 2022 года.
- ↑ Бюст статуэтка адмирала Российского флота Бобелина Λασκαρίνα Μπουμπουλίνα Bouboulina уникат 19 век .
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Боболина // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Образ Бобелины в России