Горькавый Николай Николаевич

Горькавый Николай Николаевич ( 7 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (65 йәш), Силәбе) — СССР һәм Рәсәй астрофизигы, яҙыусы, физика-математика фәндәре докторы (1991). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1989).

Горькавый Николай Николаевич
рус. Николай Николаевич Горькавый
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 7 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө астроном, яҙыусы, физик, астрофизик
Эшмәкәрлек төрө астрофизика[d], физика[1], творческое и профессиональное письмо[d][1] һәм научно-фантастическая литература[d][1]
Эш урыны Симеизская обсерватория[d]
Центр космических полётов Годдарда[d]
Уҡыу йорто Силәбе дәүләт университеты
Институт астрономии РАН[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1990)
Ғилми етәксе Фридман, Алексей Максимович[d] һәм Джон Мазер[d]
Кемдә уҡыған Фридман, Алексей Максимович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы

Әлеге ваҡытта АҠШ-та йәшәй һәм эшләй, Вирджиния штатында шәхси Гринвич фәнни-технологик институтында (Greenwich Institute for Science and Technology, GIST) директор һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр.[2]

Биографияһы

үҙгәртергә

1976 йылда Силәбе ҡалаһының 92-се мәктәбен тамамлай. Силәбе уҡыусылар ғилми йәмғиәтенең ике секцияһында шөғөлләнә: химия (етәксеһе Ю. Г. Цитцер) һәм теоретик физика (етәксеһе — профессор М. С. Свирский). 1975—1976 йылдарҙа «Курчатовец» уҡыусылар фәнни йәмғиәтенең өс конференцияһында ҡатнаша.

1976 йылда Силәбе дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә һәм 1981 йылда уны тамамлай.

1981—1986 йылдарҙа Мәскәүҙә, Рәсәй Фәндәр Академияһының Астрономия институты аспирантураһында уҡый (1982 йылдың яҙынан 1983 йылдың көҙөнә тиклем армия сафында хеҙмәт итә). 1986 йылда физика буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (темаһы: Планеталар ҡулсалары).

1986—1998 йылдарҙа Ҡырымда, Симеиз обсерваторияһында эшләй. 1990 йылда МДУ-ның Дәүләт Астрономия институтында (хәҙер — П. К. Штернберг исемендәге Дәүләт астрономия институты) физика-математика фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (Юғары аттестация комиссияһы 1991 йылда был дәрәжәһен раҫлай).

1998 йылда зодиак туҙаны буйынса эштәре өсөн уға премия бирелә, һәм ул АҠШ-тың Милли фәндәр академияһына саҡырыу ала, NASA-ла (Аэронавтика һәм йыһан киңлектәрен тикшереү буйынса милли идаралыҡ) Джон Мазер (2006 йылда физика буйынса Нобель премияһы лауреаты) етәкселегендәге Годдард исемендәге космосҡа осоу үҙәгендә эшләй башлай. 2011 йылдан алып әлеге көнгә тиклем «Суоми» (НАСА/НОАА) юлдашы төркөмөндә эшләй[3].

Физика һәм планеталар ҡулсалары буйынса йөҙҙән ашыу ғилми эш һәм монографиялар авторы.

Төп ғилми эҙләнеүҙәре һәм ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Планеталар ҡулсалары физикаһы һәм уларҙың юлдаштары менән резонансҡа инеүе (1981—1999)

үҙгәртергә

Төп һөҙөмтәләре (башлыса, А. М. Фридман менән авторҙаш):

— планеталар ҡулсалары килеп сығышының дифференциаль-әйләнеүсән дискыһында кәүшәк киҫәксәләрҙең, бер-береһе менән бәрелешеп, емерелеү механизмына нигеҙләнгән теорияһын артабан үҫтерә;

— гравитациялағы һығылмалы булмаған киҫәксәләрҙән торған ҡулсалар өсөн гидродинамик тигеҙләмәләр системаһын төҙөй;

— Сатурн ҡулсаларының тотороҡһоҙ булыуы өйрәнгән һәм бер нисә яңы тотороҡһоҙлоҡ, шул иҫәптән, Сатурн ҡулсаларының ҙур масштабта ҡатламдарға бүленеүенә яуап биргән аккреция тотороҡһоҙлоғон, Уран менән Сатурндың нәҙек ҡулсаларында эксцентриситет тыуҙырыусы эллипс-тотороҡһоҙлоҡто аса;

— Нептун аркаларының моделен тәҡдим итә, уға ярашлы аркалар айырым ҡуйылыҡтар-эпитондар теҙеп ҡуйылған үтә күренеүсән ҡулсанан ғибәрәт. Һәр эпитонда киҫәксәләр эпициклик орбита буйынса хәрәкәт итә;

— Урандың нәҙек ҡулсаларының резонанстан килеп сығышы моделен тәҡдим итә. Уның нигеҙендә Урандың ҡулсалар зонаһын ике резонанс менән тәьмин иткән һәм әлегә асылмаған 6 юлдашының урынлашыуы күҙаллана. Был фараз ярты йылдан һуң Урандың 10 яңы юлдашын асҡан «Вояжер-2» автоматик планета-ара станцияһы тарафынан раҫлана.

Был эштәре планеталар ҡулсаларының[4] хәҙерге заман теорияһы буйынса донъяла беренсе теоретик монография була, һәм ул артабан инглиз теленә тәржемә ителә[5].

Горькавый—Фридмандың Уран ҡулсаларының резонанс структураһы тураһындағы эштәрен һәм уны асылмаған юлдаштары булыуын күҙаллауҙарын академиктар В. А. Амбарцумян, В. И. Арнольд, Я. Б. Зельдович, Б. Б. Кадомцев, М. Я. Маров, А. М. Обуховтар һәм күп кенә башҡа күренекле ғалимдар юғары баһаланы[4][5]

Премия тапшырыу тураһындағы Указға М. С. Горбачев һәм Н. И. Рыжков ҡул ҡуйған.

1989 йылда СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була.

Планета-гиганттарҙың даими булмаған юлдаштырының килеп сығышы (1993—1995)

үҙгәртергә

1993—1995 йылдарҙа Н. Н. Горькавый һәм Т. А. Тайдакова планета-гигант эргәһенән осоп үткән астероидтарҙы тотоп алыуға анализ яһау өсөн һанлы модель эшкәртә. Был модкль өс планета-гигант: Юпитер, Сатурн һәм Нептун системаларына ҡарата ҡулланыла. Уйламағанда түбәндәге хәлдең күҙәтелеүе асыҡлана: планета әйләнеше ыңғайына хәрәкәт иткән юлдаштарға ҡарағанда, кире йүнәлештә хәрәкәт иткән юлдаштар йышыраҡ тотолоп ҡына ҡалмай, ә тотолған саҡта осоп барған астероидтарҙың траекторияһының төрлө геомектрияһы тарафынан билдәләнгән билдәле бер зоналарға барып эләгә. Кире йүнәлештә хәрәкәт иткән юлдаштар тап ошо зоналарға урынлаша ла инде. Шулай итеп, оҙаҡ ваҡыт иррегуляр тип иҫәпләнгән тышҡы юлдаштарҙың билдәле бер закондарға буйһоноуы асыҡлана. Моделде ҡулланыу Юпитерҙың тышҡы юлдаштарының, шул иҫәптән кире йүнәлешле Пасифе төркөмөнөң, Сатурндың кире йүнәлешле Фебаһының һәм Нептундың ҙур Тритон юлдашының ниндәй юл менән барлыҡҡа килеүен аңлата.

Сатурн өсөн эшләнгән моделдән сығып шундай һығымта яһала: Сатурндың 90-сы йылдар башында уҡ билдәле булған иң ситтәге кире йүнәлешле тышҡы юлдашы Фебаның орбитаһының радиусына (13 млн км) ҡарағанда яҡынса ике тапҡырға ҙурыраҡ тағы ла әлегә асылмаған кире йүнәлешле тышҡы юлдаштар төркөмөнөң булыуы асыҡлана (ул Юпитерҙың тышҡы юлдашы Пасифеға оҡшаған). Бер нисә йылдан һуң Сатурндың кире йүнәлештә әйләнгән тышҡы юлдаштар төркөмө булыуы раҫлана: 2000—2007 йылдарҙа 18-24 миллион километр алыҫлыҡта Сатурндың 25 кире йүнәлешле юлдаштары төркөмө асыла.

Зодиак болото (1994—2000)

үҙгәртергә

1990-сы йылдар башында «COBE» юлдашы теп-теүәл итеп реликт нурланышын да (уның бер төрлө булмауын асҡан өсөн Джон Мазер һәм Джордж Смут физика буйынса 2006 йылғы Нобель премияһын ала), шулай уҡ, күкте яҡтыртыу сәбәпле, ентекле күҙәтеүҙәргә етди рәүештә ҡамасаулаған, зодиак туҙанының нурланышын да иҫәпләп сығара. «Хаббл» — Уэбб исемендәге космик супертелескопҡа алмаш булдырыу өсөн Ҡояш системаһының башҡа нөктәләрендә, мәҫәлән, булдырыласаҡ телескопты урынлаштырыу мөмкин булған урындарҙың береһе — астероидтар билбауында зодиак туҙаны нурланышының ниндәй дәрәжәлә интенсив булыуын асыҡлау талап ителә.

1990-сы йылдар урталарында Николай Горькавый, Джон Мазер тәҡдиме буйынса, планета-ара туҙан болотоноң өс бүлемле физик моделен төҙөй башлай «COBE» юлдашының Ерҙәге нөктә өсөн алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә), был модель ярҙамында Ҡояш системаһының теләһә ниндәй нөктәһендә зодиак нурланышын иҫәпләп сығарырға мөмкин була.

Был эш 1998 йылда Америка фәндәр академияһы премияһына лайыҡ була. Уның һөҙөмтәләре Американың фәнни журналдарында баҫылып сыға[6][7][8]. Модель Ҡояш системаһының теләһә ниндәй нөктәһендә күктәге нурланыш картаһын иҫәпләү мөмкинлеген бирә.

Экзопланеталар

үҙгәртергә

Ай һәм астероидтарҙың барлыҡҡа килеүе. (1994-хәҙерге ваҡыт)

үҙгәртергә

Ер әйләнешенең сейсмологик әүҙемлеге һәм тигеҙһеҙлеге. (1989—2007)

үҙгәртергә

«Суоми» юлдашы, атмосфера физикаһы, Силәбе болиды (2011-хәҙерге ваҡыт)

үҙгәртергә

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни-популяр китаптары

үҙгәртергә
  • Энциклопедия для детей. Астрономия. Аванта+, 1998 (соавтор).
  • Большая детская энциклопедия. Вселенная. Русское энциклопедическое товарищество, 2000. (соавтор)
  • «Звёздный витамин», Астрель/АСТ, М, 2012, 190 с.
  • «Небесные механики» Астрель/АСТ, М, 2013, 285 с.
  • «Колумбы космоса» Астрель/АСТ, М, 2013, 475 с. (переиздание «Звёздного витамина» и «Небесных механиков»)
  • «Создатели времён», Астрель/АСТ, М, 2014, 254 с.
  • «Челябинский суперболид». Издательство Челябинского государственного университета, Челябинск, 2016 (соавтор)

Фәнни фантастикаһы

үҙгәртергә
  • «Астровитянка». Астрель/АСТ, М, 2008, 508 с.
  • «Теория катастрофы». Астрель/АСТ, М, 2009, 508 с.
  • «Возвращение астровитянки». Астрель/АСТ, М, 2010, 477 с.

По книгам «Астровитянка» и «Теория катастроф» в 2014 году были написаны сценарии для полнометражных кинофильмов (авторы сценариев — Н. Горькавый и Т. Киця).

Танылыу һәм наградалары

үҙгәртергә
  • 1989 — СССР Дәүләт премияһы лауреаты, алтын миҙал кавалеры.
  • 1992 — Америка Астрономия йәмғиәте гранты.
  • 1993—1995 — Халыҡ-ара фәнни фондтың ике премияһы.
  • 1993—1998 Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының ике гранты.
  • 1998—2000 АҠШ Милли фәндәр академияһының Милли тикшеренеү Советы премиялары.
  • 2009 — «Гәлсәр сәсле ҡыҙ» китабы («Астровитянка» серияһында беренсе китабы) өсөн «киләсәк образы» номинацияһында «Странник» премияһы.[9]
  • 2010 — «Бегущая по волнам» премияһы, фантастик әҫәрҙә иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ образы өсөн, «Астровитянка» романында Никки образы өсөн[10][9]
  • 2012 — фән өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн «Светлое будущее» Халыҡ премияһы (Силәбе өлкәһе хөкүмәте һәм Олег Митяев фондынан)[11]
  • 2014 — күренекле фәнни ҡаҙаныштары өсөн Роберт Годдард исемендәге премия (NASA) .

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Gor‘kavyj, Nikolaj Nikolajevič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Страница Н. Горькавого на сайте GIST 2011 йыл 21 март архивланған.
  3. Биография Н. Н. Горькавого на сайте NASA / Biography Nick Gorkavyi on the NASA website
  4. 4,0 4,1 Горькавый Н.Н, Фридман А. М. «Физика планетных колец. Небесная механика сплошной среды», Наука, М. 1994, 348 с.
  5. 5,0 5,1 Fridman, A.M. and Gorkavyi, N.N. Physics of Planetary Rings. Celestial Mechanics of a Continuous Media. Springer-Verlag, 1999, 436 p.
  6. Gorkavyi, N.N., Ozernoy, L.M., & Mather, J.C. A New Approach to Dynamical Evolution of Interplanetary Dust due to Gravitational Scattering. 1997, ApJ 474, N.1, p.496-502
  7. Gorkavyi, N.N., Ozernoy, L.M., Mather, J.C. & Taidakova, T.A. Quasi-Stationary States of Dust Flows Under Poynting-Robertson Drag: New Analytical And Numerical Solutions. 1997, ApJ 488, p.268-276.
  8. Gorkavyi, N.N., Ozernoy, L.M., Mather, J.C. & Taidakova, T. 2000, The NGST and the zodiacal light in the Solar system. In: NGST Science and Technology Exposition. Eds. E.P. Smith & K.S. Long, ASP Series, v.207, pp.462-467.
  9. 9,0 9,1 Все литературные премии и номинации на них Николая Горькавого
  10. Фестиваль фантастики «Созвездие Аю-Даг — 2012» — взгляд изнутри
  11. Список лауреатов премии «Светлое прошлое»

Һылтанмалар

үҙгәртергә