Горохов мәҙәниәте
Горохов мәҙәниәте (рус. Гороховская культура) — б.э.т. V—II быуаттарға ҡараған иртә тимер быуаты археологик мәҙәниәте. Ҡурған өлкәһендәге Горохов ауылы янында табылған һәм уның исеме менән аталған[1][2]
Горохов мәҙәниәте | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Башҡортостанда Горохов мәҙәниәте
үҙгәртергәБашҡортостанда Горохов мәҙәниәте ҡомартҡылары Әй йылғаһы бассейнында тупланған: Абдулла ҡаласығы, Йонос торамаһы, Йүкәлекүл торамаһы, Ҡәҙер ҡурғандары,Торналы ҡаласығы
Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәрҙә урынлашҡан ҡаласыҡтарҙан ғибәрәт. Күп камералы (бүлмәле) бағана конструкциялы 4 яҡлы ҡыйыҡлы ярым ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Торлаҡ һәм хужалыҡ бүлмәләре оҙон коридор аша тоташҡан.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған керамика тальк ҡушылған балсыҡтан эшләнгән, улар горизонталь кәкерсәктәр һәм һырҙар менән биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт.
Бронза уҡ башаҡтары, бысаҡтар, һырғалар; балсыҡ һауыттар, орсоҡбаштар табылған.
Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Төп ерләү ысулы: салҡан ятҡырып, башы менән төньяҡҡа ҡаратып һалыу.
Горохов мәҙәниәте Урта Тубыл буйында формалашҡан, артабан Көнбайышҡа һәм Төньяҡҡа таралған.
Горохов мәҙәниәте халҡы көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш далаларҙан күсеп килгән ҡәбиләләрҙең әүҙем ҡатнашлығында уғыр ҡәүемдәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
Горохов ҡәбиләләре Саргатка мәҙәниәте һәм Сармат мәҙәниәте халҡы менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан.
Ярым күсмә малсылыҡ төп хужалыҡ тармағы булған.
Горохов мәҙәниәтен өйрәнеүселәр
үҙгәртергәХХ быуаттың 30—40‑сы йылдарында ғалим-археолог, Көньяҡ Уралды тикшереүсе, тарих фәндәре докторы К. В. Сальников тарафынан асыла.
Артабан Горохов мәҙәниәтен Л. Н. Корякова, А. И. Лебедев, Н. П. Матвеева һәм башҡалар өйрәнә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Н. С. Савельев Горохов мәҙәниәте//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 13 август архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Матвеева Н. П. Гороховская культура в системе древностей раннего железного века Зауралья. — «Российская археология», № 1, 2019, с. 4-20
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.