Торналы ҡаласығы

Археологик ҡомартҡы

Торналы ҡаласығы (рус. Турналинское городище) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Торналы ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. I мең йыллыҡтың башы — б.э. XIII—XV быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Торналы ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Салауат районы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Торналы ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Торналы ауылынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй йылғаһының уң ярындағы Ҡалатау морононда урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ) — 22 км[4].

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Торналы ҡаласығының 900 м² яҡын ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ ялан яғынан 3 ур[5] һәм соҡорҙар менән һаҡланған. Урҙарҙың оҙонлоғо 20—26 м, киңлеге 4—8 м, бейеклеге 0,4—2,1 м, соҡорҙарҙың тәрәнлеге 0,4—1,2 м, киңлеге 1—2 м.

Балсыҡ һыланған ситән стеналы ярытылаш ер өйҙәрҙән торған 6 торлаҡ эҙе табылған. Торлаҡтар ағас таяуҙарға ултыртылған мейес менән йылытылған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр тальк ҡушып яһалған, ауыҙ тирәләй оҙонса түңәрәк соҡорло биҙәк һәм йырып төшөрөлгән өсмөйөштәр менән биҙәлгәндәре Горохов мәҙәниәтенә ҡарай. Түңәрәк төплө, эре ҡом ҡушып балсыҡтан эшләнгән, ауыҙ тирәләй ҡыҫҡа һырҙар менән биҙәлгән Урта быуат һауыттарынан, шул иҫәптән, төҫлө глазурь менән ҡапланған балсыҡ һауыт ярсыҡтарынан ғибәрәт.

Табылдыҡтар араһында — Алтын Урҙа осороноң көмөш тәңкәһе, тимер бысаҡтар, ураҡтар, балсыҡ орсоҡбаштар, һөйәк тишкестәр, түңәрәк бронза көҙгө, хайуан һөйәктәре.

Ҡомартҡы иртә тимер быуат һәм Урта быуат ҡәбиләләренең, фаразланыуынса, боронғо башҡорттарҙың да Әй һәм Йүрүҙән йылғалары бассейнына килеп ултырыу барышын сағылдыра.

Торналы ҡаласығының Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[6]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[7] .

Асыш тарихы

үҙгәртергә

Торналы ҡаласығы 1964 йылда тарихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1968—69, 1971, 1980 йылдарҙа тикшерелә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Торналы ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 17 сентябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.