Калитов Георгий Ғәйниәхмәт улы

рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы
(Георгий Калитов битенән йүнәлтелде)

Калитов Георгий Ғәйниәхмәт улы (7 сентябрь 1952 йыл22 ноябрь 2021 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995 йылдан — Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2012) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).

Калитов Георгий Ғәйниәхмәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Иванай, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 22 ноябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2] (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[2]
Һөнәр төрө рәссам
Жанр портрет[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Георгий Ғәйниәхмәт улы Калитов 1952 йылдың 7 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Балтас районы Түбәнге Иванай ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуған[3] . Ике өлкән ағалы-ҡустыларҙы туғыҙ-ун йәштәре тулғас, балалар йорто янындағы интернатҡа уҡырға урынлаштыралар. 1963 йылдан 1967 йылға тиклем Георгий ағаһы Сережа менән Бөрөләге 1-се балалар йортонда тәрбиәләнә.

Мәктәптең һигеҙ класын тамамлағандан һуң «Ағиҙел» фирмаһының Бөрө художество әйберҙәр фабрикаһында бер йыл тирәһе ағас һырлаусыһы булып эшләй. 1968 йылда Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегенә уҡырға инә. Уның уҡытыусылары Л. Н. Самарина, К. П. Чапругина, Р. М. Нурмөхәмәтовалар була. 1972 йылда ошо урта махсус уҡву йортон тамамлай.

Армия хеҙмәтенән һуң тыуған ауылына ҡайта, клуб мөдире, рәссам, спектаклдәр һәм концерттар ҡуйыусы, 1974-1975 йылдарҙа Иванай урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.

1975 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый һәм уны 1980 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. «Алкинда көҙ. Хәрби төҙөүселәр» картинаһы диплом эше була.

1980—1993 йылдарҙа БАССР Рәссамдар союзының Художество фондында эшләй. Рәссамдар бригадаларына етәкселек итеп, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Красноусолда ижад итә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы тамаша залы плафонын (1987), «Башҡортостан моңдары» витраждарын (арх. А. В. Печеркин), төҫлө быяла менән Башҡорт дәүләт филармонияһын (1985) биҙәй. 1985 йылдан 2017 йылға тиклем — Өфө сәнғәт училищеһында художество бүлегендә, 1994—1997 йылдарҙа, 2003 йылдан 2005 йылға тиклем — бер үк ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт интститутында уҡытыусы булып эшләй.

Станокта башҡарылған (һынлы сәнғәт, графика), монументаль сәнғәте, китап иллюстрациялау, театр сәнғәте өлкәләрендә, ҡуйыусы-рәссам булараҡ (Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры өсөн биш спектакль, шул иҫәптән, Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса, 1999) ижад итте.

Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 2021 йылдың 22 ноябрендә вафат булды[4][5].

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Күргәҙмәләрҙә 1979 йылдан ҡатнаша, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә − 1993 йылдан. Персональ күргәҙмәләре Благовещен (1999), Өфө (2002), Йошкар-Ола (2005) ҡалаларында үтте.

Төп эштәре

үҙгәртергә

«Сибайҙағы пенсионер портреты», 1983, (Свердловск (хәҙер Екатеринбург) ҡалаһындағы «Социалистик Урал» күргәҙмәһенән РСФСР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан һатып алынған); «Һауынсыларҙың күмәкләп төшкән портреты» 1989, 1988; «Ауыл ҡышҡыһын» 1989; «Верификация» 1994;«Әсә» 1993; «Өйрәктәрҙең мари ауылы өҫтөнән осоуы», 1992; «Ағас оҫтаһы Рафаил» портреты, 1988; «ҡорбан килтереү», 1993. Автолитографиялар серияһы «Мари йолалары», (1994—2002); Линогравюралар серияһы «Мари мифологияһы персонаждары» (2015—2017). Триптих «Душа земли» (1994, БДУ, баш корпус 4-се этаж), «Созвездие» картинаһы (2002,исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры музейы. «Темәстә сәй эсеү» картинаһы (2007, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы) — аҙаҡҡы өс әҫәрҙе рәссам-авторҙашы Р. С. Зәйнетдинов менән берлектә ижад итә. «Батша грамотаһы» картинаһы, 2007—2013,(Бөрө тарих музейы), «Союздаштар өсөн киндзмараули» картинаһы, 2010; «Ай, ҡомған һәм автомат» картинаһы, 2013; «Йылы яҡҡа осҡан ҡоштар оса», 2015;«Дыня менән натюрморт», 1992. «Кандыра» этнофутуристик проекты авторы һәм кураторы, 2012,(боди арт, перформанс, хеппеннинг, видео-фильм)- режиссёр-документалист А.Аликов менән берлектә, «Боронғо мариҙарҙа булғанмы руна яҙыуы?» этнофутуристик проекты авторы һәм кураторы, 2014—2015, (артефакты, тексты фотографии) — фотограф В. Мадияров менән берлектә.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Башкирская школа живописи. История. — Уфа; 2012,280 с.ил. текст;  (рус.)
  • Блеск черемисской стрелы. Черемис пикшын умдыжо. — Йошкар-Ола, 2016, 300с.,«Ава», Йошкар-Ола,2017, 82 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1995).
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2012).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003).
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Валишина Аля. «Оформитель главного спектакля» / А. Валишина // Бельские просторы. — 2007. — № 1. — С. 110—114.;
  • Королевский А. «Учителями художника стали небо и земля» / А. Королевский // Респ. Башкортостан. — 2003. — 20 февр.

240.

  • Тагирова Тамара. «Портрет учителя» / Т. Тагирова // Рампа. — 2002. — № 7-8. — С. 28.

Һылтанмалар

үҙгәртергә