Геворгян Владимир Наполеонович
Владимир Наполеонович Геворгян | |
рус. Владимир Наполеонович Геворгян | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе | |
Ғилми исеме | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Специалист в области катализа переходными металлами |
Владимир Наполеонович Геворгян (1956 йылда тыуған) — совет Рәсәйе һәм Америка химик-органигы, химия фәндәре кандидаты (1984), Техас университетының химия кафедраһы мөдире, Даллас университетының Көньяҡ-Көнбайыш медицина үҙәге профессоры (АҠШ)[1].
Биографияһы
үҙгәртергә1956 йылда тыуған.
1978 йылда Кубань дәүләт университетының химия һәм юғары технологиялар факультетын тамамлай[2].
1984 йылда Латвия органик синтез институтында химия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3]. Диссертацияның темаһы: «Кремний — дигидро- һәм тетрагидрофурандың германийорганик сығарылмалары»[4].
1986 йылдан1991 йылға тиклем Латвия органик синтез институтында лаборатория мөдире булып эшләй.
1992 йылда Японияның Тохоку ҡалаһына китә, ундаурындағы университетта Япония йәмғиәтенең фәнде үҫтереүгә булышлыҡ итеү программаһы буйынса уҡый.
Шунан һуң Италия Фәндәр академияһы институтында (Болонья, Италия) саҡырылған профессор булып эшләй. Тохоку университетында (Сендай, Япония) доцент булараҡ уҡыта.
Геворгян 2008 һәм 2012 йылдарҙа Иллинойс университетында (АҠШ) йылдың иң яҡшы ғалимы тип таныла. 2012 йылда органик химия өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн ул Санкт-Петербург дәүләт университетының Почетлы профессоры исеменә лайыҡ була[5].
2016 йылда Латвия Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы итеп һайлана (Латвия). 2018 йылда Мәскәү университетында В. В. Марковников иҫтәлегенә миҙал менән бүләкләнгән[6].
Регио- һәм хемоселектив реакциялар, катализланған металдар өлкәһендә тикшеренеүҙәр һәм уларҙы мультифункциональ гетероатом, гетероциклик һәм ароматик берләшмәләр алыу өсөн ҡулланыу менән шөғөлләнә. Молекулаларҙы С-Н функционализациялауҙың яңы ысулдарын эшләй. Шулай уҡ киң биологик скрининг өсөн бәләкәй молекулалар китапханаларын алыу менән шөғөлләнә. Алынған молекулалар органик синтез өсөн нигеҙ булараҡ киң ҡулланыла, заманса материалдарҙа һәм фармацевтика сәнәғәтендә файҙаланыла[7].
230-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт яҙған. 2022 йылдың башына уның эштәренән 18689 тапҡырҙан күберәк өҙөмтә килтерелгән, Хирша индексы 74 тәшкил итә[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Почетный профессор КубГУ — В. Н. Геворгян 2022 йыл 20 ғинуар архивланған.
- ↑ Приглашённые лекторы 2020 йыл 13 август архивланған.
- ↑ Приглашённые лекторы 2020 йыл 13 август архивланған.
- ↑ Геворгян, Владимир Наполеонович.(недоступная ссылка)
- ↑ Почетный профессор КубГУ — В. Н. Геворгян 2022 йыл 20 ғинуар архивланған.
- ↑ Почетный профессор КубГУ — В. Н. Геворгян 2022 йыл 20 ғинуар архивланған.
- ↑ Почетный профессор КубГУ — В. Н. Геворгян 2022 йыл 20 ғинуар архивланған.
- ↑ Почетный профессор КубГУ — В. Н. Геворгян 2022 йыл 20 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Истории успеха. Владимир Геворгян, профессор. 2022 йыл 24 май архивланған.