Газ сәнәғәте

(Газовая промышленность битенән йүнәлтелде)

Газ сәнәғәте — яғыулыҡ сәнәғәтенең бер тармағы.Төп бурысы - тәбиғи газ ятҡылыҡтарын эҙләү һәм сығарыу, газ торбалары буйлап газ менән тәьмин итеү, ташкүмерҙән һәм сланец тау тоҡомонан яһалма газ етештереү, газ эшкәртеү, уны сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында һәм коммуналь- көнкүреш маҡсаттарында файҙаланыу. Газ сәнәғәте предприятиеларының бер мөһим бурысы — газды ҡулланыусыға еткереү һәм иҫәп алып барыу.

Газ сәнәғәте
Газпромнефтехим. Салауат

Тармаҡ тарихы

үҙгәртергә

Газ ҡуллана башлауҙы 18-19 быуаттарға ҡайтарып ҡалдыралар, тап шул осорҙа Францияла һәм Бөйөк Британияла ташкүмер газын урамдарҙы яҡтыртыу өсөн файҙалана башлайҙар . Газ генераторы 19 быуатта уйлап табыла.

Рәсәйҙә революцияға тиклем осорҙа газ бик әҙ файҙаланыла. Бәләкәй заводтарҙа күмерҙән түбән калориялы газ етештерәләр.

Запастары

үҙгәртергә

Эҙләп табылған тәбиғи газ, трлн. м³

Ил 1997 й. 1999 й. 2001 й..
Рәсәй - 24.9 48
Иран 21.0 24.6 23
Катар 5.32 - 14
Сәғүд Ғәрәбстаны 4.62 10.5 6
БҒӘ 5.74 - 6
АҠШ 7.14 5.6 5
Алжир 4.06 3.2 5
Венесуэла 3.64 1.3 4
Нигерия - - 4
Ираҡ - - 3
Төркмәнстан - 1.7 3
Мексика - 2.2 -
Австралия - 0.9 3
Нидерланды - 1.6 -
Индонезия - 3.22 3

Һылтанмалар һәм сығанаҡтар

үҙгәртергә

1) ГНПП Картография, 2005 г.

2) ГНПП Картография, 2002 г.

3) ОНИКС, 1999 г.

4) Большая советская энциклопедия, 1969 г.

5) Матвейчук А.А., Евдошенко Ю.В. Истоки газовой отрасли России. 1811 - 1945 гг. Исторические очерки