Молдова гагауздары
Гагауздар — Молдавиялағы һан яғынан иң эре милли аҙсылыҡты тәшкил итеүсе халыҡ, улар дәүләттә дүртенсе урынды алып тора. 2004 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, гагауздар 151 мең 596 кеше булып, дөйөм халыҡ һанының 3,85 процентын тәшкил иткән.
Молдова гагауздары | |
Дәүләт | Молдова |
---|---|
Халыҡ һаны | 126 010 кеше (2014)[1] |
Бессарабияның көньяғында урынлашҡан һәм ҡасандыр Рәсәй империяһының колонияһы булған тарихи Буджак өлкәһенә сағыштырмаса һуң ғына күсеп ултырһалар ҙа артабан үҙаллылыҡ алған Молдавия биләмәләрендә ныҡлап ултырып ҡалыусылар нәҡ ошо гагауздар. Ил биләмәләре буйлап улар тигеҙ таралмаған. Улар башлыса көнъяҡтағы төбәктәрҙә йәшәй (милләт вәкилдәренең 90 проценттан артығы) һәм Гагауз Автономиялы Территориаль Берәмегендә күпселекте тәшкил итә. Молдова гагауздары башлыса ауылдарҙа көн күрә.
Халыҡтың тупланып ултырыуы
үҙгәртергәМолдова дәүләте халҡының милли составында гагауздарҙың өлөшө һәм алып торған урыны йылдан-йыл күтәрелә бара, һәм был тенденция тотороҡло һаҡланып килә[2]. Дөйөм халыҡтың абсолют иҫәбе кәмеү менән бер рәттән гагауздарҙың һан кимәле Гагаузияның үҙендә лә (хәҙер был күрһәткес 83,8 процентҡа тиң), шулай уҡ башлыса гагауздар күптән ныҡлы этномәҙәни бәйләнештәр урынлаштырған болгарҙар йәшәгән күрше Тараклий районында (бындағы күрһәткес 9,0 процент) даими арта бара. Бессарабия районында көн иткән гагауздарҙың һаны ла тотош ил буйынса булған күрһәткестән (7,4 %) юғарыраҡ, әммә уның бында аҡрынлап түбәнәй барыуы күҙәтелә. Шулай уҡ гагауз халҡы вәкилдәренең бар йәшәүселәрҙең 2,7 процентын алып торған Ҡағул районын айырым билдәләп үтергә була. Илдең башҡа төбәктәрендә был милли аҙсылыҡ ысын мәғәнәһендә аҙсылыҡты тәшкил итә һәм уларҙың өлөшө дөйөм халыҡтың бер процентынан да кәмерәк. Молдова буйынса тотошлай гагауздарҙың миграцион әүҙемлеге әллә ни юғары түгел: ситкә китеүсе эмигранттарҙың күпселеге үҙҙәренең тораҡ пунктарын ҡалдырған осраҡта туранан-тура Рәсәй Федерацияһы төбәктәренә юл ала.
Халыҡ һаны динамикаһы
үҙгәртергәЙыл | Халыҡ һаны | Бар халыҡ һанына ҡарата % |
Үҫеү % / кәмеү % |
---|---|---|---|
1817 | ~900 | 0,2% | үҙгәреһеҙ |
1856 | 18.000 | 1,8% | үҫеш: 1.900,0% |
1897 | 55.790 | 2,9% | үҫеш: 209,9% |
1930 | 98.172 | 3,4% | үҫеш: 76,0% |
1941 | 115.700 | 4,9% | үҫеш: 17,8% |
1959 | 95.856 | 3,3% | кәмеү: 17,1% |
1970 | 124.902 | 3,5% | үҫеш: 30,3% |
1979 | 138.000 | 3,5% | үҫеш: 10,5% |
1989 | 153.458 | 3,5% | үҫеш: 11,2% |
2004 | 151.596 | 3,8% | кәмеү: 1,2% |
Этник һәм тел күренештәре
үҙгәртергәҮҙ республикалары биләмәләрендә һәм уның менән сиктәш Молдавия менән Украина райондарында көн иткән гагауздарҙа милләт-ара никахтар бик һирәк, шуға ла улар юғары дәрәжәлә этник таҙалыҡ һәм ныҡлыҡты һаҡлап килә. Шулай ҙа әлегә тарих төпкөлөндә әллә ни йыраҡта ҡалмаған дәүерҙәрҙә был йәһәттән хәлдәр бөтөнләй башҡаса булған. Миҫал өсөн, XX быуат башында Гагауз Автономиялы Территориаль Берәмеге баш ҡалаһы Комратта йәшәгән халыҡ һанында гагауздар менән болгарҙар нисбәте 2:1 булған. Ә инде йөҙ йыллыҡ арауығында ассимиляция һөҙөмтәһендә һәм гагауздар араһында тыуымдың юғарыраҡ булыуы арҡаһында XX быуат аҙағына 14 гагаузға ни бары 1 болгар тура килгән[3]. Был ике халыҡ араһындағы этник тигеҙлек баштан уҡ гагауздар һәм болгарҙар яҡынса бер үк һанда килеп ултырған ҡайһы бер ауылдарҙа ғына һаҡланып ҡалған. Милләттәштәренән тороп ҡалған гагауздар айырым төбәктәрҙә (мәҫәлән, болгарҙарҙың Лудогор яҫы таулығы) башлыса болгар халҡы составына инеп бөткән.
Практик йәһәттән килгәндә, Молдавия биләмәләрендә көн итеүсе гагауздар, ҡағиҙә булараҡ, күп теллеләр, үҙ-ара һәм башҡа милләт вәкилдәре менән аралашҡанда гагауз теле менән бер рәттән рус телен дә иркен ҡуллана. Күптәр румын телен дә яҡшы белә.
Фотографиялар галереяһы
үҙгәртергә-
Халыҡ бейеүе
-
Гагауз халыҡ кәсептәре өлгөләре
-
Гагауз ҡатындары бейей
-
Милли кейем өлгөләре
-
Гагауз милли аш-һыуы
-
Традицион гагауз өйө
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://statistica.gov.md/files/files/Recensamint/Recensamint_pop_2014/Rezultate/Tabele/Caracteristici_populatie_RPL_2014_rom_rus_eng.xls
- ↑ Милли Статистика Бюроһы сайты // Яңылыҡтар
- ↑ Этнодемографические процессы среди болгар Молдовы и Украины в середине XVIII—XX В. — тема научной статьи по истории и историческим наукам
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Баскаков 1969: Баскаков, В. Введение в изучение тюркских языков. Москва, 1969.
- Бернштейн 1958: Бернштейн, В. Заселение болгарами бывшей Новороссии, Бессарабии и Приазовья. // Атлас болгарских говоров в СССР. Москва, 1958.
- Всесоюзная 1926: Всесоюзная перепись, 1926. Москва, 1926.
- ГАОО б.г.: Государственный архив Одесской области, 2811 Ф19, оп.-2, Одеса.
- Козлов 1977: Козлов, В. Этнические процессы и динамика населения. // Советская этнография, 1977.
- Гагаузы // Этноатлас / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей ; гл. ред. Рашит Гиззатович Рафиков ; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3. Архивировано 29 ноябрь 2014 года.
- Губогло М.Н. Гагаузы // Энциклопедия «Народы и религии мира». — 1998.
- Радова 1999: Радова, О. Где мы и сколько нас. Этнодемографические данные по современному состоянию городов и сел Гагаузии (Гагауз Ери). // Педагогический журнал (Комрат), 1999, № 1 – 2.
- Собрание 1960: Собрание законов, 1960. Москва, 1960.
- Zanet T. Gagauzluk: Kultura, ruh, adetlär: Gagauz folkloru / Inst. de Filologie al Acad. de Ştiinţe a Moldovei, Inst. de Folclor al Acad. Naţ. de Ştiinţe a Azerbaidjanului. — Ch.: Pontos, 2010. — 554, [6] p.
- Metin Omer, «Agenda politică a unui intellectual din Turcia kemalistă: Hamdullah Suphi Tanrıöver, turcismul şi găgăuzii», Intelectuali Politici şi Politica Intelectualilor, Cetatea de Scaun, 2016, p. 345—362 (ISBN 978-606-537-300-6).
- Dimitris Michalopoulos, «The Metropolitan of the Gagauz: Ambassador Tanrıöver and the problem of Romania’s Christian Orthodox Turks», Turkey & Romania. A history of partnership and collaboration in the Balkans, Istanbul: Union of Turkish World Municipalities and Istanbul University, 2016, p. 567—572. ISBN 978-605-65863-3-0 .(http://www.tdbb.org.tr/tdbb/wp-content/uploads/2016/12/ibac_2016_romanya_BASKI.pdf)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Почему в школах Гагаузии не изучают историю гагаузов 2019 йыл 23 ғинуар архивланған.
- Гагаузы. Биографии гагаузов. История гагаузов. Гагаузия. Gagauzia 2011 йыл 8 февраль архивланған.
- Календарная обрядность гагаузов . — работы Е. Н. Квилинковой по истории и культуре гагаузов. Архивировано 5 февраль 2012 года. 2013 йыл 17 апрель архивланған.
- Гагаузская народная музыка . — Gagauz music. Архивировано 5 февраль 2012 года.
- Краткая история гагаузского народа
- YouTube сайтында Гагаузите в Молдова
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Гагауз Ери
- Гагауз теле — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 март 2019)