Гаврилова Римма Александровна

Гаврилова Римма Александровна (31 июль 1934 йыл, Вязники, Владимир өлкәһе — 28 август 2008 йыл, шунда уҡ) — СССР туҡыусыһы, йәмәғәтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). 1966 йылдан КПСС ағзаһы. Владимир өлкәһенән СССР-ҙың 10-сы һәм 11се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979-1989)[1]. Юғары Совет Президиумы ағзаһы (1979-1989).

Гаврилова Римма Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 июль 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Вязники[d], Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 август 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Вязники[d], Владимир өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены ВДНХ-ның алтын миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1934 йылдың 31 июлендә Вязники ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. 1942 йылда фронтҡа киткән атаһын юғалта. Физик хеҙмәт менән иртә осраша, ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк була.

1949 йылда ете класты тамамлағас, туҡыу техникумына уҡырға инә, ләкин ярты йылдан туҡыу фабрикаһына эшкә барырға мәжбүр була. Тәүҙә ике станокта эшләй, әммә тиҙҙән уға дүрт станокты, ә һуңынан алты туҡыу станогын ышанып тапшыралар. Эш менән бер рәттән техникумдың киске курстарын тамамлай.

1970 йылда 16 станокта эшләй башлай, биш йыллыҡ пландарын алдан үтәй.

1970 йылдан алып 1975 йылға тиклем 2-се саҡырылыш Владимир өлкә советы һәм Вязниковский ҡала советы депутаты итеп һайлана. 1975 йылда СССР Юғары Советы депутаты була. 1985 йылға тиклем СССР-ҙың Юғары Советы Президиумына эшсе синыф вәкиле булараҡ инә. 1989 йылдан алып хаҡлы ялда.

2008 йылдың 28 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва. Дата обращения: 1 март 2015. Архивировано 28 апрель 2013 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Гаврилова Римма Александровна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 27 июль 2014.