Фетисов Вячеслав Александрович

совет һәм Рәсәй хоккейсыһы, дәүләт эшмәкәре

Фетисов Вячеслав Александрович (20 апрель 1958 йыл) — СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, дәүләт эшмәкәре, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2002), Рәсәй Федерацияһының 1 класлы ғәмәли дәүләт советнигы (2003).

Фетисов Вячеслав Александрович
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 20 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (66 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Хәләл ефете Лада Фетисова[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө хоккейсы, тренер, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эш урыны Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
ЦСКА
Нью-Джерси Девилз[d]
Детройт Ред Уингз[d]
Биләгән вазифаһы представитель в Парламентской ассамблее Совета Европы[d][2], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Федерация Советы ағзаһы[d]
Командалағы уйын позицияһы һаҡсы[d]
Уҡыу йорто Военный институт физической культуры[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Спорт командаһы ағзаһы Детройт Ред Уингз[d], Нью-Джерси Девилз[d] һәм Спартак[d]
Масса 99 килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей[3]
Ударная рука левый[d]
Задрафтован Нью-Джерси Девилз[d] һәм Монреаль Канадиенс[d]
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1984[d], Зимние Олимпийские игры 1988[d] һәм Зимние Олимпийские игры 1980[d]
Хәрби звание полковник[d]
Лигала уйнай Милли хоккей лигаһы[4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уйналған матчтар һаны 546[4]
Бейеклеге/буйы 185 сантиметр
Специальное звание или классный чин действительный государственный советник Российской Федерации 1 класса[d]
Количество голов за карьеру 36[4]
Количество ударов по воротам за карьеру 662[4]
Количество очков за карьеру 228[4]
Количество голевых передач за карьеру 192[4]
Количество штрафных минут за карьеру 656[4]
Карьерный рейтинг плюс-минус 114[4]
 Фетисов Вячеслав Александрович Викимилектә
(аудио)
(аудио)
В.А. Фетисов тауышының яҙмаһы
noicon
«Эхо Москвы» радилһына биргән интервью
19 апрель 2007
Помощь по воспроизведению

Спорт карьераһының ҙур өлөшөндә, 1976 йылдан 1998 йылға тиклем, ЦСКА, «Нью-Джерси Девилз» һәм «Детройт Ред Уингз» клабтарында һаҡсы позицияһында уйнай. Ике тапҡыр олимпия чемпионы, ете тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Стэнли Кубогына лайыҡ була. Халыҡ-ара хоккей федерацияһының йөҙ йыллыҡтың шартлы йыйылма командаһының 6 ағзаһы иҫәбенә инә. «Өсәүлеләрҙең алтын клубы» ағзаһы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Вячеслав Александрович Фетисов 1958 йылдың 20 апрелендә Мәскәүҙә, баш ҡала составына яңы индерелгән Дегунино районында тыуа. Коровино шоссеһындағы 4-се йорттоң ихата командаһында хоккей уйнай башлай. Коровино шоссеһындағы 19-сы ЖЭК-тың ихата командаһы менән «Алтын шайба» ҡала турниры финалына үтә.

12 йәшендә ЦСКА-ға тренер Юрий Александрович Чабаринға эләгә. 18 йәшендә ЦСКА-ның үҫмерҙәр командаһы составында хоккей турнирында ҡатнаша.

1973—1989 — ЦСКА-ла, майор званиеһына тиклем үрләй (1988 йылда ҡыҫҡа ваҡытлы өҙөклөк менән СССР йыйылма командаһының да капитаны була), 1994 — "Спартак"та (М).

1980-се йылдарҙа СССР йыйылма командаһында һәм ЦСКА клубында Ларионовтың легендар бишәүе составында Сергей Макаров, Игорь Ларионов, Владимир Крутов һәм Алексей Касатонов менән бергә һаҡсы позицияһында уйнай. 1980-се йылдарҙа бағыусыларҙың тиҫтәләрсә мең долларлыҡ премияларына лайыҡ була, 1988 йылда S-класлы Mercedes-Benz-та йөрөй, шунан яңы Volvo-лы була.[5]

СССР һәм Рәсәй чемпионаттарында: 480 матч, 153 гол.

Ленинград хәрби физик культура институтын тамамлай.

1989—1994 йылдарҙа — «Нью-Джерси Дэвилз», 1994—1998 йылдарҙа — «Детройт Ред Уингз» составында. НХЛ чемпионаттарында: 546 матч, 36 гол, 192 тапшырыу. Стэнли Кубогы турнирҙарында: 116 матч, 2 гол, 26 тапшырыу. Туғыҙ йылда кәм тигәндә 10 миллион доллар эш хаҡы ала, 1990-сы йылдар башында Мәскәүҙә торлаҡ һатып алыу менән мәшғүл була, сит ил мебеле, компьютерҙар, тәмәке, «Буш боттары» һ.б. сауҙаһы менән шөғөлләнә.

1994 йылда Гелани Товбулатов һәм Василий Клоков менән хоккей буйынса «Спартак» Кубогына ярыш ойоштора.

Стэнли Кубогына тәүге еңеүенән һуң 1997 йылдың 13 июнендә Фетисов командалашы Владимир Константинов һәм массажсы Сергей Мнацаканов менән клуб кисәһенә китеп барғанда прокатҡа алынған автомобилдә етди юл һәләкәтенә осрай. Константинов менән Мнацаканов зәғифләнеп ҡала, ә Фетисов еңелсә генә зыян күрә һәм тиҙ арала һауығып дауахананан сыға.

1998—2000 йылдарҙа — "Нью-Джерси Дэвилз"тың баш тренеры ярҙамсыһы, уның менән 2000 йылда Стэнли Кубогын яулай.

2000 йылдың 25 авгусында Мәскәүҙә Вячеслав Фетисовтың хушлашыу матчы була: унда Макаров, Ларионов, Крутов, Каменский, Быков, Буре, Мартин Бродо, Яри Курри, Скотт Стивенс, Ларри Робинсон һәм Геннадий Цыганков ҡатнаша. Рәсәй йондоҙҙары — Донъя йыйылма командаһы-2000 — 7:6 (2:1, 2:2, 3:3).

2002 йылда — Солт-Лэйк-Ситиҙағы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры һәм генераль менеджеры. Фетисов етәкселегендә Рәсәй йыйылма командаһы бронза миҙал яулай.

2002 йылдан «„Спорт Рәсәйе“ Бөтә Рәсәй ирекле йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһының Юғары советы рәйесе[6].

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың (ВАДА) ойоштороусылар советы ағзаһы[7]. 2007 йылдың 1 февралендә ЮНЕСКО-ның Спортта допинг менән көрәш тураһындағы халыҡ-ара конвенцияһын яҡлаған илдәрҙең конференцияһы рәйесе була.

2008 йылдың 21 октябренән[8] 2012 йылдың 21 ғинуарына тиклем[9][10] — Континенталь хоккей лигаһының Директорҙар советы рәйесе.

2009 йылдың 29 апреленән[11] 2012 йылдың 21 ғинуарына тиклем — ЦСКА хоккей клубы президенты.

2009 йылдың 11 декабрендә ЦСКА клубына, лигаға, ғөмүмән, хоккейға иғтибар йәлеп итеү маҡсатында ЦСКА өсөн бер рәсми йорт матчын уйнай[12][13].

2009 йылдан Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй Иҡтисад университетының спорт индустрияһы менеджменты кафедраһы мөдире[14].

2012 йылдың 5 апреленән — Рәсәй һәүәҫкәр хоккей лигаһы идараһы рәйесе[15].

2016 йылдың июненән «Звезда» телеканалында «Фетисов» программаһын алып бара[16].

Спорт ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Донъя хоккейының бөтә юғары титулдарына эйә:

  • Олимпия уйындары чемпионы (1984, 1988), Олимпия уйындарының көмөш призеры (1980)
  • Донъя чемпионы (1978, 1981, 1982, 1983, 1986, 1989, 1990); көмөш призёр (1987); бронза призёр (1977, 1985, 1991). Ҡышҡы Олимпия уйындарында һәм донъя чемпионаттарында — 123 матч, 48 гол
  • туғыҙ тапҡыр Европа чемпионы (1978, 1981, 1982, 1983, 1985, 1986, 1987, 1989, 1991)
  • СССР-ҙың күп тапҡырҙар чемпионы (1975, 1977—1989). СССР чемпионатының көмөш призеры (1976)
  • СССР Кубогын яулаусы (1977, 1979, 1988)
  • Күп тапҡыр Европа чемпиондары кубогын яулаусы. ЕК — 26 шайба. Европа чемпиондары кубогы уйындарында һаҡсылар араһында индерелгән шайбалар һаны буйынса рекордсы
  • Милли хоккей лигаһының (НХЛ) даими чемпионаттары еңеүсеһе һәм Стэнли Кубогын яулаусы (1997, 1998), финалға сығыусы (1995).
  • Канада Кубогын яулаусы (1981), финалға сығыусы (1987). Донъя кубогында ҡатнашыусы (1996), был турнирҙа Рәсәй йыйлыма командаһы капитаны (4 матч). Канада Кубогы турнирҙарында — 16 матч, 3 гол
  • Олимпия ордены (2000)
  • Халыҡ-ара шайбалы хоккей федерацияһының Дан залына индерелгән (2005)
  • НХЛ-дың Хоккей даны залына индерелгән
  • Халыҡ-ара шайбалы хоккей федерацияһының «Centennial All-Star Team» йөҙ йыллыҡтың шартлы йыйылма командаһы состаына индерелгән
  • 1997 йылдың 7 июненән Өсәүлеләрҙең алтын клубы ағзаһы
  • 2008 йылдың 19 апрелендә ЦСКА-ның Дан аллеяһында Вячеслав Фетисов бюсы асыла.

Статистика

үҙгәртергә

Клуб карьераһы

үҙгәртергә
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига И Г П О Штр +\- И Г П О Штр
1974-75 ЦСКА ЧСР 1 0 0 0 0
1975-76 Юн. ЦСКА ЧСЮ
1976-77 ЦСКА ЧСР 27 3 4 7 14
1977-78 ЦСКА ЧСР 35 9 18 27 46
1978-79 ЦСКА ЧСР 29 10 19 29 40
1979-80 ЦСКА ЧСР 37 10 14 24 46
1979-80 ЦСКА СС 4 0 1 1 0
1980-81 ЦСКА ЧСР 48 13 16 29 44
1981-82 ЦСКА ЧСР 46 15 26 41 20
1982-83 ЦСКА ЧСР 43 6 17 23 46
1983-84 ЦСКА ЧСР 44 19 30 49 38
1984-85 ЦСКА ЧСР 20 13 12 25 6
1985-86 ЦСКА ЧСР 40 15 19 34 12
1985-86 ЦСКА СС 6 3 3 6 6
1986-87 ЦСКА ЧСР 39 13 20 33 18
1987-88 ЦСКА ЧСР 46 18 17 35 26
1988-89 ЦСКА ЧСР 23 9 9 18 18
1988-89 ЦСКА СС 7 2 3 5 7
1989-90 Нью-Джерси Девилз НХЛ 72 8 34 42 52 9 6 0 2 2 10
1990-91 Нью-Джерси Девилз НХЛ 67 3 16 19 62 5 7 0 0 0 17
1990-91 Ютика Девилз АХЛ 1 1 1 2 0
1991-92 Нью-Джерси Девилз НХЛ 70 3 23 26 108 11 6 0 3 3 8
1992-93 Нью-Джерси Девилз НХЛ 76 4 23 27 158 7 5 0 2 2 4
1993-94 Нью-Джерси Девилз НХЛ 52 1 14 15 30 14 14 1 0 1 8
1994-95 Спартак (Мәскәү) МХЛ 1 0 1 1 4
1994-95 Нью-Джерси Девилз НХЛ 4 0 1 1 0 −2
1994-95 Детройт Ред Уингз НХЛ 14 3 11 14 2 3 18 0 8 8 14
1995-96 Детройт Ред Уингз НХЛ 69 7 35 42 96 37 19 1 4 5 34
1996-97 Детройт Ред Уингз НХЛ 64 5 23 28 76 26 20 0 4 4 42
1997-98 Детройт Ред Уингз НХЛ 58 2 12 14 72 4 21 0 3 3 10
2009-10 ЦСКА КХЛ 1 0 0 0 0 −1
Бөтәһе СССР һәм Рәсәй чемпионаттарында 480 153 222 375 378
Бөтәһе НХЛ-да 546 36 192 228 656 116 116 2 26 28 147

Халыҡ-ара ярыштар

үҙгәртергә
Йыл Йыйылма команда Турнир Урын И Г П О Штр
1975 СССР йыйылмаһы ЧЕЮ 5 1 0 1 0
1975 СССР йәштәр йыйылмаһы ЧММ   4 0 0 0 11
1976 СССР йыйылмаһы ЧЕЮ 4 4 0 2 0
1977 СССР йыйылмаһы ЧММ 7 3 2 5 4
1977 СССР йыйылмаһы ЧМ   5 3 3 6 2
1978 СССР йыйылмаһы ЧММ 7 3 5 8 6
1978 СССР йыйылмаһы ЧМ   10 4 6 10 11
1980 СССР йыйылмаһы ОИ   7 5 4 9 10
1981 Сборная СССР ЧМ   8 1 4 5 6
1981 СССР йыйылмаһы КК   7 1 7 8 10
1982 СССР йыйылмаһы ЧМ   10 4 3 7 6
1982-83 СССР йыйылмаһы СС 6 1 4 5 10
1983 СССР йыйылмаһы ЧМ   10 3 7 10 8
1984 СССР йыйылмаһы ОИ   7 3 8 11 8
1985 СССР йыйылмаһы ЧМ   10 6 7 13 15
1986 СССР йыйылмаһы ЧМ   10 6 9 15 10
1987 СССР йыйылмаһы СС 2 0 1 1 2
1987 СССР йыйылмаһы ЧМ   10 2 8 10 2
1987 СССР йыйылмаһы КК   9 2 5 7 9
1988 СССР йыйылмаһы ОИ   8 4 9 13 6
1989 СССР йыйылмаһы ЧМ   10 2 4 6 17
1990 СССР йыйылмаһы ЧМ   8 2 8 10 8
1991 СССР йыйылмаһы ЧМ   10 3 1 4 4
1996 Рәсәй йыйылмаһы КМ   4 0 2 2 12
Бөтәһе Канада Кубогы турнирҙарында 16 3 12 15 19
Бөтәһе Ҡышҡы олимпия уйындарында һәм донъя чемпионаттарында 129 48 81 129 113
Бөтәһе карьераһында 1216 255 529 784 1224

Мафия менән бәйләнеше тураһында

үҙгәртергә

1993 йылда Америка һәм Канада матбуғатында Рәсәй енәйәтсел төркөмдәренең, НХЛ-да уйнаған элекке СССР уйынсыларының илдә ҡалған яҡындарына һәм ғаилә ағзаларына янап, уларҙан аҡса таптырыуҙары тураһында яҙыла. Вячеслав Фетисовтың агенты уның бындай эштәрҙә ҡатнашыуын инҡар итә, ләкин күп уйынсыларҙың ошондай хәлдәргә тарыуын таный; хоккейсы үҙе иһә НХЛ-да уйнаған Рәсәй хоккейсыларының мафия менән проблемалары булмауы тураһында белдерә[17].

ФБР отчётына ярашлы (ә Америка журналисы Роберт Фридман нәҡ уға һылтана), 1993 йылда Фетисов Мәскәүҙәге төрлө предприятиеларға аҡса һала һәм «ҡыйығы» булған Отари Квантришвилиға түләп тора. Квантришвили вафат булғас, Вячеслав Иваньков (Япончик) хоккейсының «яҡын уртаҡсыһына» әйләнә[18]. Фетисов исеменә Нью-Йоркта «Slavic, Incorporated» фирмаһы теркәлгән була, ул, ФБР мәғлүмәттәренә ярашлы, Иваньков тарафынан аҡса йыуыу һәм Рәсәйҙә эш визалары һатыу өсөн файҙаланыла[19].[20] Фетисовтың үҙенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бер ҡасан да эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәгән һәм енәйәтсел эшмәкәрлеккә йәлеп ителмәгән, ә компанияны үҙенең Виктор исемле эмигрант дуҫы менән асҡан[21].[22].

Дәүләт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

2002 йылдың апреленән 2004 йылдың мартына тиклем — Рәсәй Федерацияһы Физик культура һәм спорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2003 йылдың сентябрендә Фетисов «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы булып китә.

2003 йылдан — Рәсәй Федерацияһының 1 класлы ғәмәли дәүләт советнигы.

2004 йылдың мартынан ноябренә тиклем — Физик культура, спорт һәм туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе.

2004 йылдың ноябренән 2008 йылдың октябренә тиклем — Физик культура һәм спорт буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе[23].

2007 йылдың ноябрендә Фетисовҡа рәсми рәүештә «Берҙәм Рәсәй» партияһы билеты тапшырыла.

2008 йылдың сентябрендә «Ведомости» хәбәр итеүенсә, «Берҙәм Рәсәй»ҙең генераль советы президиумы Фетисов кандидатураһын Федерация Советында Приморье крайының Закондар сығарыу йыйылышы вәкиле итеп һайларға тәҡдим итә. Шул уҡ көндө Фетисов Приморье сенаторы булырға ризалығын бирә. 2008 йылдың 17 октябрендә Приморье крайынан Федерация Советы ағзаһы итеп һайлана. 2008 йылдың 27 октябренән — Федерация Советының Физик культура, спорт һәм олимпия хәрәкәтен үҫтереү комиссияһы рәйесе. Федерация Советының Урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы. Федерация Советының Йәштәр эштәре һәм туризм буйынса комиссияһы ағзаһы[24].

2011 йылдың 4 декабрендә Приморье крайының Закондар сығарыу йыйылышы депутаты итеп һайлана, ләкин Федерация Советына йәнә төбәк парламенты вәкиле итеп һайланыу сәбәпле, депутат мандатынан баш тарта.

2011 йылдың 16 декабренән — Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары[25][26].

2016 йылдың 18 сентябренән — Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары[27].

Закондар сығарыу инициативалары

үҙгәртергә

«Гражданлыҡ тураһында» законға төҙәтеүҙәр

үҙгәртергә

2012 йылдың октябрендә сенаторҙар Ильяс Умаханов һәм Владимир Джабаров менән бергә «Гражданлыҡ тураһында»ғы законға төҙәтеүҙәр индереү буйынса сығыш яһай. Сенаторҙар 18 йәштән өлкән кешеләргә, ҡасандыр улар үҙҙәре йә нәҫелдәрендәге тура ата-бабалары СССР гражданы булыуын, Рәсәй дәүләте, Рәсәйҙең республикаһы, РСФСР, СССР йә Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәгәнлеген иҫбатлаһа, Рәсәй гражданлығын льготалы шарттарҙа бирергә рөхсәт итеү тураһында тәҡдим индерә[28].

Сенаторҙарҙың закон сығарыу инициативаһы киң мәғлүмәт сараларында һәм интернетта ҙур шаңдау таба, сөнки быны күптәр элекке СССР республикаларынан мигранттарҙың күсеүенә мөмкинлек биреү тип иҫәпләй. Левада-үҙәктең ноябрь аҙағында баҫылып сыҡҡан тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, рәсәйлеләрҙең 63 проценты мигранттар һанын кәметеү яҡлы була, ә 71 проценты мигранттар илдә енәйәтселек үҫешенә сәбәпсе тип, 67 проценты мигранттар рәсәйлеләрҙең эш урындарын тартып ала тип иҫәпләй.

Октябрь аҙағында Дәүләт Думаһының Конституцион закондар сығарыу буйынса комитеты төҙәтеүҙәрҙе бирелгән вариантта индерергә тәҡдим итә, декабрь башында Дәүләт Думаһы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарарға тейеш була. Ләкин һуңғы мәлендә документ көн тәртибенән юҡҡа сыға һәм ҡабат ҡарау өсөн комитетҡа ҡайтарыла.

Фетисов үҙ инициативаһын 2006 йылда ватандаштарҙы ҡайтарыу тураһында ҡабул ителгән закондың коррупцион төҫтә булыуы, ә йәш рәсәйлеләрҙең байтағы сит илгә китергә йыйыныуы менән аңлата[29].

2013 йылдың сентябрендә бер интернет баҫмаһы[30] Федерация Советының Юғары палата ағзаларының килемдәренә һәм сығымдарына контроллек итеү буйынса комиссияһына Фетисовтың ҡатынының Мәскәү уртаһындағы 1051 квадрат метрлы торлағының декларацияға индерелмәгәнлеген тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Киң мәғлүмәт сараларының байтағы[31][32][33][34][35] комиссияға ебәрелгән был үтенесте Алексей Навальный блогында Фетисовҡа тағылған ғәйепләүҙәр менән бәйләй. Әммә мөлкәтте тикшереү комиссияһы 2011 һәм 2012 йылғы декларацияларҙа дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙе тапмай. Фетисов үҙе был ғәйепләүгә «Итоги» журналына интервьюһында яуап бирә[36].

2015 йылдың 17 мартында Алексей Навальныйҙың Коррупция менән көрәш фонды Фетисовтың Кипрҙа өс офшоры булыуы тураһында мәғлүмәт баҫа[37] «Айырым категорияға ингән кешеләргә Рәсәй Федерацияһы территорияһынан ситтә урынлашҡан сит ил банктарында счеттар (вкладтар) асыуҙы һәм тотоуҙы, ҡулаҡса средстволарын һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе уларҙа һаҡлауҙы, сит ил финанс инструменттарына эйә булыуҙы һәм (йәки) файҙаланыуҙы тыйыу тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, Фетисов сенатор вазифаһынан бушатылырға тейеш була[38].

Ҡустыһы — Анатолий Фетисов (26 июль 1967 — 11 июнь 1985) — хоккейсы, ЦСКА уйынсыһы[39].

Ҡатыны — Ладлена Фетисова (Лада Сергиевская 1959 йылдың 17 июлендә тыуған, 1989 йылдың 15 мартында өйләнешәләр) — «Спорт Республикаһы» хәйриә фонды президенты[40], логистика менән шөғөлләнә, Фетисовтың яҡшы таныштары менән бергәләп Яңы Рига шоссеһында автомобиль салоны тота, 2009 йылда 370 миллион һумдан ашыу аҡса эшләй.

Ҡыҙы — Анастасия, 1990 йылдың 10 июлендә Нью-Йоркта тыуа, Рәсәй һәм АҠШ гражданы, 5 йәштән — АҠШ-тағы мәктәптә, 12 йәшенән Мәскәүҙә инглиз-американ мәктәбендә уҡый[41], продюсер ярҙамсыһы сифатында Голливудта практика үтә, 2016 йылдың майында Нью-Йорк университетының кинематография мәктәбе аспирантураһына инә, режиссёр булырға йыйына, Нью-Йоркта Трамп башняһында алты миллион ярым долларлыҡ 200 квадрат метр майҙанлы фатирҙа йәшәй[42].

Атаһы — Александр Максимович Фетисов (1932), төҙөлөштә эшләгән[43]. Әсәһе — Наталья Николаевна, 1996 яман шештән вафат була.[44].

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (4 ноябрь 2005)[45].
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (25 август 2000)[46].
  • Почёт ордены (23 август 1998)[47].
  • Дуҫлыҡ ордены (6 август 2007)[48].
  • Ленин ордены (1988)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1984)
  • Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1978, 1981)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (16 апрель 2008)[49].
  • Көмөш Олимпия ордены (МОК)[50]
  • «Физик культураны үҫтереүҙәге хеҙмәттәр өсөн» почёт билдәһе (21 октябрь 2013)[51]
  • СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978)
  • «Мәскәү өлкәһе алдындағы хеҙмәттәр өсөн» билдәһе[52]
  • Спорт буйынса ЮНЕСКО чемпионы[53].
  • Спорттағы хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары өсөн «Русский Бриллиант» премияһы (2007).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Slava Fetisov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=6885
  3. https://www.eurohockey.com/player/13143-.html (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Hockey-Reference.com
  5. http://www.itogi.ru/russia/2013/43/195171.html 2013 йыл 3 ноябрь архивланған.
  6. информационно-аналитический сборник Федеральный Справочник. 2013 йыл 5 ноябрь архивланған.
  7. World Anti-Doping Agency. Executive Committee 2008 йыл 16 октябрь архивланған.
  8. Фетисов получил новое назначение
  9. Фетисов, уйдя из хоккея, решил сосредоточиться на политике. РИА Новости. (26 ғинуар 2012). Дата обращения: 12 апрель 2012. Архивировано 27 май 2012 года.
  10. Андрей Ванденко Не ради славы // Итоги : Журнал. — М.: Семь Дней, 2012. — В. №12 / 823.
  11. Вячеслав Фетисов назначен президентом Хоккейного клуба ЦСКА
  12. Фетисов согласился сыграть за ЦСКА 2009 йыл 13 декабрь архивланған.. Чемпионат.ру 10 декабря 2009
  13. Спорт-Экспресс. День Славы(недоступная ссылка). 12 декабря Вячеслав Фетисов
  14. РЭА. Кафедра менеджмента спортивной индустрии 2011 йыл 4 июль архивланған.
  15. Александр Шапиро. Вячеслав Фетисов возглавил правление РЛХЛ. пресс-служба РЛХЛ (05.04.12). Дата обращения: 12 апрель 2012. Архивировано 27 май 2012 года. 2013 йыл 2 февраль архивланған.
  16. Фетисов: "Звали на "Матч ТВ". В последний момент передумали. И понимаю почему". Собеседник (13 июнь 2016).
  17. Joe Lapointe. HOCKEY; Russian Crime Groups Harassing Expatriates, The New York Times (24 декабрь 1993). 29 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  18. Robert I. Friedman. Red Mafiya: How the Russian Mob Has Invaded America. — Little, Brown and Company, 2000. — P. 181. — 296 p. — ISBN 978-0316294744.
  19. Molly Gordy. A RUSSIAN GOODFELLA? HE'D ICE AGENTS: FBI  (инг.), New York Daily News (10 March 1996). 2015 йыл 2 октябрь архивланған.
  20. Tapes & Transcripts | Mafia Power Play (ингл.). Frontline. PBS (12 октябрь 1999). Дата обращения: 29 сентябрь 2015.(инг.). Frontline. PBS (1999-10-12). 29 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  21. Interviews - Vyacheslav Fetisov | Mafia Power Play | FRONTLINE. PBS. Дата обращения: 1 октябрь 2015.
  22. Я — КРЕСТНЫЙ ОТЕЦ // «Огонёк» : журнал. — 2000. — № 6. — С. 16.
  23. Руководитель Федерального агентства по физической культуре и спорту 2007 йыл 26 март архивланған. URL at 9/3/2008
  24. Совет федерации. Энциклопедический справочник
  25. Положение об Экспертном совете по физической культуре и спорту. Совет Федерации (24 ғинуар 2012). Дата обращения: 12 апрель 2012. Архивировано 27 май 2012 года. 2012 йыл 27 май архивланған.
  26. Персональная информация члена Совета федерации. Совет Федерации. Дата обращения: 11 октябрь 2013.
  27. Фетисов Вячеслав Александрович. www.duma.gov.ru. Дата обращения: 10 ноябрь 2017.(рус.). www.duma.gov.ru. 10 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  28. РОтложенное гражданство // Газета.ру
  29. Сенатор Вячеслав Фетисов: «Больные люди не могут двигать здоровую экономику страны» // РБК daily
  30. Объяснения Фетисова по поводу квартиры его жены не оставили вопросов у его коллег-сенаторов. Interfax (15 октябрь 2013). Дата обращения: 5 ноябрь 2013.
  31. Комиссия Совфеда по доходам проверит запрос по квартире жены Фетисова // РИА, 14.10.2013.
  32. Комиссия Совфеда проверит запрос по незадекларированной Фетисовым квартире, которую отыскал Навальный, Newsru, 14 октября 2013.
  33. У Совфеда нет вопросов: сенатор Фетисов дал исчерпывающий ответ о том, кому принадлежит элитная квартира в центре Москвы площадью в 1051 квадратный метр. // НТВ, 15.10.2013.
  34. Совет Федерации проверит данные о квартире жены Фетисова // Forbes.ru, 14.10.2013.
  35. Совет Федерации проверит информацию о квартире Фетисова // Телеканал «Дождь».
  36. Андрей Ванденко При имуществе: Вячеслав Фетисов: «Я вкладывал во все, что позволяло не потерять деньги, а приумножить их» // Итоги. — 2013. — № 43 / 907.
  37. Запрещенные активы сенатора Фетисова 2015 йыл 9 май архивланған.
  38. О Федеральном законе "О запрете отдельным категориям лиц открывать и иметь счета (вклады), хранить наличные денежные средства и ценности в иностранных банках, расположенных за…
  39. Профиль на сайте ХК ЦСКА (Москва)
  40. Детский социальный фонд «Республика Спорт»
  41. В семье Фетисовых нет проблемы отцов и детей, «Российская газета», 13.10.2006.
  42. http://www.mk.ru/culture/2015/11/17/slichenko-i-fetisova-shagnuli-iz-zimy-v-leto.html
  43. http://www.tele.ru/stars/interview/vyacheslav-fetisov-ministr-oborony-krichal-chto-prosit-proshcheniya-ya-pripolzu-k-nemu-na-kolenyakh/ 2018 йыл 2 ғинуар архивланған.
  44. http://www.vesti.ru/doc.html?id=330813
  45. Указ Президента Российской Федерации от 4 ноября 2005 г. № 1255
  46. Указ Президента Российской Федерации от 25 августа 2000 года № 1568 «О награждении орденом «За заслуги перед Отечеством» IV степени Фетисова В. А.» // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 7 сентябрь 2016.
  47. Указ Президента РФ от 23 августа 1998 г. № 984
  48. Указ Президента РФ от 6 августа 2007 г. № 1028
  49. Указ Президента РФ от 16 апреля 2008 г. № 504
  50. Олимпийская идея в знаках, символах, наградах 2009 йыл 13 апрель архивланған.
  51. Приказ Минспорта России от от 21 октября 2013 года № 142-нг «О награждении ведомственными наградами Министерства спорта Российской Федерации»(недоступная ссылка)
  52. Постановление губернатора Московской области от 15 апреля 2008 года № 36-ПГ «О награждении наградами Московской области»(недоступная ссылка)
  53. Vyacheslav Fetisov named UNESCO Champion for Sport

Һылтанмалар

үҙгәртергә

https://www.вячеслав-фетисов.рф/ 2018 йыл 3 сентябрь архивланған. - сайт с информацией