Вознесенка (Учалы районы)

Вознесенка (шулай уҡ Кинйәкәй; рус. Вознесенка) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Поляковка ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 410 кеше[1]. Почта индексы — 453712, ОКАТО коды — 80253865002.

Ауыл
Вознесенка
Вознесенка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл биләмәһе

Поляковка

Координаталар

54°38′43″ с. ш. 59°35′13″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 865 002

ОКТМО коды

80 653 465 106

ГКГН номеры

0517791

Вознесенка (Рәсәй)
Вознесенка
Вознесенка
Вознесенка (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Вознесенка

Вознесенка XIX быуаттың 30-сы йылдарында Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә баҡыр мәғдәне һәм алтын ятҡылыҡтарын эшкәртә башлауға бәйле, Троицк өйәҙендә ҡасаба булараҡ барлыҡҡа килә[2]. Башта Кинйәкәй ауылы булараҡ теркәлә. Был урында элек Кинйәкәй тигән башҡорт ауылы булған. Кинйәкәй ауылының атамаһы 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе, тархан, мулла Бәпәнәй Төрөпбирҙиндең кинйә ҡыҙының исемен йөрөткән йылға менән бәйле. Бәпәнәйҙе язалап үлтергәс, Кинйәкәй ауылы нигеҙенә тиклем яндырыла, хәҙер уның урынында Вознесенка ауылы тора. Йылғаның исеме иһә урыҫ телендә боҙолоп Кизнекей булып киткән[3]. Ауыл халҡы баҡыр мәғдәне, һуңынан алтын сығарыу менән шөғөлләнәАсфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.</ref>. Вознесенкала улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, мәктәп булған, йәрминкәләр үткәрелгән. 1900 йылда 2177 кеше иҫәпләнгән. Ирҙәр министрлыҡ мәктәбе һәм ҡыҙҙар сиркәү‑мәхәллә мәктәбе теркәлгән[4].

1920 йылда ауылдағы 659 йортта 3421 кеше иҫәпләнгән[5].

Әлеге ваҡытта Поляковка урта мәктәбенең филиалы — төп мәктәп эшләй, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 3421
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2142
1959 йыл 15 ғинуар 1123
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 496
2002 йыл 9 октябрь 450
2010 йыл 14 октябрь 410 200 210 48,8 51,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (59 %), башҡорттар (37 %)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
 
Вознесенка сиркәүе
(архитектура ҡомарткыһы)[8]
  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 65 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Поляковка): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 20 км[9].

Уй йылғаһы ҡушылдығы Кинйәкәй йылғаһы буйыында урынлашҡан.

Көньяҡ Уралдың Уй-Таш һырты эргәһендә Нәжимтау тауы итәгендә[10], Вознесенка ауылынан 12 километр алыҫлыҡта Яйыҡ йылғаһы башы урынлашҡан.

Урамдары

үҙгәртергә
  • Болон урамы (рус. Луговая улица)
  • Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
  • Күмләк урамы (рус. улица Кумляк)
  • Урман тыҡрығы урамы (рус. Лесной переулок)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Сиркәү урамы (рус. Церковная улица)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)
  • Яр урамы (рус. Береговая улица)[11].

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Кобельков Николай Васильевич (1851—1933) — тыумыштан инвалид (аяҡһыҙ-ҡулһыҙ) булыуына ҡарамаҫтан, атларға яҙырға, һүрәт төшөрөргә өйрәнгән, Рәсәйҙә һәм Европала цирк сығыштарын уңышлы уҙғарған, Венаның билдәле гражданы булған һәм Кобельковтар ғаиләһенә нигеҙ һалған һәм унан Пратер паркындағы участканы мираҫ итеп алған.
  • Назаров Николай Григорьевич (8.08.1946) — Башҡортостандың Учалы районы «Байрамғол» совхозының һауын гурты бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Тәбиғи ҡомартҡылар

үҙгәртергә

Вознесенка ауылы эргәһендәге Ҡарағайкүл — тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Күлдең диаметры — 2,5 километр, ә тәрәнлеге 6 метрға тиклем етә[12].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Ауылда архитектура ҡомартҡыһы — Вознесение храмы урынлашҡан[13].
  Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0301164000объект № 0301164000
  • 1884 йылда ауылда шулай уҡ Александр II һәйкәле ҡуйыла (һаҡланмаған)[14].

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Уй-таш тауы

Йылғалар:

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Вознесенка (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Бепеня Трупбердин
  4. Вознесенка (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Вознесенка (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. «Объекты культурного наследия» сайты 2016 йыл 6 март архивланған.
  9. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  10. http://www.sgau.ru/assets/files/konferenc/at_2012.pdf#page=11 (недоступная ссылка с 27-05-2015 (3427  дня))
  11. Госсправка сайтында урамдар исеме
  12. Эй, Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт. Әлим Зарипов
  13. Церковь Вознесения Господня в Вознесенке
  14. К. Г. Сокол. Монументальные памятники Российской империи. — М.: Вагриус +, 2006. — С. 92.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә