Назаров Николай Григорьевич

Назаров Николай Григорьевич (8 август 1946 йыл) — Башҡортостандың Учалы районы «Байрамғол» совхозының һауын гурты бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры[1].

Назаров Николай Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 август 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Григорьевич Назаров 1946 йылдың 8 авгусында БАССР-ҙың Учалы районы Вознесенка ауылында тыуған[1].

Белеме — урта.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылдың октябрендә Учалы районы Поляковка совхозында мал ҡараусыһы булып башлай. 1969 йылға тиклем — мал ҡараусыһы, 1990 йылдан алып «Байрамғол» совхозының һауын гуртында бригадир булып эшләй[1].


1994 йылда «Поляковка» ауыл хужалығы производство кооперативы бригадиры итеп тәғәйенләнә, 2005 йылдан алып 2007 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем «Кронос-16» ЯСЙ-ла эшләй[1].

Назаров Николай Григорьевич Башҡортостан Республикаһының Учалы районында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Малсылыҡ өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Н. Г. Назаров I дәрәжә (1990), II дәрәжә (1982), III дәрәжә (1975) Хеҙмәт даны ордены менән һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. — 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә