Ҡарағайкүл (күл, Учалы районы)
Ҡарағай күле, Ҡарағайлы, Ҡарағайкүл, Ворожеич — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы күл.[1]) Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан[2]). Һаҡлана торған биләмә — 80,0 га.
Озеро | |
Ҡарағай күле | |
---|---|
Морфометрия | |
Үлсәме | 1,5 × 1 км |
Майҙаны | 2 км² |
Иң тәрән урыны | 5-6 м |
Урынлашыуы | |
54°40′23″ с. ш. 59°36′06″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Ҡарағайкүл Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәКүлдән 2 км алыҫлыҡта Аҙнаш, Ҡужай һәм Вознесенка ауылдары урынлашҡан. Эргәһендә генә Тубылдың ҡушылдығы булған Уй йылғаһы аға.
Күл өҫтө майҙаны — 0,8 кв.км; оҙонлоғо — 1 км; киңлеге — 0,7 км; уртаса тәрәнлеге — 4,5 м.
Тектоник күл. Соҡоро ассиметриялы, урта девон (базальт, риолит, дацит, андезибазальт, уларҙың туфтары) һәм аҫҡы карбон (эзбизташ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән.
Төбө ләмле, ҡомло, ташлы. Тымыҡ күл. Туйыныуы — ҡатнаш, һыуы сөсө. Күл эвтрофлы; яртылаш ҡороған. Көнбайыш һәм көньяҡ өлөштәре һаҙға әйләнгән.
Төньяҡ һәм көнбайыш ярҙары һөҙәк, көнсығыш төньяҡ өлөшөндә һәм көньяҡ-көнсығышында — текә. Урыны менән йәшмә, мәрмәр сығанаҡтары осрай.
Көньяҡ-көнбайыш ярында оҙонлоғо 0,2 км булған утрау бар. Ул утрауҙың уртаһында палеолит осорона тура килгән тораҡ ҡалдыҡтары табылған.
Үҫемлектәр донъяһы
үҙгәртергәТирә-яғындағы ландшафты ҡарағас ҡатыш ҡайын урманлы тәпәш кенә убаларҙан һәм ташлы далаларҙан тора.
Яр буйын көньяҡ ҡамышы, тамырсалы суҡҡыяҡ һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтарға әйләнеп барған төрлө үләнле-ҡыяҡлы болондар биләй.
Ебәк ҡаҙ үләне, Крашенинников минуарцияһы, ҡаурый ҡылған, ҡылсыҡлы аҡтамыр, ҡырҡйепсә туманаҡ, төклө ҡылған, энәле ҡәнәфер үҫә.
Күп урындарҙа күл эргәһенә яҡын килеүе ҡыйын. Эргәһен һаҙлыҡ һәм һыу үҫемлектәре (күл ҡамышы, күрән, мамыҡбаш күрән, тар япраҡлы екән, һары һәм аҡ томбойоҡ, мөгөҙъяпраҡ) баҫҡан. Шуғамылыр, ситтән килеп ултырған урыҫтар күлгә Ворожеич тигән тағын бер исем биргән.
Фауна
үҙгәртергәКүлдә ҡарабалыҡ, табан балыҡ, алабуға, суртан, бәшкәләй, сабаҡ, тирә-яғында өйрәктәр, өлкән сыпҡай һәм башҡалар йәшәй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Газета «Выбор» № 118-119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».
- Геологические памятники природы Республики Башкортостан. Гареев Э. З., Уфа"Тау" 2004, 297 с.
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. — Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — 414 с.
Һылтанма
үҙгәртергә- Мулдашев А. А. Карагайкуль // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Озеро Ворожеич
- http://cumulu.ru/places/c/uchalinskii/raion/info/ozero-karagayli 2017 йыл 4 ғинуар архивланған.
- http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/8167-ara-ajly-k-l 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/8159-ara-ajk-l-k-l 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%B0%D1%80%D0%B0%D0%B3%D0%B0%D0%B9%D0%BA%D1%83%D0%(недоступная ссылка) BB%D1%8C_(%D0%BE%D0%B7%D0%B5%D1%80%D0%BE,_%D0%A3%D1%87%D0%B0%D0%BB%D0%B8%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%D1%80%D0%B0%D0%B9%D0%BE%D0%BD)
- http://www.geomem.ru/mem_obj.php?id=12945&objcoord=&objoblast=%D0%90%D1%80%D1%85%D0%B0%D0%B 2020 йыл 29 ноябрь архивланған.