Яйыҡ йылғаһы башы
Яйыҡ йылғаһы башы - Көньяҡ Уралдың Уй-Таш һырты эргәһендә Нәжимтау тауы итәгендә, диңгеҙ кимәленән 637 м бейеклектә, Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Вознесенка ауылынан 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Яйыҡ йылғаһы башы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Яйыҡ йылғаһы башы Викимилектә |
Туристик һәм географик иҫтәлекле урын.
Урыны
үҙгәртергәПетр Рычков үҙенең «Ырымбур топографияһы» китабында былай тип яҙа:
Яйыҡ Урал тауҙары артында Себер даруғаһында, Купаканский улусында, Ҡалған Тау тип аталған тауҙан башлана, Ҡалған Тау русса Крайняя йәки Остальная гора въ Уралъ тигәнде аңлата. Был йылға борондан башҡорттар менән ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарҙы айырып торған[1]
.
Виктор Петрович Поляничко, Силәбелә, Ырымбурҙа, Мәскәүҙә, Кавказда билдәле кеше, 1973 йылдағы Яйыҡ инешенә сәйәхәт тураһында «Река весны» исемле китап яҙа. Унда ошондай юлдар бар: «Еүеш ерек ҡыуағы аҫтында, өс ҡайын ҡамауында – инеш! Ҡайһылай шәп, Яйыҡ ҡайҙалыр уҡығанымса һаҙлыҡтан түгел, ә шишмәнән баш ала. Инеш ҡомло вулкан булып суғырмаҡлана, тамырҙар һәм яҫы таш киҫәге аҫтынан туңмай торған шишмә урғылып сыға. Бына шундай ул Яйыҡ бишеге». Яйыҡ йылғаһы ағып сыҡҡан шишмә янында «50 лет ВЛКСМ», «50 лет БАССР» тигән яҙыуҙар, комсомоль значогы һәм Салауат Юлаев силуэты булған щит була. Ошо сәйәхәт ваҡытында «Бында Яйыҡ йылғаһы башлана» тигән яҙыу менән иҫтәлекле билдә ҡуйыла. Суйын таҡтаның буйынан буйына нәҙек юлаҡ, юлаҡ буйлап йылға буйындағы ҡалаларҙың исемдәре яҙыла: Учалы, Верхнеурал, Магнитогорск, Орск, Ырымбур, Уральск, Гурьев. Ҡойолманы Силәбе трактор заводы комсомолдары эшләй, ә Поляковка совхозы электросварщиктары уны швеллерға иретеп йәбештерәләр һәм инеш эргәһендә нығытып ҡуйырға ярҙам итәләр. «Бында Яйыҡ йылғаһы башлана» тигән яҙыулы суйын таҡтаһы менән швеллер әле лә урынында. Ҡала исемдәре икенсе тимер таҡтала. Унда «Башҡортостан тауҙарынан Каспийға тиклем» тигән яҙыу һәм ҡала исемдәре[2].
Нәжимтау тауы итәгендә урынлашҡан төп сығанаҡты[3] 5 ҡеүәтле шишмә тулыландыра[4].
2000-се йылдар башында Яйыҡ йылғаһы инеше өҫтөндә Европанан Азияға символик тимер күпер ҡуйыла. Иҫтәлекле билдәгә яҡын, бер яҡтан өҫтән аҫҡа ҡарай тимер хәрефтәр менән «Европа», ә икенсе яғында «Азия» тип яҙылған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чибилёв А. А. Река Урал: Историко-географические и экологические очерки о бассейне р. Урал. — Л.: Гидрометеоиздат, 1987. — 168 с. — (Реки и озёра нашей Родины).
- Поляничко В. П. Река весны : По Уралу — от истока до устья. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1983. — 163 с.
- Первый родник Урала 2012 йыл 30 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Рычков П. И. Топография Оренбургская. — Санкт-Петербург, 1762. — С. 223—224.
- ↑ Первый родник Урала 2012 йыл 30 июнь архивланған.
- ↑ Чибилёв А. А. Дорога к Каспию. — Алма-Ата: Кайнар, 1988. — 13 200 экз.
- ↑ Кужина Г. Ш., Янтурин С. И. Исследование содержания тяжелых металлов в верхнем течении реки Урал // Вестник Оренбургского государственного университета. — 2010. — № 1. — С. 106—109.