Владимир дәүләт гуманитар университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Владимир дәүләт гуманитар университеты — Рәсәйҙең иң боронғо юғары педагогик уҡыу йорттарының береһе. 1919 йылда нигеҙ һалына, 2011 йылдың 31 мартында Александр Григорьевич һәм Николай Григорьевич Столетовтар исемендәге Владимир дәүләт университетына ҡушыу юлы менән реорганизациялана.

Владимир дәүләт гуманитар университеты
Нигеҙләү датаһы 1919
Рәсем
Рәсми атамаһы Владимирский институт народного образования, Владимирский практический институт народного образования, Владимирский педагогический техникум, Владимирское педагогическое училище, Владимирский учительский институт, Владимирский педагогический институт һәм Владимирский педагогический университет
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Владимир
Урын Владимир
Алмаштырылған Владимир дәүләт университеты[d][2]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 6 сентябрь 2011
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Владимирского гуманитарного университета[d]
Карта
 Владимир дәүләт гуманитар университеты Викимилектә

2009—2010 уҡыу йылында университеттың 12 факультетында 36 һөнәр һәм йүнәлеш буйынса 7,5 мең тирәһе студент белем ала. Юғары уҡыу йортоноң 46 кафедраһында 80-дән ашыу фән докторҙары, профессорҙар һәм 320-нән дә күберәк фән кандидаттары, доценттар эшләй. Аспирантурала һәм докторантурала 25 һөнәр буйынса белем биреү ғәмәлгә ашырыла, 3 диссертацион совет эшләй[3].

Юғары уҡыу йортона 1919 йылда нигеҙ һалынған тип иҫәпләнә, был йылда Алтын ҡапҡа эргәһендә урынлашҡан элекке реаль училище бинаһында халыҡ мәғарифы институты асыла. Ул 1921 йылда өс: мәктәпкәсә, мәктәп һәм мәҙәни-ағартыу бүлексәһе булған халыҡ мәғарифы практик институтына үҙгәртелә.

1923 йылда педагогия техникумына, 1937 йылда — педагогия училищеһына, 1939 йылда — тарих-филология һәм физика-математика факультеттары булған Владимир дәүләт уҡытыусылар институтына үҙгәртелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында институт бинаһында хәрби госпиталь урынлаша, дәрестәр туҡтатыла. Уҡыуҙар 1944 йылда яңынан башлана.

1948 йылдың 2 майында СССР Министрҙар Советының бойороғо менән институтҡа күренекле ғалим-әҙәбиәтсе И. П. Лебедев-Полянский исеме бирелә. 1949 йылдың сентябрь айында уҡытыусылар институты П. И. Лебедев-Полянский исемендәге Владимир дәүләт педагогия институты (ВДПИ) тип үҙгәртелә. 1966 йылда Төҙөүселәр проспектында институттың төп бинаһы асыла.

1993 йылда Владимир дәүләт педагогия университетына үҙгәртелә (ВДПУ). 2008 йылдың 22 февралендә Владимир дәүләт гуманитар университеты тип үҙгәртелә (ВДГУ).

Факультеттары

үҙгәртергә

Физика-математика факультеты (1939 йылда барлыҡҡа килгән)

Филология факультеты (1939 йылда барлыҡҡа килгән)

Тәбиғи-география факультеты (1962 йылда ойошторолған)

Сит телдәр факультеты (1962 йылда ойошторолған)

Физик культура факультеты (1971 йылда ойошторолған)

Тарих факультеты (1974 йылда ойошторолған)

Башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы факультеты (1976 йылда барлыҡҡа килгән)

Техника-иҡтисад факультеты (1979 йылда ойошторолған)

Юридик факультет (1992 йылда ойошторолған)

Психология факультеты (1992 йылда нигеҙ һалынған)

Сәнғәт һәм художестволы белем биреү факультеты (2008 йылда художество-графика һәм музыка-педагогика факультеттарынан ойошторолған)

Социаль һәм махсус педагогика факультеты (2008 йылда социаль педагогика һәм психология факультетын һәм коррекцион педагогика һәм махсус психология факультетын ҡушып ойошторолған)

Өҫтәмә әҙерлек үҙәге Урыҫ теленең сит тел булараҡ бүлеге

Уҡыу корпустары

үҙгәртергә

№ 1 (төп) — Төҙөүселәр проспекты, 11. Университеттың төп корпусы 1960 йылда ҡаланың яңы,Владимирские «черемушки» районында төҙөлә. Бында юғары уҡыу йорто етәкселеге һәм 5 факультет урынлашҡан.

Спорткорпус — Университет урамы, 1.

№ 2 — Никитская урамы, 1. Элекке реаль училище бинаһы, 1908 йылда төҙөлә (архитекторы А. П. Виноградов), унда 1919 йылда университ тарихына башланғыс һалған Халыҡ мәғарифы институты ойоштора,. Бина фасадын физик А. Г Столетовтың һәм химик Д. И. Менделеевтың скульптура портреттары биҙәй, ишек янында — П. И. Лебедев-Полянскийҙың (1959, скульптор В. Е. Долецкий) бюсы. Был корпуста филология факультеты һәм сәнғәт һәм художестволы белем биреү факультеты урынлашҡан (музыкаль бүлек).

№ 3 — Оло Мәскәү урамы, 106-сы йорт. 18601863 йылдарҙа төҙөлгән бинала 1919 йылға тиклем Дини семинария, Владимир крайының иң боронғо уҡыу йорттарының береһе урынлашҡан була. Бында ВДГУ-ның сәнғәт һәм художестволы белем биреү факультеты урынлашҡан (художество-графика бүлеге).

№ 4 — Горький урамы, 79. Бында ВДГУ-ның техник-иҡтисади һәм психология факультеттары урынлашҡан.

№ 5 — Октябрь проспекты, 3. 1957 йылда төҙөлгән (архитекторы — М. Пономарева) был бинаны совет осоронда КПСС-тың Владимир өлкә комитеты политпросвещение Йорто биләй. Йорт шуныһы менән иғтибарға лайыҡ, унда 1963 йылдың 17 сентябрендә владимирсылар алдында Юрий Гагарин сығыш яһай. Был корпуста ВДГУ-ның башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы факультеты урынлашҡан (начфак).

№ 6 — Годова Гора урамы, 14. Беренсе донъя һуғышы йылдарында ойошторолған элекке ҡала ҡуналҡа приюты бинаһы. Совет заманында бында химия-технология техникумы, аҙаҡ — ВДГУ-ның юридик факультеты урынлаша.

Университет ректорҙары

үҙгәртергә

- 1949—1952 — Лаврентьев Петр Васильевич (1906—1989) - 1952—1960 — педагогия фәндәре кандидаты, доцент Василенко Максим Данилович (1897—1974)

- 1960—1984 — философия фәндәре кандидаты, профессор Киктев Борис Федорович (1924—2001)

- 1984—1988 — тарих фәндәре докторы, профессор Николай Васильевич Корольков (1926—2003)

- 1988—2007 — тарих фәндәре докторы, профессор Макеев Дмитрий Алексеевич (1937—2017)

- 2007—2011 — филология фәндәре докторы, профессор Виктор Трофимович Малыгин (1945)

Билдәле тамамлаусылары

үҙгәртергә

Андрианов, Николай Ефимович — билдәле совет гимнасы, ете тапҡыр олимпия чемпионы

Бурда, Любовь Викторовна — спорт гимнастикаһы буйынса олимпия чемпионы

Артемов, Владимир Николаевич — спорт гимнастикаһы буйынса олимпия чемпионы

Прокуроров, Алексей Алексеевич — саңғы ярыштары буйынса олимпия чемпионы,

Рязанов, Юрий Сергеевич — спорт гимнастикаһы буйынса Европа чемпионы

1961 йылда Владимир педагогия институтына Венедикт Ерофеев уҡырға инә, әммә тиҙҙән «студенттарҙы мораль, әхлаҡи һәм идея яғынан тарҡатҡаны өсөн» уҡыуҙан ҡыуыла.

Үҙгәртеп ҡороу

үҙгәртергә

2011 йылдың 31 мартында Мәғариф һәм фән министры А. А. Фурсенконың 1439-сы һанлы бойороғо менән ВДГУ үҙгәртелә һәм Владимир дәүләт университетына структура подразделениеһы сифатында ҡушыла[4]. 2011 йылдың 6 сентябрендә Владимир дәүләт гуманитар университеты юридик шәхес булараҡ үҙ эшмәкәрлеген туҡтата[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Alma Mater (газета ВГГУ), выпуск № 2, 27 ноября 2009
  4. Приказ Минобрнауки России № 1439 от 31 марта 2011. Дата обращения: 1 апрель 2011. Архивировано 6 апрель 2011 года. 2011 йыл 6 апрель архивланған.
  5. Свидетельство о внесении записи в ЕГРЮЛ от 6 сентября 2011(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә