Свирь
Свирь — Рәсәйҙә Ленинград өлкәһенең төньяҡ-көнсығышында, Карелия Республикаһының административ сиктәрендәге яҡын ҙур йылға. Волга-Балтик һыу юлында мөһим система.
Свирь | |
Һыу башы | Онега күле |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Ладога |
Ҡушылдыҡ | Оять[d], Паша[d], Важинка[d], Каномка[d], Кислая Оять[d], Кузра[d], Мандрога[d], Мелдуса[d], Мунгала[d], Негежма[d], Пидьма[d], Погра[d], Сара[d], Святуха[d], Сегежа[d], Тойба[d], Усланка[d], Шакшозерка[d], Шамокша[d], Шоткуса[d], Яндеба[d], Янега[d], Святуха[d], Луданка[d] һәм Тензея[d] |
Йылғалағы һыу ятҡылығы | Ладога һәм Онега күле |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Онежский канал[d] |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Невы[d] |
Һыу сығымы | 790 м³/с |
Бассейн майҙаны | 84 400 км² |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ленинград өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 224 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Свири[d] |
Свирь Викимилектә |
Географик мәғлүмәттәр
үҙгәртергәОҙонлоғо 224 км, башланғысын Онега күленән ала һәм Ладога күленә ҡоя. Йылғаның киңлеге бөтә дауамында тамағының тар урынында 100 м алып Ивин ташҡынында 10—12 км тиклем үҙгәрә[2]. Ағым тиҙлеге 0,5 алып 10,6 км/сәғ үҙгәрә. Уртаса һыу сығымы — 785 м³/с. Тамағының бейеклдеге диңгеҙ кимәленән — 4,84 м
Свирь йылғаһы барлыҡҡа килгәнсе Онега күленән аҡма Ладогаға көньяҡтараҡ — Ошта — Тукша — Оять йылғалары аша уҙа. Хәҙерге йылға 9,5 мең йыл элек Онега күленең көньяҡ өлөшөнөң трансгрессияһы һөҙөмтәһендә, күл котловинаһының төньяк өлешөнөң изостатик күтәрелеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Йылға үҙәне уйылған һайын Онега күле кимәле диңгеҙ кимәленән 75 метр билдәһенән хәҙерге 33 м тиклем кәмей[3]
Йылға уйһыулыҡтарҙа аға, уларҙы борон боҙлоҡло һыу ятҡылыҡтары биләй. Свирь яры буйы күпселек өлөшөндә урман баҫҡан убалы ерҙән ғибәрәт. Свирь йылғаһының урта ағымында тупһалар булған, ләкин йылғала электростанция каскадтарын төҙөү менән плотиналар һыу кимәлен күтәрә һәм тупһалар һыу аҫтында ҡала, шулай итеп йылға дауамында тәрән һыу юлы барлыҡҡа килә. Йылғала Түбәнге Свирь (тамағынан 80 км алыҫлыҡта) һәм Үрге Свирь (тамағынан 120 км алыҫлыҡта) һыуһаҡлағыстары урынлаша[4]. Үрге Свирь ГЭС-ы Ивин ташҡынын йәки 183 км² майҙаны менән Үрге Свирь һыуһаҡлағысын булдыра.
Түбәнге Свирь Ладога яны уйһыулығы сиктәрендә аға һәм түбәнге ағымы буйлап уға Оять һәм Паша йылғалары ҡойған ерҙә күп һанлы тармаҡтар һәм ҡылымыҡтар барлыҡҡа килтерә уларҙың береһе Загубский мороно менән тоташа. Бында Түбәнге Свирь ҡурсаулығы урынлаша. Йылғала барлығы утыҙға яҡын утрау бар[2].
Иң ҙур утрау — Иванькоостров.
Гидрологияһы
үҙгәртергәСвирь йылғаһының һыу йыйыу бассейнының 80 % өҫтө Онега күленә тура килә һәм йылғаның бассейн өлөшөнән ағым һыуһаҡлағыстар менән көйләнгән, уның һыу режимы йыл дауамында бер төрлөлөк менән айырыла[5]. Әммә, мәҫәлән, Нева менән сағыштырғанда, яҙғы ташҡын түбәнге ағымында, шул иҫәптән барлыҡҡа килгән боҙ тығыны сәбәптәре арҡаһында асығыраҡ күҙәтелә[6].
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәСвирь йылғаһы бассейн ассиметрияһына эйә, һәм һул ҡушылдытары уң ҡушылдыҡтарҙан өҫтөнлөк итә. Иң ҙур йылғаларҙың береһе булып Паша һәм Оять тора.
Тарихы
үҙгәртергәСвирь йылғаһы беҙҙең эраның беренсе һәм икенсе мең йыллыҡтары арауығында мөһим сауҙа юлы булған, ул көнсығыш һәм көнбайыш илдәрен тоташтырған. Ул юлды викингтар ҡулланған. Уларҙың боронғо карталарында Свирь Волга буйы Болғарына юлдың өлөшө, шулай уҡ тирегә бай Биармияға юл тип билдәләнә. Свирь ярҙарында весь ҡәбиләләре йәшәгән. Свирь янын славянлаштырыу XI быуатта башлана һәм һыу юлдары буйлап үтә. Был биләмә Новгород республикаһы составына, ә 1478 йылдан Бөйөк Мәскәү кенәзлеге составына инә. XV быуат аҙағында Свирь янында Александро-Свирский монастырына нигеҙ һалына.
1702 йылда Свирҙә Олонецкий верфына нигеҙ һалына. Свирь яны халҡының байтаҡ өлөшө XVIII быуаттың икенсе яртыһында суднолар һәм караптар төҙөү өсөн урман әҙерләү менән шөғөлләнә. XIX быуат башында Свирь Мариинский һыу системаһы өлөшө була[7].
Хужалыҡта ҡулланыу
үҙгәртергәСвирь ГЭС-ы каскады һыуһаҡлағыстары Ладога күленән Онега күленә һәм кирегә судноларҙы үткәреү өсөн шлюздар менән йыһазландырылған. Яҙғы-көҙгө ваҡытта йылға һыу транспорты менән йөктәрҙе һәм пассажирҙарҙы ташыу өсөн ҡулланыла.
Ҡыуғын өсөн ҡулланыла.
Рекреацион файҙаланыу. Балыҡсылыҡ, йылғала һөмбаш, бәрҙе, ағасаҡ, язь, йәйен һ.б. бар[8]
Күперҙәр һәм кисеүҙәр
үҙгәртергәВознесенье ҡасабаһында үҙенең башланған ерендә паром кисеүе эшләй. 2015 йылдың авгусынан кисеүҙә үҙйөрөшлө автомобиль-пассажирҙар паромы «Аркадий Филатов» эшләй.[9]
Вознесенье ҡасабаһында паромға сират | Паром «Аркадий Филатов». | Паром «Аркадий Филатов». |
Һүрәт | Исеме | Тәғәйенләнеше | Конструкциялар тибы | Асылыу йылы | Урыны | Координаталары | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Үрге Свирь ГЭС-ының күпере аша үтеп йөрөү урыны | автомобиль, 2 һыҙат |
1952 йыл | Подпорожье күпере | 60°55′08″ с. ш. 34°11′28″ в. д.HGЯO | Подпорожьн ҡалаһы районында Үрге-Свирь гидроэлектростанция ТГК-1 аша плотинаһы аша автомобиль кисеүе урынлашҡан. 2020-2026 йылдарҙа автомобиль күпере төҙөү планлаштырыла.[10][11] | ||
Подпорожье күпере | тимер юл | (вертикально-күтәрелә торған) | 1914 йыл, 1946 йыл | Подпорожье, Ульяновск ҡала биләмәһе |
60°55′35″ с. ш. 34°06′25″ в. д.HGЯO | Үрге Свирь һыуһаҡлағысы ағымынан 6 км түбәндәрәк, Подпорожье ҡалаһының көнбайыш сигендә урынлашҡан. Күпер аша Октябрьск тимер юлының Санкт-Петербург — Мурманск һыҙаты, Подорожье - Свирь аралығының 284-се км үтә[12] | |
Лодейнополье күпере | автомобиль 2 һыҙат, тимер юл |
(вертикально-күтәрелә торған) | 1972 йыл | Лодейнополье ҡала биләмәһе | 60°44′40″ с. ш. 33°36′04″ в. д.HGЯO | Лодейное Поле ҡалаһынан көнсығышҡараҡ урынлашҡан. Күпер аша федераль автомобиль юлдары үтәР21 «Кол» (E 105), 236-й км.[13] |
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Түбәнге Свирь ҡурсаулығы
- Стороженский маяғы
Тораҡ пункттар
үҙгәртергә- Вознесенье ҡасабаһы
- Красный Бор ауылы
- Плотично ауылы
- Пидьма ауылы
- Мятусово ауылы
- Хевроньино ауылы
- Подпорожье ҡалаһы
- Никольский ҡасабаһы
- Важины ҡасабаһы
- Усланка ауылы
- Верхние Мандроги ауылы
- Свирьстрой ҡасабаһы
- Харевщина ауылы
- Лаптевщина ауылы
- Лодейное Поле ҡалаһы
- Заостровье ауылы
- Ковкеницы ауылы
- Нижняя Шоткуса ҡасабаһы
- Свирица ҡасабаһы
- Каномы ауылы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Река Свирь . Дата обращения: 11 ғинуар 2019., Турфирма Акварель
- ↑ Севастьянов Д. В., Субетто Д. А., Сикацкая Е. Д., Степочкина О. Е. Особенности эволюции озерно-речной сети в бассейне Ладожского озера в голоцене // Вестник Санкт-Петербургского университета. Сер. 7. Геология. География. : Журнал. — СПб., 2001. — В. 1. — № 7. — С. 88—100. — ISSN 1029-7456. Архивировано из первоисточника 7 апрель 2014.
- ↑ Свирь и другие реки.www.flyfish.spb.ru.Дата обращения 11 января 2019.
- ↑ Онежское озеро . Дата обращения: 11 ғинуар 2019. 2019 йыл 11 ғинуар архивланған., AllNW.ru
- ↑ Лёд на реках Ленинградской области начнут взрывать в конце марта . Дата обращения: 11 ғинуар 2019. 2019 йыл 11 ғинуар архивланған., AllNW.ru, 16.03.2011
- ↑ Земля Лодейнопольская 2021 йыл 23 ғинуар архивланған.
- ↑ Свирь и другие реки . Дата обращения: 11 ғинуар 2019.
- ↑ Паром «Аркадий Филатов» прибыл к месту работы посёлок в Вознесенье. 2.09.2015 . Дата обращения: 19 август 2020. 2020 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ Все. Пути в Подпорожье не будет. Плотина Газпрома кончилась. 31.01.2020 . Дата обращения: 19 август 2020. 2021 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Стало известно, кто будет строить мост через Свирь за 3,6 млрд рублей. 28.11.2019 . Дата обращения: 19 август 2020. 2021 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Разводной мост через реку Свирь у Подпорожья . Дата обращения: 19 август 2020. 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
- ↑ Разводной мост через реку Свирь у Лодейного Поля . Дата обращения: 19 август 2020. 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Житков С. М. Исторический обзор устройства и содержания водных путей и портов в России за столетний период 1798—1898. СПб, 1900.
- Петрашень И. В. Мариинская система. 1810—1910. СПб, 1910.
- Муллонен И. И. Топонимия Присвирья: Проблемы этноязыкового контактирования / И. И. Муллонен; Рецензенты: д-р филол. наук А. С. Герд, канд. филол. наук Н. Н. Мамонтова; Институт языка, литературы и истории. Карельский научный центр РАН. — Петрозаводск: ПетрГУ, 2002. — 356 с. — 700 экз. — ISBN 5-8021-0193-8. (в пер.)
- По водным путям Северо-Запада. Путеводитель. / Г. Е. Евгеньев (Пащенко). Л.: Речной транспорт, 1958.
- Волго-Балт. От Волги до Балтики. Альбом. / Авт.-сост.: В. В. Лапин, А. Н. Чистиков. СПб.: Лики России, 2004.
- Мариинская водная система. Выдающиеся гидротехнические сооружения мира / Автор-сост. А. Н. Чистиков. — СПб.: Лики России, 2011. — 200 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-87417-266-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Свирь, река Олонецкой и С.-Петербургской губерний // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Свирь (река) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.