Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығышындағы аҙ һанлы төп халыҡтар

Wikimedia-Listn

Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығышындағы аз һанлы төп халыҡтар (артабан — Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтары) — Рәсәйҙең төньяҡ райондарында, Себерҙә һәм Рәсәй Алыҫ Көнсығышында үҙҙәренең ата-бабалары традицион йәшәү территорияларҙа ғәҙәткә ингән йәшәү рәүешен, хужалыҡ итеү һәм кәсептәрҙе һаҡлап ҡалған һәм үҙҙәрен үҙ аллы этник берлектәр итеп күргән һәм һан буйынса 50 мең кешенән дә ашыу булмаған халыҡтар[1].

Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығышындағы аҙ һанлы төп халыҡтар
Өлөшләтә тура килә Коренные народы Сибири[d] һәм list of indigenous peoples[d]
Был исемлектә Аҙ һанлы төп халыҡтар һәм Рәсәйҙең милли составы
Исемлеккә ҡараған категория Категория:Аборигены России[d]

Аҙ һанлы төньяҡ халыҡтарының исемлеге үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәте раҫлаған Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығышта йәшәгән аҙ һанлы аҫаба халыҡтар исемлегенә киләһе халыҡтар ҡарай (туған тел төркөмдәре буйынса бүлеү, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға ярашлы сортировка)[2]:

Тунгус-маньчжур телдәр үҙгәртергә

  • Эвенктар (37 131)
  • Эвендар (21 830)
  • Нанайҙар (11 671)
  • Ульчалар (2765)
  • Удэгеләр (1453)
  • Негидалдар (522)
  • Орочтар (596)
  • Ороктар (295)

Барлығы: 76 263 кеше

Фин-уғыр телдәр үҙгәртергә

  • Ханттар (30 943)
  • Мансылар (12 269 )
  • Вепстар (5936)
  • Саамдар (1771)

Барлығы: 50 919 кеше

Самодий телдәр үҙгәртергә

  • Ненецтар (44 640)
  • Селькуптар (3649)
  • Нганасандар (862)
  • Эндар (227)

Барлығы: 49 378 кеше

Төрки телдәр үҙгәртергә

  • Шорҙар (12 888)
  • Долгандар (7885)
  • Тыва-тоджилар (4442)
  • Теленгиттар (3712)
  • Сойоттар (3608)
  • Кумандиндар (2900)
  • Телеуттар (2643)
  • Тубалар (1965)
  • Челкандар (1181)
  • Тофалар (761)
  • Чулымдар (355)

Барлығы: 42 340 кеше

Палеоазиат телдәр үҙгәртергә

  • Чукчалар (15908)
  • Коряктар (7953)
  • Нивхтар (4466)
  • Ительмендәр (3193)
  • Эскимостар (1738)
  • Юкагирҙар (1597)
  • Кеттар (1219)
  • Чувандар (1002)
  • Алеуттар (482)
  • Керектар (4)
  • Алюторҙар (0)

Барлығы: 37 562 кеше

Славян телдәр үҙгәртергә

Син-тибет телдәр үҙгәртергә

  • Таҙҙар (274)

Традицион йәшәү урындар һәм хужалыҡ эшмәкәрлегенең традицион төрҙәре үҙгәртергә

Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың традицион йәшәү урындарының һәм хужалыҡ эшмәкәрлегенең традицион төрҙәре исемлеген Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте тарафынан раҫлана[3]. Уларҙың традицион йәшәү рәүешен болансыларҙың йәйләү маршруттары, һунарсыларҙың, халыҡ ижадын йыйыусыларҙың, балыҡсыларҙың миҙгел маршруттары, изгеләштергән, рекреацион урындарҙы тәьмин итеүсе мәҙәни ареал[4], бик киң: Таймыр ярымутрауындағы долгандарҙан һәм нганасандарҙан алып Рәсәй көньяғындағы удэгтарға, Командор утрауҙарындағы алеуттарҙан- Кольский ярымутрауҙағы саамдарға тиклем.

Хужалыҡ эшмәкәрлегенең традицион төрҙәре исемлегенә инәләр:

  • Малсылыҡ, шул иҫәптән күсмә (болансылыҡ, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ).
  • Малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү, шул иҫәптән тирене, йөндө, ҡылды, ҡатҡан мөгөҙҙәрҙе, тояҡтарҙы, эндокрин биҙҙәрҙе, итте, субпродукттарҙы йыйыу, әҙерләү һәм эшкәртеү.
  • Этселек (боландарҙы әйҙәүсе, екке һәм һунар эттәре).
  • Йәнлектәр үрсетеү, йәнлекселек продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу.
  • Солоҡсолоҡ, умартасылыҡ.
  •  
    Ир-хант, төп халыҡтар вәкиле.
    Балыҡсылыҡ (шул иҫәптән диңгеҙ һунарсылыҡ кәсебе) һәм һыу биологик ресурстарын һатыу.
  • Промысла һунары, һунар продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу.
  • Игенселек (йәшелсәселек), шулай уҡ дарыу үҫемлектәрен үҫтереү һәм эшкәртеү.
  • Үҙ ихтыяждары өсөн үҙағасты һәм үҙағас булмаған урман ресурстарынэшкәртеү.
  • Емеш-еләк йыйыу (әҙерләү, урман аҙыҡ-түлек ресурстарын эшкәртеү һәм һатыу, дарыу үҫемлектәрен йыйыу).
  • Киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы үҙ ихтыяжы өсөн табыу һәм эшкәртеү.
  • Художество кәсептәре һәм халыҡ һөнәрҙәре (тимерсе һәм тимер яһау кәсебе, кәрәк-яраҡ, инвентарь, кәмәләр, нарталар, башҡа традицион йөрөү әмәлдәре, музыка ҡоралдары, туҙ әйберҙәре, промысла ҡоштары һәм хайуандары ҡарасҡылары, болан һәм промысла хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың тиреһенән сувенирҙар, башҡа материалдар яһау; үләндән һәм башҡа үҫемлектәрҙән үреү, йылым бәйләү, һөйәктән, ағастан һырлап эшләү, милли кейем тегеү һәм тире, күн, һөйәк һәм башҡа материалдар менән бәйле промыслаларҙың һәм кәсептәрҙең башҡа төрҙәре).
  • Ғәҙәткә ингән хужалыҡ эшмәкәрлеген башҡарыу өсөн кәрәкле милли традицион торлаҡтар һәм башҡа ҡаралтылар төҙөү.

Совет осоронда Төньяҡ аҙ һанлы төп халыҡтарҙың иҫәбе үҙгәртергә

СССР-ҙа 1920-се йылдарҙан рәсми рәүештә 26 Төньяҡ аҙ һанлы халыҡ билдәле була, уларҙың дөйөм һаны 1959 йылда — 129,6 мең кеше, 1989 йылда — 181,5 мең кеше тәшкил итә[5]. 1920—1930 йылдарҙа төньяҡ халыҡтары мәсьәләләре менән Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының Төньяҡ комитеты шөғөлләнә.

Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың хәҙерге хәл торошо үҙгәртергә

2009 йылға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса[6] Рәсәй Федерацияһының 28 субъектында 40 Төньяҡ аҙ һанлы төп халыҡ ойошоп йәшәй. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарының дөйөм һаны — 244 мең кеше, өҫтәүенә, айырым халыҡтарҙың һаны 41 мең кеше тирәһенән (ненецтар) 240 кешегә (эндар) тиклем тәшкил итә.

Дөйөм алғанда, Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарҙа демографик процестарҙың ыңғай динамикаһы күҙәтелә. 2,5 тапҡырға тиерлек ороктар һаны артты (ульта), байтаҡҡа (20-70 процент) ненецтар, селькуптар, ханттар, юкагирҙар, негидалдар, тофалар, ительмедәр, кеттар һәм башҡалар һаны артты. Ҡайһы бер халыҡтарҙың һаны кәмене, быны Рәсәй Федерацияһындағы дөйөм демографик динамикаһы һәм халыҡ иҫәбен алыу барышында Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтар составынан үҙҙәрен үҙ аллы халыҡтар итеп идентификациялаған үҙенсәлекле этник төркөмдәрҙең сығыуы менән аңлатып була.

XX быуат аҙағында — XXI быуат башында Төньяҡ аҙ һанлы төньяҡ халыҡтарҙың этник үҙаңы үҫеше күҙәтелә. төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың йәмәғәт берекмәләре, уҡытыу үҙәктәре, ассоциациялары һәм профессиональ союздары (болансылыҡ, диңгеҙ һунарсылығы һәм башҡа) барлыҡҡа килә, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарының йәшәгән күп ерҙәрҙә берлектәге эшмәкәрлек формаһы булараҡ общиналар тергеҙелә, продукцияны бүлеү, үҙ-ара ярҙам күрһәтеү ойошторола. Ҡайһы бер урындарҙа «ырыу биләмәләре», төбәк һәм урындағыәһәмиәткә эйә традицион тәбиғәтте файҙаланыу территориялары булдырыла, улар Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтар вәкилдәренә һәм уларҙың общиналарына бирелә.

Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың 65 проценты тирәһе ауыл ерендә йәшәй. Күп кенә милли ауылдарҙа һәм ҡасабаларҙа ошо халыҡтарҙың общиналары социаль функцияларҙы тәьмин иткән берҙән-бер хужалыҡ субъекттары булып тора. Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, общиналар коммерцияға ҡарамаған ойошмалар булараҡ ташламалар һәм ябайлаштырылған һалым системаһы менән файҙаланалар.

Рәсәй Федерацияһында, дөйөм алғанда, Төньяҡ аҙ һанлы төньяҡ халыҡтарҙың традицион йәшәү рәүешен һәм хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә ҡануниәт базаһы булдырылған. Был йәһәттән Рәсәй халыҡ -ара килешеүҙәрҙә ҡатнаша. Дәүләт ярҙамы саралары (льготалар, субсидиялар, биологик ресурстарҙы файҙаланыу буйынса квоталар) ҡануниәт яғынан шулай уҡ нығытылған. Традицион йәшәү һәм ғәҙәткә ингән хужалыҡ эшмәкәрлеге урындарында йәшәгән һәм хужалыҡ эшмәкәрлегенең традицион төрҙәре менән шөғөлләнгән аҙ һанлы төньяҡ халыҡтары вәкилдәре өсөн өсөн льготалар Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына, Рәсәй Федерацияһының Урман кодексына, Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының Һыу кодексына ярашлы ҡаралған.

Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың социаль-иҡтисади үҫешендә дәүләт ярҙамының финанс инструменттары формалашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Һуңғы 15 йыл эсендә Рәсәй Федерацияһы өс федераль маҡсатлы программаны тормошҡа ашыра, шулай уҡ Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса күп кенә төбәк маҡсатлы программалар һәм подпрограммалар тормошҡа ашырыла, улар федераль бюджеты, Рәсәй Федерацияһының субъекттары бюджеттары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тотороҡло үҫеш буйынса шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Федераль бюджеты иҫәбенән Рәсәй Федерацияһы субъекттары бюджеттарына тоҡомло малсылыҡҡа һәм төньяҡ болансылыҡ ҡа ярҙам итеү маҡсатында субсидиялар ҡаралған.

Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарының традицион йәшәү һәм ғәҙәткә ингән хужалыҡ эшмәкәрлеге ерҙәрендә болансылар, балыҡсылар һәм һунарсыларҙың балаларына, шул иҫәптән туған телдә, белем биреү өсөн көндөҙгө дөйөм белем биреү мәктәптәре, мәктәп-интернаттар эшләп килә. Болансылар йәйләгән урындарҙа күсмә мәктәптәр булдырыла, бында балаларға. Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарының традицион йәшәү рәүешен иҫәпкә алып башланғыс белем бирәләр.

Дәүләт заказы буйынса нәшриәттәрҙә Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтар телдәрен уҡытыу өсөн уҡыу-методик әҙәбиәт нәшер ителә. Бер нисә тиҫтә йылдар дауамында А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының Төньяҡ халыҡтары институты эшләп килә.

Рәсәй Федерацияһы БМО-ның Генераль Ансамблеяһы 1994 йылдың декабрендә иғлан иткән Халыҡ-ара донья аҫаба халыҡтарҙың ун йыллығын үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы беренсе булып Икенсе Халыҡ-ара донъя аҙ һанлы аҫаба халыҡтарҙың ун йыллығын әҙерләү һәм үткәреү буйынса Милли ойоштороу комитетын булдыра.

Һуңғы йылдарҙа, дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү сиктәрендә, ҙур сәнәғәт компаниялары, шул иҫәптән яғыулыҡ-энергетика комплексы, Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдары, урындағы үҙ идара органдары, Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтар общиналары, аҙ һанлы халыҡтарҙың район һәм ҡасаба берләшмәләре, айырым милли хужалыҡтары — «ырыу биләмәләре» хужалары менән килешеүҙәр булдыра, был Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың предприятиеларына ярҙам итеү өсөн бюджеттан тыш кредиттар фондын булдырыуға мөмкинлек бирә.

Үҫеште тотҡарлаған факторҙар үҙгәртергә

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың хәл-торошо уларҙың традицион йәшәү рәүеше хәҙерге замана иҫтисади шарттарына яраҡлашмаған булыуы арҡаһында ҡатмарлаша. Традицион хужалыҡ эшмәкәрлектең көнәркәшлек (конкурентлыҡ) һәләтлеге түбән булыуы етештереҙең бәләкәй күләме, юғары транспорт сығымдары, сеймалды һәм биологик ресурстарҙы эшкәртеү буйынса заманса предприятиеларҙың һәм технологияларҙың булмауы менән бәйле.

Традицион хужалыҡ эшмәкәрлеге төрҙәренең кризис торошо социаль проблемаларҙың киҫкенләшеүенә килтерә. Төньяҡ аҙ һанлы халыҡтар иҫәбенән байтаҡ граждандарҙың йәшәү кимәле түбән. Рәсәй Федерацияһы буйынса бында эшһеҙлек кимәле 1,5—2 тапҡырға юғарыраҡ.

Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы төньяҡ территорияларҙағы тәбиғәт ресурстарының сәнәғәт үҙләштереүе интенсив рәүештә алып барыуы сәбәпле аҙ һанлы халыҡтарҙың ғәҙәткә ингән хужалыҡ эшмәкәрлек төрҙәрен ҡыҫҡартыуға алып килә. Традицион хужалыҡ әйләнештән бик ҙур болан көтөүлектәре һәм һунарсылыҡ биләмәләре тартып алына. Элек традицион кәсептәр (мәҫәлән, балыҡсылыҡ) өсөн ҡулланылған йылғалар һәм быуалар экологик проблемалар менән бәйле был йәһәттән үҙ әһәмиәтен юғалта.

1990 йылдарҙа традицион йәшәү рәүешен боҙоу айҡанлы аҙ һанлы халыҡтар вәкилдәре араһында ҡайһы бер ауырыуҙарҙың һәм патологияларҙың үҫеше күҙәтелә. Рәсәй кимәле менән сағыштырмаса был халыҡтар араһында яңы тыуған сабыйҙарҙың, балаларҙың үлеме, йоғошло ауырыуҙар һәм алкоголизм буйынса байтаҡҡа юғары (1,8 тапҡырға)

Төньяҡ халыҡтарҙың дөйөм байрамы үҙгәртергә

1969 йылдан алып ғинуарҙың һуңғы йәкшәмбеһендә хТөньяҡ халыҡтарҙың дөйөм байрамы — «Һаумы, Ҡояш!» байрамы билдәләнә[7].

Халыҡтар әҙәбиәте үҙгәртергә

  • Ительмен әҙәбиәте
  • Ульчи әҙәбиәте

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 20.07.2000 104 федераль законы, N-ФЗ (ред. от 02.02.2006) «аҙ һанлы төп халыҡтарҙың община ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында Төньяҡта, алыҫ көнсығыш һәм Себер рәсәй федерацияһы»
  2. Распоряжение Правительства РФ от 17 апреля 2006 года № 536-р «Об утверждении перечня коренных малочисленных народов Севера, Сибири и Дальнего Востока Российской Федерации (с изменениями на 26 декабря 2011 года)»
  3. Распоряжение Правительства РФ от 08.05.2009 N 631-р «Об утверждении перечня мест традиционного проживания и традиционной хозяйственной деятельности коренных малочисленных народов Российской Федерации и перечня видов традиционной хозяйственной деятельности коренных малочисленных народов Российской Федерации»
  4. Пояснительная записка "К проекту Федерального закона «О внесении изменений в Федеральный закон „Об экологической экспертизе“»
  5. Обедков А.П. Динамика численности коренных малочисленных народов Севера и современная этническая структура населения Российского Севера // Историческая демография. — 2011. — № 1(7). — С. 30—37.
  6. Распоряжение Правительства РФ от 04.02.2009 N 132-р «О Концепции устойчивого развития коренных малочисленных народов Севера, Сибири и Дальнего Востока Российской Федерации»
  7. Календарь знаменательных и памятных дат на 2019 год / ГОБУК МОДЮБ, Отдел информационной и справочно-библиографической работы; сост. Г. В. Рабович, О. В. Цвирко. — Мурманск, 2018. — 68 с.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә