Диего Веласкес
Диего Родригес де Сильва-и-Веласкес (исп. Diego Rodríguez de Silva y Velázquez; 6 июнь 1599, Севилья — 6 август 1660, Мадрид) — испан Һынлы сәнғәт рәссамы, испан һынлы сәнғәте алтын быуатының сағыу вәкиле, король Филипп IV һарайы рәссамы. Уның уҡыусылары — Эстебан Мурильо һәм Хуан де Пареха.
Биографияһы
үҙгәртергәДиего Веласкес 1599 йылдың 6 июнендә (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа был суҡындырыу датаһы булараҡ күрһәтелә) Севильяла Хуан Родригес де Сильва һәм Иеронима Веласкес ғаиләһендә тыуа, уларҙың ата-бабалары Португалиянан Испанияға күсеп килә[23]. Буласаҡ рәссамдың ата-әсәһе изге Петр сиркәүендә өйләнешә, 1597 йылдың 28 декабрендә шул уҡ сиркәүҙә ғаиләләге һигеҙ баланың иң өлкәне булған яңы тыуған Диегоны суҡындыралар[24]. Андалусияла киң таралған йола буйынса, Диего һәм уның ҡустыһы Хуан, шулай уҡ рәссам, әсәһенең фамилияһын ала, әммә Диего ҡулланған икенсе фамилия «Сильва Веласкес» ҡултамғаһы өлгөләре лә һаҡланған[25].
Уҡыуы
үҙгәртергәВеласкестың художество таланты иртә асыла. Биограф Антонио Паломиноға ярашлы, 10 йәше тулғас, 1610 йылда, Диегоны Севилья рәссамы Өлкән Эррера Франсисконың оҫтаханаһына уҡырға бирәләр. Эррераның оҫтаханаһында ул оҙаҡ булмай, сөнки йәш уҡыусы уның әшәке холҡон күтәрә алмай. Уҡыу торошо документлаштырылмай, әммә билдәле булыуынса, 1611 йылдың октябрендә Хуан Родригес улы Диегоны рәссам Франсиско Пачекола 1611 йылдың башынан алты йылға «уҡытыуға килешеү» төҙөй[26]. Пачеко, киң мәҙәниәт һәм күп яҡлы белемле кеше була, тере сағында баҫылып сыҡмаған һынлы сәнғәт буйынса трактаттар авторы, Рафаэль һәм Микеланджелоның тоғро эйәрсене һәм үҙе лә ҡәләм менән шәп портреттар эшләүсе, оло талантҡа эйә булмауына ҡарамаҫтан, Севильяның интеллектуаль мөхитендә һәм руханиҙар араһында үҙ кеше була, сөнки изге инквизиция янында сиркәү һынлы сәнғәте буйынса эксперт һәм цензор вазифаһын биләй. Пачеко «Academia Sevillana» тип аталған сәнғәт мәктәбе дини сюжеттар һәм образдар булдырыуҙа академик, рәсми ҡарашты сағылдыра. Тап ошо мәктәптә йәш Веласкес үҙенең беренсе техник әҙерлеген һәм эстетик күнекмәләрен ала, унда ул буласаҡ скульптор һәм рәссам Алонсо Кано һәм күренекле испан рәссамы Франсиско де Сурбаран менән дуҫлаша
1618 йылдың 23 апрелендә ун туғыҙ йәшлек егет Пачеконың ун биш йәшлек ҡыҙы Хуана Мирандаға өйләнә. Тиҙҙән уларҙың ике ҡыҙы тыуа: Франсиска 1619 йылда һәм сабый сағында вафат булған Игнасия (1621 йылда). Испан рәссамдарының ғаилә ағзалары араһындағы никах ептәре шул ваҡытта киң таралған була, сөнки был эш һәм заказдар эҙләүҙе еңеләйтә.
1617 йылдың 14 мартында Веласкес оҫта исеменә имтихан тапшыра һәм Пачеко ярҙамы менән Севильяның рәссамдар гильдияһына ҡабул ителә, унда ул рәссам сифатында эшләү өсөн лицензия һәм «короллектә үҙенең сәнғәтен ҡулланырға, оҫтаханаға эйә булырға һәм өйрәнсектәр ялларға» хоҡуҡ ала. Егеттең беренсе эштәре бодегонес жанрында башҡарыла һәм халыҡ тормошонан көнкүреш күренештәрен сағылдыра, уларҙы һүрәтләүҙә Диего үҙен бик яҡшы күҙәтеүсе итеп күрһәтә. Шул осорҙоң тиҫтәгә яҡын әҫәре билдәле, шуларҙың туғыҙы ғына беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Йәш Веласкестың иң билдәле картиналарына «Ике егет өҫтәл янында» (1618 йылда самаһы, Веллингтон музейы, Лондон), «Йомортҡалар ҡурыусы әбей» (1618 йылдар самаһы, Шотландияның Милли галереяһы, Эдинбург), «Иртәнге аш» (1618 йылдарҙа, Дәүләт Эрмитажы, Санкт-Петербург), «Һыу ташыусы» («Севильянан һыу һатыусы») (яҡынса 1622 йылда, Веллингтон музейы, Лондон). Веласкестың шул осорҙағы әҫәрҙәре, бигерәк тә натюрморттары, замандаш булған Севилья рәссамдарына ҙур йоғонто яһай. Оҫтаның күп һанлы күсермәләре һәм үҙенсәлекле полотноларының имитациялары бар. Рәссам ижадының был этабы караваджизм — предметтарҙы һүрәтләүҙә реализм һәм натураларҙың һыҙаттарын аныҡ биреү, алғы пландағы фигураларҙың контраст яҡтыртылыуы менән айырыла. Бөтә эштәре ҡараңғы, йыш ҡына шартлы фон ҡулланып башҡарыла, был ҡыҫҡа һәм тасуири манерала һауаһыҙлыҡ тойғоһо ҡалдыра. Шулай ҙа һүрәтләнгән образдар һәм күренештәрҙең дөрөҫлөгөнә һәм тормошсанлығына шик тыумағанлығын билдәләп үтергә мөмкин.
Әммә шул саҡта уҡ Веласкес Севилья халҡына яҡын булған темаларға жанр күренештәрен һүрәтләү менән генә сикләнмәй. Быға миҫал булып «Христос Марфа һәм Мария йортонда» (1620 йылдар тирәһе, Милли галерея, Лондон) полотноһы тора, был картина шул ваҡыттағы башҡа эштәренә ҡарағанда тәрән мәғәнәгә эйә. Сюжеты буйынса йәш кухарка ҡарт ҡатындың стенала эленгән картинаға күрһәткән ишараһына буйһоноп бер минутҡа аш әҙерләүҙән айырылып тора. Картина, үҙ сиратында Инжилдан күренеште һүрәтләй, уға ярашлы Христос Мария һәм Марфаның өйөнә килгән, һәм улар, йорт эштәрен ҡалдырып, уның тәғлимәтен тыңлай. Ике һүрәт тә бер-береһенә ауаздаш һәм тормош эпизодын ғәҙәти һүрәтләү кеүек тә һәм мәңгелек ҡиммәттәр тураһында аллегорик киҫәтеү кеүек тә ҡабул ителә.
«Севильянан һыу һатыусы» картинаһы аллегорияға ҡоролған, унда өлкән йәштәге һыу ташыусы үҫмергә бокал менән һыу тәҡдим итә. Үтә күренмәле һауыттың төбөндә инжир емеше күренә, ул һыуға айырым тәм генә биреп ҡалмай, шулай уҡ эротик символға эйә. Шулай итеп картина егетте «мөхәбәт туҫтағы» менән ҡотҡо һалыу варианты һымаҡ ҡабул ителә. Бәл мәғәнә артҡы пландағы үҙенең бокалынан һыуҙы эсеп бөтөүсе мыҡты егеттең кәүҙәһе менән көсәйә.
Батша һарайында рәссам булып тәғәйенләнеүе
үҙгәртергәЙәш рәссам Севильяла бик яҡшы репутацияға эйә була. Уның уҡытыусыһы Пачеко, шулай уҡ яҡташтары һәм дуҫтары уның карьераһына ярҙам итергә тырыша. Мадридта король һарайы янындағы Севилья яҡташлығы ҙур абруйға эйә була, быға Севильяла 1615 йылдан буласаҡ король Филипп IV, инфанттың элекке камер-юнкеры Гаспар де Гусман Оливарестың да эшмәкәрлеге лә булышлыҡ итә. Вариҫ принцына үҙ йоғонтоһон ҡулланып, Оливарес туҡтауһыҙ һарай интригаларының әүҙем ҡатнашыусыһы була. 1622 йылдан Оливарес хөкүмәтте етәкләй. Франсиско Пачеко талантлы кейәүен һарайға күрһәтеү маҡсатында был мөмкинлекте ҡулланырға теләй, тейешле бәйләнештәр булдыра, шуға күрә Веласкес Эскориал ижадының коллекцияһы менән танышыу һылтауы менән беренсе тапҡыр Мадридҡа ебәрелә. Оливаресты Веласкес менән һарай яны капелланы, епископ Хуан де Фонсека, үҙ ваҡытының күренекле меценаты һәм гуманисы, шағир һәм эрудит Франсиско де Риоха таныштырырға тейеш була. Яҡташтар баш ҡалала бергә булыуҙарына һәм рәссамға ярҙам итергә маташыуҙарына ҡарамаҫтан, уға монарх кешеләре алдында баҫырға тура килмәй. Әммә Хуан де Фонсеке ярҙамы менән Веласкес Карлос I һәм Филипп II Тициандың, Веронехе, Тинторетто һәм Бассаноның әҫәрҙәрен йыйған Эскориалдағы король һынлы сәнғәт коллекцияһына бара ала. Тарихсы Хулиан Гальего һүҙҙәре буйынса йәш рәссам Севильяның сәнғәт мәктәптәренең мөмкинлектәренең сикләнгәнлеген аңлай, һәм король коллекцияһын, бигерәк тә Тицианды өйрәнеү Веласкестың стилистик эволюцияһына хәл итекс йоғонто яһай, ул Севилья дәүеренең ҡәтғи натурализмынан һәм ҡырыҫ буҙ спектрҙарҙан акйцентты оло йәштә көмөш-һоро һәм үтә күренмәле зәңгәр төҫтәрҙең асыҡлығына тиклем күсерә.
Мадридтағы уңышһыҙлыҡ арҡаһында төшөнкөлөккә бирелеп, 1623 йылда Веласкес Севильяға ҡайта. Ҡайтып өйҙә ике ай ҙа булып өлгөрмәй, һарай рәссамы Родриго де Вильяндрандоның үлеме һәм был урында вакансия булыуы тураһында хәбәр менән Хуан де Фонсеканан хат килеп төшә. Веласкес һарайға тиҙ генә килә,Лопе де Веганың көнәркәше король капелланы шағир Луис де Гонгора-и-Аргота йортонда туҡтай, һәм уның портретын яҙа, ул хәҙер Бостондың нәфис сәнғәттәр музейында һаҡлана. Был эше һарай аҡһөйәктәре араһында оҫта портретсы булараҡ Веласкестың абруйын нығытыуға булышлыҡ итә. Король ағайы кардинал-инфант Фердинандтың камердинеры был портретты һарайға алып килә һәм принцҡа күрһәтә. Кардинал-инфантҡа портрет ныҡ оҡшай һәм ул Веласкесҡа шунда уҡ үҙенең портертын яһауға заказ бирә. Шул ваҡытта уҡ Гонгораның һүрәтен король Филипп IV үҙе лә күреп ҡала. Уға портрет шул тиклем оҡшай, хатта ҡустыһына ҡуҡырлауҙа сиратты бирергә бойора. Шулай итеп Веласкес ниһайәт үҙен күрһтергә мөмкинлек ала.
«Филипп IV портреты прошение менән» картинаһы шаҡ ҡатырғыс уңышҡа эйә була (беҙҙең заманға тиклем һаҡланмаған). Үҙе лә фра Хуан де Баутиста Майнонан рәсем дәрестәре алған Веласкестан алты йәшкә йәш булған монарх Диегоның сәнғәт һәләте дәрәжәһен тиҙ аңлай һәм баһалай. Филипп IV уға Александр Македонскийҙың Апеллесҡа адресланған вәғәҙәһен ҡабатлай: «Һинән башҡа мине бүтән бер кем дә яҙмаясаҡ». Король менән ошо беренсе осрашыуҙың һөҙөмтәһе булып 1623 йылдың октябрендә Веласкестың Мадридҡа күсергә бойороҡ алыуы була. 6 октябрҙә ул үлеп ҡалған Вильяндрандо урынына егерме дукат айлыҡ эш хаҡы менән һарай яны рәссамы булып тәғәйенләнә.
Веласкестың тиҙ карьераһы дәғүәселәре — рәссамдар Винсенсо Кардучча һәм араһында көнсөллөк һәм нәфрәт тыуҙыра, улар Веласкесты тик башты ғына дөрөҙ төшөрә ала тип ғәйепләй. Рәссам Хуселе Мартинес һүрәтләгәнсә, был 1627 йылда Веласке һәм тағы өс рәссам Кардуччо, Кахес һәм Анхело нарди араһында конкурс ярышына алып килә. Еңеүсегә Мадридта Король һарайынынң Ҙур төп залында Испаниянан маврҙарҙың ҡыуылыуы темаһына картина яҙырға кәрәк була. Жюри рәйесе Хуан Баутиста Майно тапшырылған эштәр араһынан Веласкестың эскизын һайлай һәм уның еңеүе тураһында иғлан итә. Картина Эскориалды 1734 йылда раштыуала булған янғынға тиклем биҙәп тора.Был конкурс король һарайының иҫке стилдән баш тартырға һәм яңы төҫтәр ҡулланыуҙы нығытыуға булышлыҡ итә. 1627 йылдың мартында Веласкес йыллыҡ 350 дукат эш хаҡы менән был конкурс тәьмин иткән вазифаға инә, ә 1628 йылда вафат булған һарай рәссамы Джеймс Морандың һарай мастерҙары араһында иң дәрәжәле һаналған вакантлы урынын биләй. Король һарайында эшләүсе рәссамдарҙың төп бурысы булып король ғаиләһе портреттарын һәм королдең ҡабул итеү бүлмәләрен биҙәү тора. Веласке шулай уҡ шәхсизаказдаралыуға хоҡуҡлы була, әммә Мадридҡа күсепкилгәндән һуң уғатик король һарайының абруйлы шәхестәрен генә яҙыу тәҡдим ителә. Уның бер нисә король портретын, уның ҡатынының һәм граф-герцогтың портретын яҙыуы билдәле. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, ике ат портреты — 1627 йылдың майында Мантуяға герйцог Гонзагаға ебәрелә, ә ҡайһы берҙәре 1734 йылда янғында юҡҡа сыға.
Италияға беренсе сәйәхәте
үҙгәртергә1629 йылдың июлендә королдән рөхсәт алып, Италиялағы испан ғәскәрҙәре командующийы булып тәғәйенләнгән генерал Спинол оҙатыуында, рәссам Мадридтан китә. Италия буйлап сәйәхәтте һәйбәт тип әйтеп булмай: король кмергеры вазифаһы, граф Оливарес протежеһы статусы һәм юлдаш генерал барлығы Веласкесты шпион тип һанаған итальяндарҙың асыуын ҡабарта. Урындағы аристократияның изгелекһеҙлеге, бәлки, рәссамды әҙерәк рәнйетә, ләкин артыҡ түгел, сөнки үҙенең төп маҡсаты итеп ул алдан «профессиональ оҫталығын камиллаштырыу» һәм пейзаждар менән эшләү теләге өсөн сәйәхәт булараҡ билдәләй. Бөйөк итальян рәссамдарының ижад емештәре менән танышыу уға ҙур йоғонто яһай: уның стиле ирекле һәм иҫ киткес шәп, колориты — сағыу яҡтылыҡта натураны тапшырған һәм күләгәлә ныҡ ҡараңғы булмай
1629 йылдың август аҙағында Веласкес Генуяға килә. Унан Миланға, шунан һуң Венецияға бара. Тап Венецияла рәссам итальяндарҙың испандарға ерәнеп ҡарауын күрә һәм тиҙ арала 1629 йылдың октябрендә Римгә әйләнеп ҡайта, унда һәр хәлдә Папаның шәфәғәтенә өмөт итә. Римдә рәссам киләһе йылдың аҙағына тиклем була.
Мадридҡа әйләнеп ҡайтыуы (өлгөргән осоро). Һарай яны карьераһы
үҙгәртергә1631 йылда Испанияға ҡайтҡас Веласкес король һарайында гофмейстер булып тәғәйенләнә, 1634 йылда рәссам маҡтаулы гардеробмейстер исеменә лайыҡ була. Яҡынса ошо уҡ ваҡытта Филипп IV рәссамға Буэн Ретирола яңы король һарайының интерьерын биҙәү буйынса етәкселек йөкмәтә. Рәссам эш менән генә етәкселек итмәй, үҙе лә һарайҙы биҙәү буйынса әүҙем ҡатнаша. Был ваҡытҡа Веласкестың Филипп IV хәрби еңеүҙәренә дан йырлаған картиналар серияһы ҡарай. Был серияһындағы иң мөһим картинаһы булып «Бреданы тапшырыу» (1634—1635, Прадо, Мадрид) картинаһы тора, унда рәссам тарихи ваҡиғаларҙы ғына түгел (ҡамауҙағы голланд ҡалаһын 1625 йылдың 2 июнендә испан армияһына тапшырыу), шулай уҡ күп һанлы деталдәр аша ошо ваҡиғаға һм унда ҡатншыусыларға үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Артабан бындай деталдәрҙе ҡулланыу Веласкес стиленең хас үҙенсәлектәренең береһе була.
1642—1644 йылдарҙа рәссам королде уның Арагонға походында оҙатып бара. 1643 йылда Веласкес король һарайы администраторы исеменә лайыҡ була.
Италияға икенсе сәйәхәте
үҙгәртергә1648 йыл аҙағында Веласкес икенсе тапҡыр Италияға сәйәхәт ҡыла. Был юлы сәфәре король коллекцияһы өсөн итальян һынлы сәнғәте һәм боронғо скульптураны һатып алыу маҡсаты менән король бойороғо буйынса башҡарыла. Визитының рәсми булмаған маҡсаты, һарай яны түрәһе булараҡ, Италияның юғары вазифалы кешеләре менән дипломатик бәйләнештәр урынлаштырыу була.
Ватиканда Веласкесты рим папаһы Иннокентий X асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, ул уға үҙенең портретын яһауға заказ бирә. Өс ай эшләгән картина бөтә Римде шаҡ ҡатыра. Унан бер нисә күсермә эшләнә. Папа шулай уҡ портретты күреп, «Бигерәк дөрөҫ!» тип ҡысҡырып ебәрә һәм рәссамға алтын сылбыр менән пап миҙалын бүләк итә. Рәссам Рим академияһының ағзаһы булып һайлана, уға башҡа бик күп заказдар яуа, әммә рәссам Мадридҡа ҡайтырға тейеш була, сөнки король уны тиҙерәк ҡайтырға ашыҡтыра.
Ошо ваҡытҡа Веласкестың ғәҙәти булмаған «Венера көҙгө алдында» картинаһы ҡарай. Бында бында бөтәһе лә — теманан алып (Веласкесҡа тиклем береһе лә испан сәнғәтендә бында картина яҙмаған) уңны кәүҙәләнешенә һәм хатта мәғәнәһенә тиклем ғәҙәти түгел. Асылда картинала мөхәбәт алиһәһе образында ябай көҙгөгә ҡараусы ҡатын-ҡыҙ һүрәтләнгә, был картинаға: Веласкес тамашасының сираттағы антик Венераһын күреүгә өмөт итеүенән еңелсә көлә һәм шул уҡ ваҡытта теләһә ниндәй ҡатын-ҡыҙ юғары тойғолар алиһәһе булыуын аңлата. Шул уҡ ваҡытта һүрәттә сағылыш тапҡан алиһә образындағы ҡатын-ҡыҙҙың кем икәнлеге тамашасыла һорау тыуҙыра: кем ул, Веласкестың Венераһы? Был эш өсөн күренекле итальян рәссамы Фламиния Тривио һын булған тигән фараз бар. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Улар араһында көслө роман булған, ул Диегоның тыуған иленә ҡайтыуы менән тамамланған һәм Фламинияның унан улы тыуған. Ошо күҙлектән ҡарағанда, «Венера көҙгө алдында» — был ваҡытҡа һынлы сәнғәттә булмаған Веласкестың үҙенең иҫтәлегенә яҙылған һөйгәненең хискә бай эротик портреты.
Был картинаның Веласкестың башҡа күп кенә эштәре кеүек яҙмышы еңел булмаған. Ике быуат ярым эсендә ул бер нисә хужаны алмаштыра, ә 1914 йылда ул һөжүмгә дусар була. Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуғы өсөн әүҙем көрәшеүселәрҙең береһе Мэри Ричардсон протест билдәһе итеп картинаны тәпке менән сапҡылай, шунан һуң ул оҙаҡ ваҡыт реставрацияла була. Әлеге ваҡытта картина Лондондың Милли галереяһында һаҡлана.
25 майҙа 1651 йылда рәссам Италияға сығып китә. Уның Мадридҡа ҡатыуы менән ижадының һуңғы осоро башлана. Ғәҙәти булған король ғаиләһе ағзалары портреттарынан тыш, бөйөк рәссам ижадының юғары нөктәһе булып иҫәпләнгән — «Мениндар» (1656, Прадо, Мадрид) һәм «Йөн иләүселәр» («Арахня тураһында миф») (1657 йылдар самаһы, Прадо, Мадрид) картиналары ижад ителә. Һәр береһе уларҙың тормоштан иң сағыу күренештәр кеүек кенә түгел, ә күп деталдәр, уларҙың урынлашыуы арҡаһында тәрән мәғәнә менән һуғарылған — былар бөтәһе лә Веласкес ижадының һуңғы осорҙағы табышмағы тураһында һөйәләй. «Мениндар» картинаһы буйынса әлегә тиклем сюжеты һәм мәғәнәһе тураһында бәхәстәр бара. Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған бер нисә версия бар. Уларҙың береһе буйынса, Веласкес инфантаның портретын эшләп торған ваҡытта уның ата-әсәһе оҫтаханаға инеп сыға. Икенсеһе буйынса, киреһенсә, король һәм королева һын булып торғанда, инфанта ярандары менән оҫтаханаға инә. Өсөнсө версия буйынса, рәссам Мнениндар даирәһендә рәссам үҙенсәлекле автопортретын яҙа, шуның менән ул һарайҙағы үҙ хәленә ишара яһай. Рәссам үҙе Сант-Яго ордены тәреһе менән һүрәтләнә. 1659 йылда, — легенда буйынса, был портретҡа тәрене король Филипп IV үҙе өҫтәй.
Мадридҡа ҡайтыуы. Һуңғы осор
үҙгәртергә1651 йылдың 25 майында рәссам Италиянан сығып китә. Уның Мадридҡа ҡайтыуын сәнғәт белгестәре ижадының һуңғы осороноң башланыуы менән бәйләй. , ул. шул уҡ йылдың июнендә теркәлде. Бынан ғәҙәти уҡ король ғаиләһе ағзалары портреттары, картиналар ижад ителгән был ике осоро, бөйөк рәссам ижадының юғары нөктәһе булып һаналған — «Менин» (1656, Прадо, Мадрид) һәм «Иләү» («Арахня тураһында миф») (1657 га самаһы, Прадо, Мадрид). Тормошонда булған бер эпизодты һүрәтләүгә генә түгел, уларҙың һәр береһе яҡшы, тик подтекст менән һуғарылған һәм тәрән арҡаһында күп кенә деталдәре, фигураларҙан һын, улар урынлашҡан, яҡтыртырлыҡ — был һуңғы мөмкинлек бөтә йомаҡ веласкес ижады тураһында һөйләне. Сөнки, сюжет һәм мәғәнәһе тураһында әлегә тиклем бәхәстәр бара «Менин». Бер нисә версия бар, бер-берһенә ҡаршы килә. Уларҙың береһе буйынса, ул инфантаһы веласкес төшөргән портреты өҫтөндә эшләй башланыҡ, уны ата-әсә оҫтаханаһы загляни. Икенселәре буйынса, киреһенсә, үҙенең ярандары менән килгән ҡунаҡтар король һәм королева позирование инфант ваҡытында рәссам. Өсөнсө версия буйынса ла, рәссамдың үҙенсәлекле автопортреты менин түңәрәгенә яҙылған була, шулай үҙ хәле һарайында ишара яһай. Рәссамдың үҙенең һүрәте менән тәре ордены Санта-Ягода күкрәгенә, өс йылдан һуң уны ала, 1659 йылда, — легенда буйынса, был портретҡа үҙенең короле филипп iv тәре өҫтәне.
Шулай уҡ «Йөн иләүселәр картинаһы ла бәхәстәр тыуҙыра». Бер версия буйынса, Веласкес күп һанлы деталдәр ярҙамында, башҡа эштәрендәге кеүек үк, уға үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Икенсе версия буйынса, картина өс боронғо миф темаһына вариациянан ғибәрәт — мойра (грек мифологияһында яҙмыш алиһәләре), Арахна һәм Европаны урлау тураһында — үҙенсәлекле автор трактовкаһында. Өсөнсө версия буйынса, «Йөн иләүселәр» — антик алиәһәләр образында рәссмадың яратҡан ике яратҡан ҡатын-ҡыҙының, үҙенсәлекле, тәрән мәғәнә, хистәр һәм кисерештәр менән һуғарылған портреты: өлкән йәштәге йөн иләүсе ҡиәфәтендә Хуана Миранда һәм тамашасығы арҡаһы менән торған йәш ҡатын Фламиния Тривио.
1659 йылда король Веласкесты Сантьяго Орденының рыцары итеп тәғәйенләй. Веласкестың һуңғы ваҡиғаһы булып Пиреней килешеүе хөрмәтенә ҡоролған Людовик XIV һәм король Филипп IV өлкән ҡыҙы Мария Терезияның никахында ҡатнашыу тора. Был тантана 1660 йылдың июнь айында Бидасоа йылғаһы уртаһындағы Фазандар Утрауында үтә. . 26 июндә рәссам Мадридҡа ҡайта, 31 июндә уны биҙгәк тота.
Король табиптарының тырышлығына ҡарамаҫтан, 1660 йылдың 6 авгусында Диего Веласке 62-се йәшендәвафат була. Икенсе көндө рыцарҙарға тейешле хөрмәт менән Мадридтың Иоанн Креститель сиркәүендә ерләйҙәр, шунда уҡ һигеҙ көн үткәс уның ҡатыны Хуана Миранда ла ерләнә. Испанияла Наполеон һуғышы ваҡытында сиркәү ҙә, ҡәберлек тә француздар тарафынан юҡ ителә.
Ижады
үҙгәртергәСевилья осоро
үҙгәртергәСевилья ососроноң тәүге полотнолары башлыса бодегон жанрында башҡарыла һәм натюрморттарҙан, аш-һыу бүлмәһе күренештәренән, тарктир рәсемдәренән тора : «Иртәнге аш» (1617—1618 тирәһе), «Йомортҡа ҡурыусы әбей» (1620 й. тирәһе), «Ике егеттең иртәнге ашы» (1618), «Һыу ташыусы» (1621 й. тирәһе). Ошо уҡ осорҙа дини һәм стиль яҙылғандарға оҡшаш бер нисә картина — «Ғиффәтле хәмел» (1618), «Марфа һәм Мария өйөндә Христос» (1618), «Ҡамдарҙың табынышы» (1619).
Был эштәрҙә йәш Веласкестың Севильяла һәр кем ҡарай алырлыҡ һәм Пачеко оҫтаханаһында булған караваджизм сәнғәтен ентекле өйрәнеүе һиҙелә: натура менән эшләү, моделдәр менән теүәл оҡшашлыҡ.
Батша һарайындағы рәссам
үҙгәртергәМадрид осоронда рәссамдың оҫталығы камиллаша. Ул Испания һынлы сәнғәте өсөн һирәк булған антик сюжеттарға мөрәжәғәт итә, уларҙы алдағы традицияларға ҡарамай үҙенәс трактовкаларға тырыша («Вакха триумфы», 1628—1629; «Вулкан тимерлеге», 1630), шулай уҡ тарихи темаға— «Бреданы тапшырыу» (1634). Был ваҡытҡа беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән королдең һәм уның ғаиләһе ағзаларының күркәм портреттары һәм дини темаға бер нисә картинаһы ҡарай. Был осорҙа Веласкес ижад иткән портреттар был жанрҙа оҫтаға дан килтерә. Уларҙа хәрәкәт һәм ишараларҙың юҡлығына ҡарамаҫтан, улар реалистик һәм нәфислеккә эйә була. Фон фигураны максималь ҡараңғылатыу өсөн һайлана, төҫтәр гаммаһы ҡәтғи, әммә ентекле һайланған төҫтәрҙең тура килеүе менән йәнләнә. Шуның шикелле пейзаж да һүрәтләнә: ул йыш ҡына шартлы һәм портретҡа символик характер бирә, әммә шуның менән бергә ул испан ландшафтын дөрөҫ сағылдыра. Алдағы ижадташтарының традицияларынан алыҫлашып, рәссам үҙенең моделдәрен һүрәтләүҙә психологик аныҡлыҡҡа ынтыла һәм кешенең характерын ғына биреүҙе түгел, уның һыҙаттарының ҡапма- ҡаршылығын күрһәтеүҙе лә бурыс итеп ҡуя. Юғары дәрәжәлә был король Филипп IV йөҙҙән ашыу булған һарай яны кәмитселәре портреттары серияһында уңышлы килеп сыға. Һәр шундай портрет характерҙы ғына түгел, ә йыш ҡына, намыҫлы, аҡыллы һәм белемле, ихтыяр яҙмышы менән билдәле бер роль уйнарға мәжбүр булған кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәтен күрһәтә.
Бынан сериянан тыш, дон Хуан Матеостың (1632), генерал Оливарестың (1638), веер менән билдәһеҙ ҡатындың (1638—1639 йылдар тирәһе), рәссам Хуан де Пареханың (1650 й. тирәһе), папа Иннокентий X (1650) портреттары, монархия аттары портреттары серияһы билдәле. Веласкес ижадының һуңғы осорондағы портреттарына башҡарыу оҫталығы һәм психологик тамамланыш хас (инфанталар Мария Терезия, 1653—1659 һәм Маргарита Австрийская 1552—1659; король Филипп IV, 1655—1656).
Уҡыусылары һәм эйәрсәндәре
үҙгәртергәВеласкестың туранан-тура дауам итеүсеһе һәм һарай янында вазифаһының вариҫы булып ҡыҙы Франсисканың ире Хуан Батиста дель Масо тора. Әммә ул рәссам Диегоның талантына эйә булмай һәм ҡайһы бер тышҡы формаларҙы ғына башҡара ла. Веласкестың икенсе уҡыусыһы — портрет һәм дини картиналарҙың авторы Хуан де Пареха, Веласкестың оҫтаханаһындағы элекке хеҙмәтсе (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — ҡол, уға рәссам азатлыҡ ҡағыҙы бирә). Веласкес был маврҙы иң яҡшы портреттарының береһендә һүрәтләй (1650 йылдар тирәһе).
Веласкестан һуң Мадридта Карлоса II король һарайы янында Клаудио Коэльо һәм Хуан Каррено де Миранда эшләй. Хаким итеүсе династиялар алмашыу менән, Испан Бурбондары ваҡытында, француз бароккоһы һәм рококоһы юғары ҡатламдарҙа Веласкес булдырған реализмды һәм натурализмды ҡыҫырыҡлап сығара.
Һуңыраҡ Веласкес мираҫына романтиктар һәм импрессионистар мөрәжәғәт итә.
Билдәле картиналары
үҙгәртергәДин, тарихи һәм мифологик сюжеттар
үҙгәртергә- «Поклонение волхвов» (1619, Прадо, Мадрид)
- «Христос в доме Марфы и Марии» (1620, Национальная галерея, Лондон)
- «Изгнание мавров» (1627, Прадо, Мадрид)
- «Триумф Вакха, или Пьяницы» (1628, Прадо, Мадрид)
- «Кузница Вулкана» (1630, Прадо, Мадрид)
- «Окровавленный плащ Иосифа приносят Иакову» (1630, монастырь Сан — Лоренсо, Эскориал)
- «Распятый Христос» (1632, Прадо, Мадрид)
- «Сдача Бреды (Лес Копий)» (1634—1635, Прадо, Мадрид)
- «Бог войны Марс» (около 1640, Прадо, Мадрид)
- «Эзоп» (около 1640, Прадо, Мадрид)
- «Коронование Марии» (1645, Прадо, Мадрид)
- «Меркурий и Аргус» (около 1659, Прадо, Мадрид)
Портреттар
үҙгәртергә- «Портрет молодого испанца» (1630—1631, Старая Пинакотека, Мюнхен)
- «Портрет графа Оливареса» (ок.1638, Эрмитаж, Санкт-Петербург)
- «Конный портрет короля Филиппа IV» (1635, Прадо, Мадрид)
- «Автопортрет» (1640, Музей изящных искусств, Валенсия)
- «Дама с веером» (1640—1642, Собрание Уоллеса, Лондон)
- «Портрет Филиппа IV в военном костюме, называемый Ла Фрага» (1644, Нью-Йорк, Галерея Фрик)
- «Портрет Филиппа IV» (1656, Прадо, Мадрид)
- (Всего было написано около полутора десятков портретов короля в течение 37 лет)
- «Портрет папы Иннокентия X» (1650, Рим)
- «Портрет инфанты Марии Терезы» (1651, собрание Леман, Нью-Йорк)
- «Портрет инфанты Маргариты» (1660, Прадо, Мадрид)
- «Менины (Фрейлины)» (1657, Прадо, Мадрид)
- «Портрет инфанты Маргариты» (Музей искусств им. Богдана и Варвары Ханенков, Киев[27])
Хәтер
үҙгәртергә- Диего Веласкесҡа Бальмонттың «Веласкес» шиғыры арналған.
- Был исемде Мәскәү ҡалаһы Яңы Мәскәү административ округының Сосенское ауылында бульвар йөрөтә[28].
- Веласкес хөрмәтенә Меркурийҙа кратер аталған.
- Диего Веласкес «Заман министрлығы» телесериалында даими персонаж сифатында күренә[29].
- 2015 - Диего Веласкес, йәки "Ҡырағай реализм" / iego Velázquez ou le réalisme sauvage (реж. Айнуз кәрим / Karim Aïnouz) - документаль фильм
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ MAK (пол.)
- ↑ 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118626426 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 5,14 5,15 5,16 5,17 5,18 5,19 5,20 5,21 RKDartists (нидерл.)
- ↑ Union List of Artist Names (ингл.)
- ↑ Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 9,0 9,1 Itaú Cultural https://enciclopedia.itaucultural.org.br/pessoa532479/diego-velazquez (порт.) — São Paulo: Itaú Cultural, 2001. — ISBN 978-85-7979-060-7
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ (unspecified title) — ISBN 978-2-605-00121-7
- ↑ Store norske leksikon (норв.) — 1978. — ISSN 2464-1480
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 Don Diego Rodríguez de Silva y Velázquez (Rodríguez Silva Velázquez) aka Velázquez (bef. 6 Jun 1599 - 6 Aug 1660) // WikiTree (ингл.) — 2005.
- ↑ научная статья
- ↑ Brown J. Velázquez and the Evolution of High Baroque Painting in Madrid — 1995.
- ↑ https://collections.frick.org/people/172/diego-rodriguez-de-silva-y-velazquez/objects
- ↑ https://www.bellasartes.gob.ar/
- ↑ https://americanart.si.edu/collections/search/artist/?id=6923
- ↑ https://www.boijmans.nl/en/collection/artworks/24959/portrait-of-gaspar-de-guzman-count-of-olivares — 2010.
- ↑ http://kmska.be/collection/work/data/rftnrp
- ↑ https://www.museabrugge.be/collection/work/id/2014_GRO1892_III
- ↑ https://library.si.edu/art-and-artist-files
- ↑ Bardi P.M. Documentación sobre el hombre y el artista // La obra pictórica completa de Velázquez. — Barcelona: Editorial Noguer SA y Rizzoli Editores, 1969.
- ↑ Corpus. Corpus velazqueño. Documentos y textos, 2 vols., bajo la dirección de J. M. Pita Andrade.. — Madrid, 2000. — ISBN 84-369-3347-8.
- ↑ Bartolomé Bennassar. Velázquez. Vida. — Madrid: Cátedra, 2012. — ISBN 978-84-376-2979-7.
- ↑ Maurizio Marini. Веласкес. — Madrid: Electa, 1997. — ISBN 84-8156-160-6.
- ↑ Музей мистецтв імені Богдана та Варвари Ханенків в Києві::Експозиція 2011 йыл 26 ноябрь архивланған.
- ↑ В ТиНАО появится бульвар Сервантеса и улица Веласкеса . moscowbig.ru. Дата обращения: 18 август 2016.
- ↑ Ҡалып:Imdb character
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- рус телендә
- Веласкес, Диего Родригес // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. - Знамеровская Т. П. «Прядильщицы» как итог развития бытового жанра в творчестве Веласкеса (ко 300-летию со дня смерти) // Научные доклады высшей школы. Серия исторических наук. № 2, 1961
- Знамеровская Т. П. Веласкес, М., 1978.
- Каптерева Т. П. Веласкес и испанский портрет XVII века. М., 1956.
- Кеменов В. С. Картины Веласкеса. М., 1969.
- Кеменов В. С. Веласкес в музеях СССР. Л., 1977.
- Королёва С. Диего Веласкес / В серии «Великие художники» — Т 10 — К., 2010 — 48 с.
- Левина И. М. Диего Веласкес. «Завтрак». Л., 1948.
- Левина И. М. Новое о Веласкесе // Искусство, 1975. № 2. С. 61-64.
- Малицкая К. М. Отражение жизни Испании XVII века в исторических и жанровых композициях Веласкеса. // Труды Государственного музея изобразительных искусств им. А. С. Пушкина, М., 1960.
- Ротенберг Е. И. Веласкес. Тематические принципы. Советское искусствознание. Вып. № 22. М., 1987. С. 238–296.
- Якимович А. Художник и дворец: Диего Веласкес. — М.: Советский художник, 1989. — 270 с. — ISBN 5-269-00014-8.
- башҡа телдәрҙә
- Justi C., «Diego Velazquez Jahrhundert sein und» (Бонн, 1888, 2-се том);
- W. Stirling Maxwell, «Werke Velazquez seine und» (перев. инглиз с, Берлин, 1856)
- Lefort Paul, «Velazquez» (дөйөм хеҙмәттәр, китаптар серияһы ингән: «Les Artistes célébres»).
- Camon Aznar Velazquez J.. 1-2 T.. Madrid, 1964.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- На artcyclopedia.com
- На wga.hu
- Веласкес. Русский сайт о художнике 2021 йыл 20 ғинуар архивланған.
- Ортега и Гассет. Введение к Веласкесу. Очерк.
- Подробная биография
- Картины Диего Веласкес(недоступная ссылка)