Викидатала элемент юҡ

Вафа — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Вафа исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Намыҫлы, ғәҙел, тура һүҙле, дөрөҫлөктө яратыусы, тоғро, тотанаҡлы, ышаныслы тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы (5 август 1937 йыл — 20 октябрь 1983 йыл) — башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1970). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976).

Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (22 февраль 1922 йыл — 16 ноябрь 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм партизан хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Чехословакияның почётлы гражданы (1945), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989).

Саҙрыев Вафа Мөхәмәтғәли улы (рус. САДРИЕВ Вафа Мухаметалиевич 1906 йыл — декабрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 1942 йылда яуҙа хәбәрһеҙ юғала.

Фамилияла

үҙгәртергә

Вафа Камран (1960 йыл) — америка физик-теоретигы, сығышы менән Ирандан.

Вафа Шахенда (1998 йыл) — Мысыр шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер.

Вафа Шрук (1997 йыл) — Мысыр шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер.

Мехтикули-хан Вафа (Мехтикули-хан Хасай хан улы Уцмиев; 1855 йыл — 1900 йыл) — әзербайжан шағиры һәм Рәсәй армияһы подполковнигы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Абу-ль-Вафа — Айҙың кире яғындағы экваториаль өлкәләге кратер.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ