Васильев Борис Львович

совет һәм рәсәй яҙыусыһы

Васильев Борис Львович (21 май 1924, Смоленск — 11 март 2013[5], Мәскәү) — рус совет яҙыусыһы, сценарист. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1975) һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Премияһы (2000).

Васильев Борис Львович
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Смоленск, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 март 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][4] (88 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, сценарий яҙыусы, прозаик
Уҡыу йорто Военная академия бронетанковых войск[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы һәм СССР Кинематографистар союзы[d]
Жанр повесть[d], сценарий[d] һәм тарихи роман[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден «За заслуги перед Отечеством» II степени орден «За заслуги перед Отечеством» III степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы Ленин комсомолы премияһы Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы Ватан һуғышы ордены
 Васильев Борис Львович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Атаһы — Лев Александрович Васильев (1892—1968) — Рус император армияһының кадр офицеры , һуңынан Ҡыҙыл армия офицеры. Әсәһе — Алексева Елена Николаевна (1892—1978) дворян булған.

Смоленскиҙа уҡый, Борис Васильев 1941 йылда Воронеждың № 5 өлгөлө урта мәктәбендә 9 класс тамамлай. № 5 өлгөлө урта мәктәбендә (хәҙер — хәҙер № 28 урта мәктәп, бинаның Фридрих Энгельс урамына ҡараған яғында Борис Васильев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған).

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Борис Васильев 3 комсомол истребителдәр батальоны составында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 3 комсомол истребителдәр батальоны 1941 йылдың июлендә Смоленск янына ебәрелә, унда ҡамауға эләгә. 1941 йылдың октябрь башында Васильев үҙаллы ҡамауҙан сыға. Кавалерия полкы мәктәбенә йүнәлтмә ала, ә шунан — пулемет мәктәбен тамамлағандан һуң, 3-сө гвардия һауа-десант дивизияһы 8 гвардия һауа-десант полкында хеҙмәт итә. 1943 йылдың 16 мартында Вязьма янында һауа десанты ваҡытында мина растяжкаһына эләгәп яралана һәм ауыр контузия менән госпиталгә эләгә[6]. Бынан һуң демобилизациялана һәм 1943 йылдың көҙөндә армияға Васильев И. В. Сталин исемендәге Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәр хәрби академияһына уҡырға ебәрелә.

1946 йылда академияның инженер факультетын тамамлай, Уралда тәгәрмәсле һәм сылбырлы тәгәрмәсле машиналарҙы һынаусы булып эшләй. 1952 йылда КПСС-ҡа инә. 1954 йылда армиянан капитан-инженер званиеһында отставкаға китә.

Васильевты әҙәби дебюты булып «Танкист» (1954) пьесаһы тора. Был әҫәр һуғыштан һуң ил армияһында быуындар алмашына бағышланған. «Офицер» исеме алған спектакль Совет Армияһы театрында ике тапҡыр сәхнәләштерелгәндән һуң, 1955 йылдың декабренән алып сәхнәлә ҡуйылмай. Сценарист булараҡ Васильев драматургияны үҙләштереүҙә үҙ көстәрен һынап ҡарауҙы дауам итә. Васильев, СССР Госкино студияһында уҡыуын тамамлағас, уның сценарийы буйынса : «Очередной рейс» (1958), «Длинный день» (1960) нәфис фильмдары ҡуйыла. 1971 йылда экрандарға СССР-ҙа киң танылыу алған"Офицеры"фильмы сыға. КВНөсөн сценарийҙар яҙа.

Борис Васильевтың тәүге проза әҫәре — «Иванов катер» повесы — 1967 йылда «Новый мир» журналына баҫмаға алына, әммә бары тик 1970 йылда ғына баҫылып сыға (№ 8-9). Повесть режиссер Осепьян Марк тарафынан 1972 йылда киноға төшөрөлә, әммә «кәштәгә һалып ҡуйыла» һәм 1987 йылда ғына прокатҡа сыға.

1969 йылда «Юность» (№ 8) журналында баҫылып сыҡҡан «А зори здесь тихие…» повесы яҙыусыға ҙур билдәлелек килтерә. Васильев хәтерләүенсә, Борис Полевой, ҡулъяҙманы уҡығас, барлығы ике иҫкәрмә яһай һәм повесҡа кисекмәҫтән ҡул ҡуя. Был мәлдән башлап яҙыусы «Юность» журналында йыш ҡына баҫыла башлай.

1970 йылда «А зори здесь тихие…» повесы Таганка театры сәхнәһендә күрһәтелә торған иң билдәле постановкаларҙың береһе була Әҫәрҙе 1972 йылда Ростоцкий Станислав экрандарға сығара.

Яҙыусы ижадында Бөйөк Ватан һуғышы һәм үҙ быуын совет кешеләре темаһына даими мөрәжәғәт итә: «В списках не значился» («Юность», 1974, № 2-4); «Завтра была война» («Юность», 1984, № 6) «Ветеран» хикәйәһе («Юность», 1976, № 4), «Великолепная шестёрка» («Юность», 1980, № 6), «Вы чьё, старичьё?» («Новый мир», 1982, № 5), «Неопалимая купина» («3намя», 1986, № 2).

Яҙыусы үҙ ижадында хәҙерге замандың киҫкен социаль темаларына («Не стреляйте в белых лебедей», «Юность», 1973, № 6-7) һәм рәсәй тарихына иғтибар бүлә.

Һуңғы бер нисә йылда иртә Русь тарихы буйынса романдарын: «Олег Вещий» (1996), «Александр Невский» (1997), «Ольга, королева русов» (2001), «Князь Святослав» (2006), «Владимир Красное Солнышко» (2007), «Мономах Владимир» (2010)- яҙа.

Мәскәү Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы, Рәсәй «Ника» кинематография сәнғәте академияһының академигы.

Мәскәүҙә Часовой урамы, 5 йорт-Б йәшәй.

2013 йылдың 11 мартында Мәскәүҙә 89-сы йәшендә вафат була[7]. Үлем сәбәбе — йөрәк ауырыуы була. 14 мартта Ваганьков зыяратында ҡатыны менән йәнәш (42-се участкала) ерләнгән.

Ҡатыны (1945 йылдан алып) — Зоря Альбертовна По́ляк (1926—2013), конструктор һәм телевидение мөхәррире; «А зори здесь тихие…» фильмында Соня Гурвич прототибы һәм «Завтра была война» фильмында Искра Полякованың прототибы була[8]. Бронхиттан дауахана реанимацияһында үлгән. Яҙыусы уның үлемен бик ауыр кисерә.

Ҡараштары

үҙгәртергә

Эҙмә-эҙлекле антисталинист. The times new баҫмаларының береһендәге интервьюһында былай тип раҫлай[9][10]:

Сталин был тупица. В армии он никогда в жизни не служил. Он не понимал, что такое армия. Он карту читать не мог. Ему Шапошников — начальник Генерального штаба — всё объяснял по карте. Легендами овеян «великий Сталин». А товарищ Сталин был дурак, похлеще Гитлера…

1993 йылдың октябрь айында «Ҡырҡ икенең хат»ына, Рәсәй халыҡ депутаттары съезы һәм Юғары Советын көс ҡулланып ҡыуыуҙы яҡлап, ҡул ҡуя.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2004 йылдың 14 июле) — күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге һәм әҙәбиәтте үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[11]
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999 йылдың 21 майы) — ватан әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[12]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985 йылдың 11 мартында)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981 йыл, 7 август)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1994 йылдың 27 майында) — хәҙерге заман ватан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн[13]
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1984 йылда 16 ноябрь)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[14]
  • 1999 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы (2000 йыл, 17 февраль)[15]
  • СССР Дәүләт премияһы (1975) — «А зори здесь тихие…» фильмы өсөн
  • Ленин комсомолы премияһы (1974) — «А зори здесь тихие…» фильмы өсөн
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2009 йылдың 23 мартында) — ватан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн[16]
  • Венеция кинофестиваленең иҫтәлекле призы (1972) — «А зори здесь тихие…» фильмы өсөн
  • Бөтә Союз кинофестиваленең төп призы (1973) — «А зори здесь тихие…» фильмы өсөн
  • А. Д. Сахаров исемендәге «За гражданское мужество» премияһы (1997)
  • «Ника» премияһы «Честь и достоинство» номинацияһында (2002)
  • «Ҙур китап» әҙәби премияһының «Честь и достоинство» махсус призы (2009)[17]
  • Академик А. Д. Сахаров исемендәге хәрәкәттең «Апрель» Бойондороҡһоҙ премияһы
  • «Мәскәү-Пене» Халыҡ-ара әҙәби премияһы
  • Мәскәү Яҙыусылар союзының «Таж» премияһы

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Әҫәрҙәр йыйынтыҡтары

үҙгәртергә
  • Собрание сочинений в трёх томах. — М.: Любимая Россия, 2004.
  • Собрание сочинений в восьми томах. — М.: «Русич», 1994. — Т. 1—5
  • Собрание сочинений в пяти томах. — М.: Вагриус, 1999. — 5000 экз.
  • Избранное в двух томах. — М., 1988.

Айырым әҫәрҙәре һәм йыйынтыҡтары

үҙгәртергә
  • А зори здесь тихие: повесть // Юность. — 1969. — № 8.
  • В списках не значился: повесть // Юность. — 1974. — № 2—4.
  • Вам привет от бабы Леры: роман // Нева. — 1988. — № 12. — С. 6—91.
  • Великолепная шестёрка: рассказ // Юность. — 1980. — № 6.
  • Ветеран: рассказ // Юность. — 1976. — № 4.
  • Встречный бой: повесть // Юность. — 1979. — № 5.
  • Вы чьё, старичьё?: рассказ // Новый мир. — 1982. — № 5.
  • Гибель богинь: повесть // Нева. — 1986. — № 7.
  • Глухомань: роман (2001)
  • Длинный день: сценарий (1960)
  • След в океане: соавтор сценария (1964)
  • Жила-была Клавочка: повесть // Юность. — 1987. — № 1.
  • Завтра была война: повесть // Юность. — 1984. — № 6.
  • Иванов катер: повесть // Новый мир. — 1970. — № 8, 9.
  • Кажется, со мной пойдут в разведку: повесть // Юность. — 1980. — № 2.
  • Карнавал: повесть // Согласие. — 1991. — № 1, 2.
  • Капля за каплей: повесть (1991)
  • Красные жемчуга: повесть
  • Короткая рокировка: повесть
  • Летят мои кони… Повесть о своем времени // Юность. — 1982. — № 6.
  • «Мир восклицательный знак»: рассказ // Юность. — 1985. — № 6.
  • Не стреляйте белых лебедей: роман // Юность. — 1973. — № 6, 7.
  • Неопалимая купина: рассказ // Знамя. — 1986. — № 2.
  • Отрицание отрицания. — АСТ, Астрель, 2013. — 426 с. — ISBN 5457154351.
  • Очередной рейс: сценарий (1958)
  • Очередь: рассказ // Огонёк. — 1988. — № 16. — С. 20—24.
  • Победители: повесть
  • Пятница: рассказ // Юность. — 1970. — № 6.
  • Розыск продолжать: повесть // Смена. — 1986. — № 16—18.
  • Рослик пропал: Повесть
  • Самый последний день…: повесть // Юность. — 1970. — № 11.
  • Скобелев, или Есть только миг… (представляет собой ответвление романа «Были и не были»)
  • Старая «Олимпия»: рассказ // Юность. — 1975. — № 6.
  • Стучите и откроется: пьеса (1955)
  • Суд да дело…: повесть // Человек и закон. — 1983. — № 11-12.
  • Танкисты. [Офицеры]: пьеса (1954)
  • «Холодно, холодно…»: рассказ
  • Экспонат №… // Юность. — 1986. — № 3.

«Боронғо Русь тураһындағы романдар» тарихи романдар серияһы

үҙгәртергә
  • Вещий Олег (1996)
  • Ольга, королева русов (2001)
  • Князь Святослав (2006)
  • Владимир Красное Солнышко (2007)
  • Александр Невский (1997; переизданный под другим названием роман «Князь Ярослав и его сыновья»)
  • Государева тайна (2009)
  • Владимир Мономах (2010)
  • Картёжник и бретёр, игрок и дуэлянт: Записки прапрадеда (1998)
  • Были и небыли (1977—1980)
  • Книга 1. Господа волонтёры
  • Книга 2. Господа офицеры
  • Утоли моя печали (1997)
  • И был вечер, и было утро (1987)
  • Дом, который построил Дед (1991, 1993)
  • Ровесница века (1988; переизданный под другим названием роман «Вам привет от бабы Леры»)

Театр постановкалары

үҙгәртергә

Экранлаштырыу

үҙгәртергә
  • Баранов В. Развитие или хождение по кругу? (1973)
  • Блажнова Т. Внуки разберутся: [К выходу книги Бориса Васильева «Вещий Олег»]. (1997)
  • Борисова И. Напоминание. (1969)
  • Воронов В. Серьёзный дебют. (1970)
  • Дедков И. Сказание о Егоре Бедоносце. (1973)
  • Дементьев А. Военная проза Бориса Васильева. (1983)
  • Ковский В. Живая жизнь романа. (1977)
  • Латынина А. Частный человек в истории. (1978)
  • Левин Ф. Четверть века назад. (1970)
  • Полотовская И. Л. В списках значится: Васильев Б. Л. (Жизнеописание. Библиография. Сценография) // Библиография. — 2005. — № 2. — C. 75—88
  • Уварова Л. Сила доброты. (1973)
  • Юдин В. Если в разведку — то с ним!: О творческом пути писателя Бориса Васильева. (1985)
Мемориаль таҡтаташ
  • 2014 йылдың 21 майында Смоленск ҡалаһының Борис Васильев уҡыған элекке 13-се урта мәктәп бинаһында (Большая Советская урамы, йорт 27/20) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Авторы — скульптор Петр Фишман.
  • 2014 йылдың 23 майында Воронеж ҡалаһының Борис Васильев уҡыған 28-се урта мәктәбе фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (Фридрих Энгельс урамы, 23-сө йорт).
  • 2018 йылдың 21 июнендә Мәскәүҙә Борис Васильев йәшәгән йортта (Часовая урамы, 5Б) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Һәйкәл

2014 йылдың 21 майында Смоленск ҡалаһында, Тухачевский һәм Докучаев урамдары киҫелешендәге скверҙа, Б. Л. Васильевтың бюсы ҡуйыла (скульпторы- Валерий Гращенков).

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #119047896 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Boris Lwowitsch Wassiljew // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. 4,0 4,1 Bibliothèque nationale de France Boris Lʹvovič Vasilʹev // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Умер писатель Борис Васильев. Lenta.ru. Дата обращения: 4 июнь 2019.
  6. "РГ" публикует полную биографию Бориса Васильева. Российская газета. Дата обращения: 4 июнь 2019.
  7. М. Швыдкой: Б. Васильев чувствовал боль времени:: Общество:: Top.rbc.ru. Дата обращения: 13 март 2013. Архивировано 16 март 2013 года. 2013 йыл 16 март архивланған.
  8. день рожденья звёзд, в этот день родились известные люди. Дата обращения: 9 декабрь 2019. Архивировано 4 июль 2015 года. 2015 йыл 4 июль архивланған.
  9. “Война – это грязь”. Интервью с Борисом Васильевым. www.pravmir.ru. Дата обращения: 4 июнь 2019.
  10. "Война - это грязь". The New Times. Дата обращения: 9 декабрь 2019. 2016 йыл 26 август архивланған.
  11. Указ Президента РФ от 14 июля 2004 г. № 898
  12. Указ Президента РФ от 21 мая 1999 г. № 628
  13. Указ Президента Российской Федерации от 27.05.1994 г. № 1105. Президент России. Дата обращения: 4 июнь 2019.
  14. Васильев Борис Львович, Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 26 ноябрь 2019.
  15. Указ Президента РФ от 17 февраля 2000 г. № 365
  16. Распоряжение Президента Российской Федерации от 23.03.2009 г. № 174-рп. Президент России. Дата обращения: 9 декабрь 2019.
  17. Первым лауреатом литературной премии "Большая книга-2009" стал Борис Васильев. Российская газета. Дата обращения: 9 декабрь 2019.
  • Казак В. Лексикон русской литературы XX века = Lexikon der russischen Literatur ab 1917 / [пер. с нем.]. — М. : РИК «Культура», 1996. — XVIII, 491, [1] с. — 5000 экз. — ISBN 5-8334-0019-8.

https://rg.ru/2013/03/11/istoriya-site.html

Һылтанмалар

үҙгәртергә