Вартанян Гоар Левоновна
Вартанян Гоар Левоновна (әрм. Գոհար Լևոնի Վարդանյան; тыумыштан Пахлеванян; 1926—2019) — легендар йәшерен совет разведчигы.
Вартанян Гоар Левоновна | |
әрм. Գոհար Լևոնի Վարդանյան | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 ғинуар 1926 |
Тыуған урыны | Гюмри[d], Әрмән ССР-ы[d], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР |
Вафат булған көнө | 25 ноябрь 2019 (93 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Геворк Андреевич Вартанян[d] |
Һөнәр төрө | разведчик |
Уҡыу йорто | Ереванский государственный университет[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Һалҡын һуғыш |
Ғәскәр төрө | разведка[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вартанян Гоар Левоновна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәВартанян Гоар Левоновна 1926 йылдың 25 ғинуарында Ленинакан (бөгөнгө Гюмри) ҡалаһында тыуа. 1930 йыл башында Вартанян Гоар Левоновналар ғаиләһе Иранға күсеп килә.
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Фотография с мужем |
Вартанян Гоар Левоновна Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында үҙенең фекерҙәше һәм буласаҡ ире — Вартанян Геворктың антифашистик төркөмөнә инә, уның менән бергә разведка эштәре алып бара. 1943 йылда был төркөм составында «Большая тройка» лидерҙарының хәүефһеҙлеген Тәһран конференцияһы барышында һаҡлау операцияһында ире Вартанян Геворк менән бергә әүҙем ҡатнаша[1].
1946 йылдың 30 июнендә Геворк Вартанян һәм Гоар Вартанян Тәһран ҡалаһында туйҙарын үткәрә. Улар икеһе бергә тағы ла алты йыл дауамында Иранда эшләй. 1951 йылда был разведчиктарҙың үтенесе буйынса уларға юғары белем алыу мөмкинлеге бирелә, һәм Гоар Левоновна Вартанян Ереван университетының сит ил телдәре факультетын тамамлай. Бындағы уҡыуҙы һәм махсус әҙерлек мәктәбен тамамлағандан һуң, артабан ирле-ҡатынлы Вартаняндар, төрлө фамилиялар һәи исемдәр аҫтында йәшеренеп, байтаҡ сит илдәрҙә күп йыллыҡ йәшерен эшмәкәрлектәрен дауам итәләр.
Вартанян Гоар һәм Геворктың йәшерен разведка эше, коллегаларының әйтеүенсә, «Вартаняндар дуэты шул тиклем күп төрлө һәм күпте эсенә алған разведкалау эшен башҡарҙы, улар эшенең сере бер ваҡытта ла асылмаясаҡ»[2][3] оҙаҡ ваҡыттар буйына үҙенең йәшерен серен сисмәйәсәк.
Вартанян Гоар Левоновна 2019 йылдың 25 ноябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була. Легендар разведчик ҡатын — Вартанян Гоар Левоновна Мәскәү ҡалаһының Троекуров зыяратында ире менән йәнәш ерләнгән.
Наградалары
үҙгәртергәВартанян Гоар Левоновна Ҡыҙыл Байраҡ һәм Рәсәйҙең II дәрәжә Ватан һуғышы Почет ордены менән һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ ТЕГЕРАН-1943 — ТОЛЬКО ПРАВДА: Геворк и Гоар Вартанян
- ↑ Долгополов, 2014
- ↑ Ю. И. Дроздов. Записки начальника нелегальной разведки. — М.: ОЛМА-Пресс, 2000. — 416 с. — (Досье). — 9000 экз. — ISBN 5-224-00750-0.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Долгополов Николай Михайлович Вартанян. 2-е изд. — М.: Молодая гвардия, 2014. — 201 с.:ил. — (Жизнь замечательных людей: сер. биогр.; вып. 1470): ISBN 978-5-235-03707-6.