Касёво (Петропавловка) — Башҡортостанда юҡҡа сыҡҡан ауыл, хәҙер — Нефтекама ҡалаһының «Касёво» муниципаль берәмеге

Касёво
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Краснокама районы
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ауыл Шыверялка йылғаһы буйында Николо-Берёзовканан 17 км, Өфөнән 182 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1745 йылда Йәнәй улусының Һыуыҡһыу һәм Ҡалмаш ауылы башҡорттары «Касёво ауылы крәҫтиәндәренә 16 йылга оброк милегенә биләмә, солоҡ ағастары менән урман участкаһы, балыҡ тотоу һәм һунар итеү өсөн Кама йылғаһы буйлап өҫкә табан болон ситтәрендә: аҫ яҡтан - Игареев биләмәһенең Агашин һаҙлығынан алып Мысов баҫыуына тиклем, өҫ яҡтан Демидовкаға тиклем, Уран биләмәһенә һәм Корякин ерҙәренә тиклем ерҙәр бүлеп бирә»[1]. Касёво Башҡортостан территорияһында һарай крәҫтиәндәренең иң тәүге торағы булып тора. XVII быуат башында нигеҙ һалына. 1646 йылда Ҡазан өйәҙе Ар даруғаһының Сарапул улусында. «Ҡазан коменданты Никита Алферович Кудрявцевтың һарай Сарапул ауылының иҫәбен алыу китабына» (1710) ярашлы Касево ауылы халҡы 42 кеше тәшкил итә. 1719 йылда 1-се рәүиз ваҡытында ауылда 136 крәҫтиән иҫәпкә алынған. Касёво крәҫтиәндәре алпауыттыҡы түгел, ә һарай крәҫтиәндәре булған[2]. Уларҙың төп шөғөлө игенселек була

Пугачёв фетнәһе ваҡытында Пугачёв кешеләренең береһе ауылды талай һәм храмды яндыра[2]

1796—1865 йылдарҙа ауыл Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙе составында. 1865 йылда Ырымбур губернаһы территорияның бер өлөшөндә Өфө губернаһы ойошторола һәм Касёво ауылы Бөрө өйәҙе составында уның административ-территориаль буйһоноуына күсә. XIXXX быуаттар башында Касёво Пермь, Вятка һәм Өфө губерналары сигендә урынлаша, һәм Бөрө өйәҙе Касёво улусының үҙәге була. 1922—1930 йылдарҙа — ауыл Башҡорт ССР-ы Бөрө кантоны Калегин улусы составында. 1930 йылда Башҡорт АССР-ында кантондар бөтөрөлөү менән Касёво Краснокама районы составына инә. 1932 йылда Краснокама районы Ҡалтасы районына ҡушыла һәм Касёво был райондың административ-территориаль буйһоноуында була[3]. 1935 йылда район ҡабаттан Краснокама һәм Ҡалтасы районына бүленә, Касёво тағы Краснокама районы составында була. 1950 йылда Касёво ауылы яңы ойошторолған Нефтекама ҡалаһы составына инә.

1870 йылда Касёво ауылында 252 ихата була, халҡы 1361 кеше тәшкил итә. 1895 йылда — 280 йорт һәм 1289 кеше йәшәй. Ауылдың айырым кешеләренең хужалығында 3 май һығыу йорто, 5 тирмән, 35 кибет була. Аҙна һайын кесаҙна көндәрендә баҙар үткәрелә, йылына дүрт тапҡыр йәрминкә үтә (25 март, 29 июнь, 20 июль, 26 октябрь). 2-класлы ир-егеттәр училищеһә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың земство мәктәбе, часовня һәм православие сиркәүе эшләй. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 289 ихатала 1485 кеше йәшәй.

1825 йылда ауылда яңынан төҙөлгән Петропавловск соборы асыла (хәҙер Петропавловск сиркәүе).

Топографик карта

үҙгәртергә
  • Лист карты O-40-133. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Нефтекамск

Һылтанмалар

үҙгәртергә