Ожиганов Дмитрий Герасимович
Ожиганов Дмитрий Герасимович (30 октябрь 1892 йыл, Бөрө — 27 октябрь 1978 йыл, Өфө) — геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1954), профессор (1955). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957)[1][2]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
Ожиганов Дмитрий Герасимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 30 октябрь 1892 |
Тыуған урыны | Бөрө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 1978 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | геолог, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология разведкаһы университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Герасимович Ожиганов 1930 йылда Мәскәү геология-разведка институтын тамамлай. 1913 йылдан уҡытыусы, китапханалар мөдире, Башглавполитпросвет китапхана бүлеге мөдире була, 1923—1925 йылдарҙа халыҡ мәғариф институтында мөдир. 1930—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй, 1955 йылдан — физик география, геология һәм геоморфология кафедраһы мөдире. 1930—1946 йылдарҙа бер үк ваҡытта Башҡортостан геология идаралығында: мәғдән булмаған файҙалы ҡаҙылмалар төркөмө етәксеһе, баш инженер, партия начальнигы, баш геолог.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡыттарында идаралыҡ коллективы илдең оборона сәнәғәтен стратегик минераль сеймал менән тәьмин итеү буйынса эш башҡара. Билдәле булыуынса, Ожигановтың эшмәкәрлеге геология, стратиграфия — тау тоҡомдары комплексының эҙмә-эҙлеген өйрәнеү менән бәйле була. Дмитрий Герасимович Башҡортостан геологияһы картаһын һәм файҙалы ҡаҙылмалар картаһын төҙөүҙә мөһим роль уйнай. Профессор Ожиганов исемен республиканың Бөрйән районындағы мәмерйә йөрөтә. Уның хеҙмәттәре тураһында 1947 йылдың ноябрендә «Красная Башкирия» гәзитендә баҫылып сыға. 40-тан ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы булып тора. 1949 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Недра Башкирии: кто и как готовил первую геологическую карту республики . www.bashinform.ru. Дата обращения: 14 октябрь 2021.
- ↑ Ожиганов Дмитрий Герасимович . wiki02.ru. Дата обращения: 14 октябрь 2021.
Әҫәрҙәр
үҙгәртергә- Геологические экскурсии вокруг г. Уфы. Уфа, 1927.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Алексеев А. А. Дмитрий Герасимович Ожиганов, первый доктор геолого-минералогических наук Башкирии // Вестник AH Республики Башкортостан.— 1996. — Т. 1 , № 3/4 — с. 55-59.
- Алексеев А. А., Фаткуллин Р. А. Дмитрий Герасимович Ожиганов, первый доктор геолого‑минералогических наук Башкирии / /Прошлое, настоящее и будущее географической науки в Республике Башкортостан: географические чтения: сб. материалов и тез. докл. Уфа, 2004.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ожиганов Дмитрий Герасимович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 октябрь 2022)