Бөрө заказнигы

Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы биләмәһендә урынлашҡан заказник

Бөрө заказнигы — Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы биләмәһендә, Ағиҙел йылғаһының уң ярында, Бөрө ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 6 километр алыҫлыҡта урынлашҡан зоологик заказник[1].

Бөрө заказнигы
Нигеҙләү датаһы 1967
Дәүләт  Рәсәй
Урын Бөрө районы
Майҙан 20,6

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Бөрө зоологик заказнигы 1967 йылда һунар-промысел йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында Ағиҙел йылғаһының уң ярында, Бөрө ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 6 саҡрым алыҫлыҡта ойошторола. Майҙаны 20,6 мең га, территорияһының 53,3%-ы урман менән ҡапланған. Рельефы һыубаҫар туғайлы, уйһыу, йырындар менән йырғыланған[2].

Флораһы үҙгәртергә

Заказник биләмәһендә муйыл, зелпе (осҡат), мурт эт муйылы, сәтләүек ағасы торған ваҡ урманлыҡтар менән бергә йүкә, ҡайын, уҫаҡ һәм имән урмандары, шулай уҡ ҡарағай культуралары таралған.

Бөрө заказнигында Башҡортостан Республикаһы Ҡыҙыл китабына индерелгән һары күбәләк сәскәһе үҫә[3].

Фаунаһы үҙгәртергә

Заказник биләмәһендә бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, аҫ, аҡ ҡуян, ҡабан, һары шәшке йәки көҙән, ҡоралай, һуҡыр сысҡан, һыуһар, төлкө, мышы, америка шәшкеһе, һеләүһен, янут һымаҡ эт, әберсен (вяхирь), һуйыр, урман күгәрсене (горлица), һыу күгәрсене (клинтух), һуна өйрәк (кряква), Таҙғара йәки ҡашҡабаш (лысуха) һ. б. тереклек итә.

Шулай уҡ заказникта Башҡортостан Республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡама, европа шәшкеһе, бөркөт, диңгеҙ бөркөтө (орлан-белохвост), һоро һайыҫҡан (сорокопут серый), үлән тәлмәрйене һ. б. осрай[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

заказник Бирский заказник. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).