Бөйөк аятулла

(Бөйөк аятУлла битенән йүнәлтелде)

Бөйөк аятулла́ (ғәр. آية الله العظمى‎, фарс. آیت‌الله العظمی — «Аллаһтың бөйөк билдәһе»;рус. Вели́кий аятолла́) — шиғый дини титулы. Был титулды ислам хоҡуғында (Фиҡһ) һәм методологияһы (фиҡһ ысулы) буйынса ҙур бейеклектәргә өлгәшкән шиғый ғөләмәләре йөрөтә. Улар теге йәки был мәсьәләләр буйынса шәриғәт һығымталарын фәтүәләр сығарыу хоҡуғына эйә. Бөйөк аятулла ғәр. مرجع التقليد‎ — үрнәк, өлгө‎ титулын йөрөтә

Ирандың бөйөк аятуллалары

Бөйөк аятулла абсолют ижтиһадҡа хоҡуҡлы. Йәғни, ул, дини нормаларҙы үҙ субъектив аңлауына нигеҙләнеп, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең бөтә өлкәләрендә лә яңы тәртип ҡағиҙәләрен булдыра ала.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Wilfried Buchta. Schiiten. — Hugendubel, München u. a. 2004. — ISBN 3-7205-2491-4, (Diederichs Kompakt).
  • Heinz Halm. Die Schia. — Darm.: Wissenschaftliche Buchgesellschaft, 1988. — ISBN 3-534-03136-9.