Бәҙретдинова Раушания Мөсәүир ҡыҙы

Бәҙретдинова Раушания Мөсәүир ҡыҙы (28 сентябрь 1974 йыл) — Рәсәй рәссамы. 2002 йылдан алып Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Дизайнерҙар союзы ағзаһы (2002), халыҡ-ара һынлы сәнғәт — АИАП ЮНЕСКО ассоциацияһы ағзаһы (2012), Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Рәссамдары союзы ағзаһы (2012).

Бәҙретдинова Раушания Мөсәүир ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 сентябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Йәшергән, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Картиналары Рәсәй, Украина, Намибия, Канада, АҠШ, Австрия, Германия, Нидерланд, Төркиә галереяларында урынлашҡан[1].

Биографияһы

үҙгәртергә

Раушания Бәҙретдинова 1974 йылдың 28 сентябрендә «башҡорт Йәшергән ауылында»[2] тыуа.

Һуңыраҡ ғаилә Стәрлебаш районынан Ишембайҙың Перегонный биҫтәһенә күсенеп килә. Бында Раушания 5-се урта мәктәпкә[3] һәм һынлы сәнғәт һөнәре буйынса балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлай. Рәсем төшөрөү сәнғәтенә уны Любовь Леонидовна Грачёва өйрәтә[2]. Художество мәктәбен тамамлағандан һуң (1988), ул туған бишенсе мәктәбендә рәсемдән уҡыта. 1989 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 2-се педагогия колледжына рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға инә. 1993 йылда колледжды тамамлағандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер Сәнғәт академияһы) тамамлай. Уҡып йөрөгәндә «Иҫке Өфө» нәшриәтендә эшләй[3]

2000 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында юғары белем ала.

Колледжда һәм институтта уҡыған ваҡытта даими йәштәр, ҡала, төбәк һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Бынан тыш, матбуғаттың ыңғай баһаһын алып, ундан ашыу шәхси күргәҙмәләр үткәрә.

2003 йылдан муниципаль белем биреү учреждениеһында — «Йондоҙлоҡ» балалар ижады үҙәгендә рәсемдән уҡыта.

1994 йылдан кейәүҙә. Ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй, шулай уҡ тәрбиәгә ул ҡабул итә.

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

«Башҡортостан республикаһы» гәзите версияһы буйынса «Йыл кешеһе» (2014)[4] — «Ауырыу балаларға әүҙем ярҙамы өсөн»[5]. Халыҡ-ара New York Realism конкурсында алтын миҙал, шулай уҡ Туринда (Италия) рәссамдарҙың ARS INKOGNITA биенналеһында алтын миҙал яулай (Италия)[6].

2015 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә башҡорт рәссамының «Ағиҙел йылғаһы буйында ҡала» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асыла[7][8][9][10].

Картиналарҙы һатыуҙан килгән аҡса ике хәйриә фондына тапшырыла, уларҙың береһе «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фонды була.[7].

Өфөлә 2015 йылдың июнендә ШОС һәм БРИКС саммиттарының мәҙәни программаһы сиктәрендә Өфө сәнғәт галереяһында масштаблы арт-экспозицияһына эштәре ҡуйыла[11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Верховный муфтий посетил выставку известного башкирского художника " Уфимские Вести. Новости Уфы и Башкортостана
  2. 2,0 2,1 Светлого марта привет — Газета Труд
  3. 3,0 3,1 http://raushani.ru/2/ 2016 йыл 28 ғинуар архивланған.
  4. В УГАТУ проходит персональная выставка лауреата конкурса «Человек года» Раушании Бадретдиновой — Лента новостей Уфы
  5. Сайт газеты «Республика Башкортостан» — Социум — Антикризисная команда — 2014 (недоступная ссылка).Дата обращения: 18 августа 2015.Архивировано 3 января 2015 года.
  6. Махмутов, Наиль. Любимые художники Башкирии. — Уфа: Лето, 2012. — С. 39. — 288 с. — ISBN 978-5-87308-038-0.
  7. 7,0 7,1 Выставка Раушании Бадретдиновой 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. Презентация выставки Раушании Бадретдиновой «Город у белой реки» 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. В Москве открылась персональная выставка башкирской художницы Раушании Бадретдиновой // КУЛЬТУРА | новости башинформ.рф
  11. Этнический авангард, живописная графика и графическая живопись, декоративный войлок, а также многие другие виды творчества. Дата обращения: 18 август 2015. Архивировано 1 июль 2015 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә