Бәйәктамаҡ
Бәйәктамаҡ (Бәйәктүз[1]; рус. Усть-Баяк) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы.
Ауыл | |||||
Бәйәктамаҡ | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
66, 96 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәБәйәк йылғаһының ике яҡ ярында Ҡариҙелгә ҡойған урында урынлашҡан.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 387 кеше йәшәй, шул иҫәптән 181 ир һәм 206 ҡатын-ҡыҙ[2].
2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 478 кеше йәшәгән[3].
Тарихы
үҙгәртергәТарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә Бәйәктамаҡ ауылы ҡошсо ырыуы башҡорттары ауылы[4].
1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 169 башҡорт йәшәгән[4]. 1859 йылда ауылдың 38 йортонда 238 аҫаба башҡорт йәшәгән[4]. 1859 йылғы X ревизия материалдарында ауылдың 10 йортонда 53 керҙәш йәшәүе тураһында ла мәғлүмәт теркәлгән[4].
Архив сығанаҡтарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[4]. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүсе 169 башҡорт бөтәһе 1472 бот ярма икмәк сәскән[4].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Усть-Баяк по VIII ревизии 1834 г. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 374—375. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбе базаһы. 2018 йыл 15 июнь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.