Тхимпху́ (дзонг-кэ ཐིམ་ཕུ་, тиб. ཐིམ་ཕུག་) — Бутандың баш ҡалаһы, боронғо замандарҙан Тхимпху тарихи провинцияһының баш ҡалаһы булған.

Ҡала
Тхимпху
ཐིམ་ཕུ་
Ил

Бутан

Дзонгхаг

Тхимпху

Координаталар

27°29′ с. ш. 89°38′ в. д.HGЯO

Бейеклеге

2400 м

Халҡы

79 185 кеше (2005)

Телефон коды

232, 233, 234

Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тхимпху (Бутан)
Тхимпху
Тхимпху

Ҡала халҡы — 79 185 кеше (2005 йылғы иҫәп алыу буйынса), 2012 йылғы баһалама буйынса — 99 021 кеше[1]. Ванг Чу йылғаһының көнбайыш ярында 2400 метр бейеклектә урынлашҡан.

Тхимпху шул уҡ атамалы илдең административ район үҙәге.

Климаты субтропик муссонлы. Ҡышын материк яғынан ҡоро елдәр иҫә, һалҡын һауа массалары үтеүенә тауҙар ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә ҡышҡы тәүлек температураһының ҙур үҙгәрештәре күҙәтелә (төндә йыш ҡына аҙыраҡ һыуыта, ә көндөҙгө температура 15 һәм унан да күберәк градусҡа күтәрелеүе мөмкин), ә яуым-төшөм бик һирәк була. Йәйен елдәр Һинд океаны яғынан иҫә һәм мул яуым-төшөм алып килә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 12,3 14,4 16,4 20,0 22,5 24,4 24,9 25,0 23,1 21,9 17,9 14,5 19,7
Уртаса температура, °C 4,9 7,5 10,2 13,6 17,8 19,8 20,2 20,4 19,1 16,2 11,5 6,7 13,6
Уртаса минимум, °C −2,6 0,6 3,9 7,1 13,1 15,2 15,4 15,8 15,0 10,4 5,0 −1,1 8,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 15 41 23 58 122 246 373 345 155 38 8 3 1427
Сығанаҡ: Weatherbase

Ташичо ҡәлғәһе XIII быуатта монастырь булараҡ төҙөлә, 1960-сы йылдарҙа реставрациялана. 1952 йылда бында Бутан хөкүмәте резиденцияһы урынлаша. Йәйге осорҙа ҡәлғәлә илдең дини лидеры Дже Кенпо була. Бында шулай уҡ король Джигме Сингье Вангчуктың эш кабинеты бар. Королдең рәсми резиденцияһы Деченчолинг һарайы Тхимпхунан төньяҡтараҡ тора. Танго һәм Чери монастырҙәре шулай уҡ ҡалаға яҡын.

Тхимпхула Бутан хөкүмәте, парламенты һәм башҡарма власть органдарының биналары бар. Ҡалала шулай уҡ дипломатик вәкиллектәр һәм БМО ойошмаларының филиалдары эшләй.

 
Тхимху ҡалаһының панорамаһы

Тхимпху ҡалаһында илдәге ҡунаҡханаларҙың күп өлөшө тупланған. Туристар ҡалаға башлыса көҙөн уҙғарылған Цечу фестивалдәре осоронда килә. 2007 йылда Бутанда хакимлыҡ итеүсе династияның йөҙ йыллығын байрам итеү менән бәйле туристар һаны һиҙелерлек күп була.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Тхимпху-чортен
  • Тхимпху-чортен — өсөнсө король Джигме Дорджи Вангчуктың мемориаль чортены
  • Традицион ҡағыҙ етештереү буйынса мануфактура
  • Бутан текстиль музейы
  • Бутан милли китапханаһы
  • Ҡатын-ҡыҙ буддист монастыре
  • Биҙәү-ҡулланма сәнғәте үҙәге
  • Дзонг Ташичо (ҡәлғә һәм хөкүмәт резиденцияһы)
  • Аҙналыҡ баҙар
  • Дзонг Симтокха — буддист университеты. Ҡәлғә булараҡ Шабдрунг Нгаванг Намгьял менән XVII быуатта төҙөлә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bhutan: largest cities and towns and statistics of their population (ингл.). World Gazetteer. Дата обращения: 30 апрель 2012. Архивировано 27 август 2011 года.(недоступная ссылка)
  • Brown Lindsey. Bhutan. — Penguin, 2009. — ISBN 1-74059-529-7.
  • Palin Michael. Himalaya. — Penguin, 2009. — ISBN 978-0-7538-1990-6.
  • Pommaret, Françoise. Bhutan Himalayan Mountains Kingdom (5th edition). — Odyssey Books and Guides, 2006.

Һылтанмалар

үҙгәртергә