Бурма Александр Иванович

партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре

Бурма Александр Иванович (4 март 1930 йыл22 август 1995 йыл) — партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1970—1985 йылдарҙа КПСС-тың Октябрьский, 1985—1989 йылдарҙам Стәрлетамаҡ ҡала комитеттарының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 8—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Президиумы ағзаһы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданы (1985).

Бурма Александр Иванович
рус. Александр Иванович Бурма
Зат ир-ат
Тыуған көнө 4 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған көнө 22 август 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (65 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Иванович Бурма 1930 йылдың 4 мартында Ырымбур өлкәһе Аҡбулаҡ районы Яңы Одесса ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941—1945 йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, А. И. Бурма өлкәндәр менән бер рәттән, колхоз баҫыуҙарында эшләй һәм өй хужалығында әсәһенә ярҙам итә. Атаһы һуғышта булғанға күрә, ғаилә мәшәҡәттәре тулыһынса үҫмер елкәһенә төшә[1].

1948—1953 йылдарҙа Ленинград тау институтында белем ала. 1953 йылдан алып 1959 йылға тиклем нефть сығарыу сәнәғәтендә төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй: «Башнефть» производство берекмәһе энергетик идаралығының өлкән инженеры, «Октябрьскнефть» нефть прромыслаһы идарылығы начальнигы һәм «Башэнергонефть» махсус төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы[2][1].

1959 йылда ВНИИнефть Октябрьский филиалы етәксеһе итеп тәғәйенләнә, әлеге вазифала 1969 йылға тиклем эшләй. А. И. Бурманың туранан-тура ҡатнашлығында һәм етәкселегендә яңы перспектив автоматика, ҡоралмалар һәм күҙәтеү приборҙар системалары һәм саралар төрҙәре булдырыла.

1969 йылдан алып партия эшенә күсә. 15 йыл дауамында, 1970 йылдан алып 1985 йылға тиклем, КПСС-тың Октябрьский ҡала комитетының беренсе секретары була[1], уның туранан-тура етәкселеге аҫтында яңы предприятиелар барлыҡҡа килә, мәҫәлән: Октябрьский Түбән вольтлы электр аппаратураһы заводы, «Автоприбор» һәм «Блокжилкомплект» производство берекмәләре, сәнәғәт үҫешә, социаль һәм торлаҡ төҙөлөшө фонды алып барыла, ғилми, мәҙәни һәм спорт йүнәлешендәге объекттар күтәрелә.

1985−1989 йылдарҙа А. И. Бурма — КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының беренсе секретары. 1989 йылда сит илгә командировкаға Йеменға ебәрелә, унан ҡайтҡандан һуң, ул Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында кәңәшсе булып эшләй[1]

Төп эшмәкәрлегенән тыш, А. И. Бурма Башҡорт АССР-ы Юғары Советының (8, 9-сы, 10-сы һәм 11 саҡырылыш) депутаты һәм Президиумы ағзаһы итеп һайлана[3]), КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы[1] итеп һайлана.

1985 йылдың 3 ғинуарында «Октябрьский ҡалаһы үҫешенә ҙур ҡаҙаныштар индергән өсөн» А. И. Бурмаға «Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1]

1995 йылдың 22 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы (1985)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Почётные граждане города Октябрьского / Сост.: И. С. Комендантов, Н. И. Пентегов, ред.: Н. И. Пентегов. Октябрьский информационный центр - филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2017 г. — 207 с. — С.68-69
  2. Александр Иванович Бурма оставил след в истории Стерлитамака. Дата обращения: 11 июль 2020.
  3. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы. / Под ред. К. Б Толкачева. Сост.: В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Кн.2. — Уфа: ГРИ "Башкортостан", 2005. — 304 с. — ISBN 5-8258-0204-5.
  • Почётные граждане города Октябрьского / Сост.: И. С. Комендантов, Н. И. Пентегов, ред.: Н. И. Пентегов. Октябрьский информационный центр — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», 2017 г. — 207 с. — С.68-69