Буренков Сергей Петрович

Буренков Сергей Петрович (20 июль 1923 йыл, Петроград, РСФСР, СССР — 8 апрель 2004 йыл, Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, 1980—1986 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау министры.

Буренков Сергей Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 июль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 апрель 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө табип, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Дружбы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Петрович Буренков 1923 йылдың 20 июлендә Петроградта (хәҙер — Санкт-Петербург) тыуған. Уның атаһы Буренков Петр Андреевич (1890—1941) Ленинградты утҡа тотоуҙа һәләк була. Әсәһе — Павлова Ольга Прокофьевна (1896—1969). Ҡатыны — Протопопова Новелла Михайловна (1925—1990). Улы — Буренков Михаил Сергеевич. Юғары белемле: 1947 йылда Хәрби-диңгеҙ медицина академияһын тамамлай. Медицина фәндәре кандидаты. 1945 йылдан Коммунистар партияһы ағзаһы.

1943 йылдан Дон фронтында танк бригадаһының санитар инструкторы.

1944 йылдан. — С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы курсанты.

1947 йылдан — Грузия ССР-ында СССР Дәүләт именлеге министрлығының туберкулез шифаханаһында табип-ординатор.

1949 йылдан — Ленинград туберкулез институтында клиник-ординатор.

1950 йылдан — Карел АССР-ында Медвежьегорск туберкулез шифаханаһының медицина буйынса бүлек мөдире һәм баш табип урынбаҫары.

1959 йылдан. — Ленинград ҡала туберкулез дауаханаһының баш табибы.

1961 йылдан — КПСС-тың Ленинград ҡалаһы Сестрорецкий район комитеты секретары.

1963 йылдан — Ленинградтың Сестрорецкий район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1963 йылдан — КПСС-тың Сестрорецкий район комитеты беренсе секретары.

1966 йылдан — Ленинград ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире.

1971 йылдан — СССР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары,

1980 йылдың декабренән — СССР һаулыҡ һаҡлау министры.

1980—1990 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат. Тажик ССР-ынан 10-11 саҡырылыш СССР Юғары Советының Милләттәр Советы депутаты (1979—1989)[1].

1986 йыл аҙағында Борис Васильевич Петровский СССР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ҡалдыра. Тиҙҙән был вазифаға Буренков Сергей Петрович тәғәйенләнә. 1987 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем ете йыл дауамында ғилми эшен дауам итә һәм илдә халыҡ һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән мөһим документтарҙы эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.

1986 йылдың декабренән Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Сергей Петрович СССР Медицина фәндәре академияһының «Медицина энциклопедияһы»ның ғилми мөхәррире була һәм был вазифала алты йыл самаһы эшләй. Троекуров зыяратында 10-сы участкала ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва. Дата обращения: 23 ғинуар 2015. Архивировано 28 апрель 2013 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә