Буранов Халиҡ Моталлап улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Буранов Халиҡ Моталлап улы (15 май 1920 йыл — 15 ноябрь 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, хеҙмәт ветераны

Буранов Халиҡ Моталлап улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 май 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Монасип
Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 15 ноябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (82 йәш)
Һөнәр төрө Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хеҙмәт ветераны (исем)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Халиҡ Моталлап улы Буранов 1920 йылдың 15 майында БАССР-ҙың Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ауылындағы башланғыс мәктәптә уҡый, 1936 йылда Байназарҙа ауыл йәштәре мәктәбен (ШКМ) тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Карл Маркс исемендәге колхозда хисапсы булып башлай.

Халиҡ Моталлап улы Буранов 1940 йылдың 28 сентябрендә Совет Армияһы сафына алына. Полк мәктәбен тамамлағас, кесе сержант дәрәжәһендә Алыҫ Көнсығыш хәрби округында 119-сы полкта 122 миллиметрлы орудие командиры итеп тәғәйенләнә. Өлкән сержант Буранов Х. М. артиллерия взводы командиры яҙамсыһы итеп үрләтелә. Ул ошо вазифала I Алыҫ Көнсығыш фронтының 643-сө дивизияһы составында япон милитаристарына ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша.

Х. М. Буранов 1946 йылдың майында Совет Армияһы демобилизациялана. 1946—1952 йылдарҙа ул Карл Маркс исемендәге, «Ҡыҙыл таң» колхоздарында ферма мөдире, колхоз рәйесе урынбаҫары, рәйесе һәм партия ойошмаһы секретары булып эшләй. 1952—1965 йылдарҙа Байназар ауыл Советы рәйесе, «Ҡыҙыл таң» колхозында ферма мөдире, бухгалтер, колхоз рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1965—1973 йылдарҙа Иҫке Монасип ауыл Советында бухгалтер, секретарь һәм рәйес була. 1973 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы «Госстрах» инспекцияһында инспектор булып эшләй.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Халиҡ Буранов 8 бала атаһы. Әхәт,Әхтәм, Әсхәт (Башҡортостан ауыл хужалығы институты, инженер-механик), Мәрхәм (Башҡортостан ауыл хужалығы институты, урман факультеты), Әлхәм (Йылайыр ауыл хужалығы техникумы, механик), Рәйсә (Башҡорт дәүләт университеты, физик-математик), Рәйлә (Башҡорт дәүләт педагогия институты, физик-математик) һөнәри белем ала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә