Бровиков Владимир Николаевич
Бровиков Владимир Николаевич (15 декабрь 1925 йыл, Ырымбур өлкәһенең Белозерский районы Дмитриевка ауылы — 6 апрель 2009 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — Таганрог элемтә ғилми-тикшеренеү институты директоры (1958—1984). 1986 йылдан — «Пальма» фәнни-производство берекмәһенең ғилми хеҙмәткәре
Владимир Николаевич Бровиков | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур өлкәһенең Белозерский районы Дмитриевка ауылы, СССР |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй Федерацияһы |
Эшмәкәрлеге |
Радиоэлектрон көрәш (РЭБ) |
Тормош иптәше |
Бровикова Радиана Федоровна |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышы йылдарында (1941—1945) Көньяҡ Урал пулемёт училищеһы курсанты, отделение командиры, Чкалов танк училищеһы курсанты, взвод командиры була. Һуғыштан һуң Чкалов педагогия (1947) һәм Ленинград авиация приборҙар эшләү институтында уҡый (1952), унда радиоинженер квалификацияһын ала. 1953—1958 йылдарҙа «Альтаир» ғилми-тикшеренеү институтында эшләй (Мәскәү). 1958 йылдан Таганрогта ойошторолған ОЛ-НИИ-10 филиалы менән, һуңынан 1961 йылдан Таганрог элемтә ғилми-тикшеренеү институты менән етәкселек итә. Техник фәндәре кандидаты (1961), өлкән ғилми хеҙмәткәр. Күп кенә ғилми хеҙмәттәр, уйлап табыуҙар авторы. Уның туранан-тура етәкселеге аҫтында институт мөһим тәжрибә-конструкторлыҡ асыштар яһай, шуның өсөн коллектив Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1984—1986 йылдарҙа «Пальма» фәнни-производство берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары булып эшләй (Мәскәү). Фәнни даирәләрҙә һәм оборона сәнәғәте тармағында хаҡлы рәүештә абруй менән файҙалана.
Наградалары
үҙгәртергә- Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Башҡа миҙалдар
Хәтер
үҙгәртергә- Владимир Николаевич тураһында иҫтәлек Таганрогта ике мемориаль таҡтала мәңгеләштерелгән: ул йәшәгән йортта (Украина тыҡрығы, 21) һәм Таганрог элемтә ғилми-тикшеренеү институты бинаһында (Седов урамы, 5). Ҡаланың власть органдары Таганрогтағы яңы урамдарҙың береһенә уның исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Таганрог Энциклопедия — 2008.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Н. М. Головина. Наш директор